Социальная сеть Блог про IT-технологии Башкирские клипы

Поздравление с юбилеем на башкирском языке

Поздравление на русском
От души поздравляю тебя с 30-летием! Каждый юбилей - это некое подведение итогов и предопределение какими будут следующие 5 лет жизни. И пусть то, чего ты достиг до этой даты, подарит тебе силы и вдохновения для новых свершений. Желаю никогда не бояться перемен. Границы только для ограниченных. Поэтому не отказывай себе ни в чем. Не существует никаких "так должно быть!" Делись своей добротой. Творить добро классно. В разы приятнее, чем всякие драмы. Желаю почувствовать невероятные ощущения внутренней свободы и лёгкости, летать выше облаков, окунуться во все краски жизни. Пусть в твоем сердце всегда живет любовь. Лев Толстой сказал: "Все строят планы, и никто не знает, проживёт ли он до завтра", так что живи в настоящем, наслаждаясь каждым мгновением . Мира и добра тебе!
Перевод на башкирском
Ысын күңелдән 30 йәшең менән ҡотлайым! Һәр юбилей - ниндәйҙер йомғаҡ яһау һәм киләһе 5 йыллыҡ ғүмергә маҡсат ҡуйыу кеүек. Ошо датаға тиклем йыйған һәләтең, тәжрибәң яңы бейеклектәр яуларға ярҙам итһен. Үҙгәрештәрҙән бер ҡасан да ҡурҡма. Сиктәр тик сиклеләр өсөн. Шуға ла бер нимәнән дә үҙеңде мәхрүм итмә. "Шулай булырға тейеш" тигән әйбер бөтөнләй юҡ. Изгелегең менән уртаҡлаш. Изгелек ҡылыу шәп кәйеф бүләк итә. Һиңә яңы тойғолар, азатлыҡ, еңеллек, күктәрҙән дә бейегерәк осоштар теләйем. Донъяның бөтә сағыу буяуҙарына сумып йәшә. Йөрәгеңде мөхәббәт ташламаһын. Лев Толстой: "Барыһы ла пландар ҡора, әммә берәү ҙә иртәгә йәшәрен-йәшәмәҫен белмәй",- тигән. Шуға әлеге ваҡытты тойоп, һәр мәл менән һоҡланып йәшә. Изгелек һәм тыныслыҡ һиңә!
Поздравление на русском
Такая дорогая дата - 65 лет. Сегодня смотрим на вас и не перестаем восхищаться, как может в одном человеке совмещаться столько хороших качеств - ум, обаяние, ловкость, доброта, искренность и превосходное чувство юмора. Вы из тех людей, которым нужно равняться. Вы тот человек, который одним своим харизматичным взглядом, может очаровывать людей. К таким, как вы, тянется и молодое, и взрослое поколение. Оставайтесь всегда таким же. Пусть ваши дни будут полны приятными сюрпризами, радостью и счастьем. Время беспощадный товарищ, но мы вам желаем сдружиться с ним. Не грустите по поводу уходящих год. Зимы уходят и приходят, а у человека остаются дела, поступки. Пусть ваши близкие безумно гордятся вами, уважают от всего сердца, а вы были счастливы видеть счастье своей семьи. Желаем вам ещё много-много раз собирать всех родных на свой юбилей.
Перевод на башкирском
65 йәш - шундай ҡәҙерле дата. Бөгөн беҙ һеҙгә ҡарайбыҙ ҙа, һоҡланып бөтә алмайбыҙ. Бер кеше эсенә шул тиклем күп яҡшы сифаттар һыйған: аҡыл, мөләйемлек, сослоҡ, изгелек, шаянлыҡ, саф күңел... Һеҙгә тиңләшке килә. Бер ҡараштан кешене ылыҡтыра алырлыҡ һәләткә эйәһегеҙ. һеҙҙең кеүектәргә йәштәр ҙә, оло быуын да тартыла. Һәр ваҡыт шулай булып ҡалығыҙ. Көндәрегеҙ бүләктәргә, ҡыуаныстарға, бәхеткә тулы булһын. Ваҡыт, әлбиттә, аяуһыҙ, әммә беҙ һеҙгә уның менән дуҫлашыуығыҙҙы теләйбеҙ. Үткән йылдар өсөн ҡайғырмағыҙ, ҡыштар килә лә китә, ә кешенең эшләгән эше ҡала. Яҡындарығыҙ һеҙҙең менән ғорурланырлыҡ, бөтә йөрәктән хөрмәт итерлек булһын. Ә үҙегеҙгә, ғаиләгеҙҙең бәхетен күреп, ҡыуанырға яҙһын. Тағы ла күп тапҡырҙар барлыҡ туғандарығыҙҙы юбилей кисәһенә йыйыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Поздравление на русском
Искренне рады поздравить с 45-летием! Вы сегодня снова стали ягодкой. 45 лет - это новая пора жизни. Пора творить, реализовывать идеи и совершать сумасшедшие поступки. Впереди ожидают новые вершины, которых нужно покорять, новые победы. Пусть в вашей груди горит огонь, в жилах бурлит кровь и заставляет тянуться ко всему новому. Та мудрость, что накопилась за эти годы, послужит вам выжимать от жизни всё! Женщине очень важно в любом возрасте оставаться красивой. Желаем вам всегда покорять сердца мужчин, излучать красоту, нежность и доброту. Чтобы даже в зимние морозы, у ваших ног лежали розы!
Перевод на башкирском
45 йәшлек юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 45 йәш - ғүмерҙең өр-яңы мәле. Ижад итеү, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу, баш әйләндергес эштәр башҡарыу мәле. Алда яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр көтә. Һеҙҙең күкрәктә, барлыҡ яңылыҡтарға тартылған ут дөрләп янһын, тамырҙарҙа ҡанығыҙ ҡайнап торһон. Йылдар буйына йыйылған аҡыл тормоштан бөтәһен дә һығып алырға ярҙам итһен. Ҡатын-ҡыҙға һәр йәштә лә матур булыу мөһим. Һеҙгә гел дә шулай ир-аттың йөрәгендә уттар тоҡандырып, донъяға матурлыҡ, наҙ, изгелек сәсеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла, аяҡ аҫтында раузалар ятһын.
Поздравление на русском
Дорогой юбиляр! Тебе сегодня исполнилось 25 лет! Это четверть века, это самая красивая дата. Именно с этого момента ты по-настоящему вступаешь во взрослую жизнь. Впереди тебя ждет увлекательное приключение под названием Жизнь. Желаю быть богатым на любовь дорогих тебе людей, на счастье, радостных дней, бурных ночей, на множество судьбоносных встреч и на билеты банка России, а может даже и США. Знай же, что всё в твоих руках, всё зависит только от тебя. Ты, и только ты, несёшь ответственность за свою жизнь. Ты вправе жить так, как сам хочешь. Желаю во всех начинаниях добиваться успеха, быть здоровым, независимым и жизнерадостным. Чтобы невзгоды, разочарования боялись того позитива, что исходит от тебя.
Перевод на башкирском
Ҡәҙерле юбиляр! Һиңә бөгөн 25 йәш тулды. Был сирек быуат, был иң матур дата. Тап ошо мәлдән алып һин оло юлға аяҡ баҫаһың. Алда һине Тормош тип аталған ҡыҙыҡлы мажаралы юл көтә. Һиңә ҡәҙерле кешеләреңдең һөйөүенә, бәхеткә, ҡыуаныслы көндәргә, шаулы төндәргә, яҙмышлы осрашыуҙарға һәм дә Рәсәй банкыһының, бәлки хатта АҠШ-тыҡылыр ҙа, билеттарына бай булыуыңды теләйем. Барыһы ла үҙ ҡулыңда, барыһы ла тик үҙеңдән генә тора. Һин, бары тик һин генә, ғүмерең өсөн яуаплы. Нисек теләйһең, шулай йәшәргә хоҡуҡлыһың. Бөтә башланғыстарыңда ла уңыш йылмайһын. Һау, бәхетле, сая бул. Бәләләр һәм рәнйеүҙәр һинең дәртлелектән ҡасып, урап үтһендәр.
Поздравление на русском
50 лет. Поздравляю с замечательной круглой датой. Говорят, что после 49 (7х7) пятидесятый год становится священным, начинается новая жизнь. Пятьдесят лет - это возраст мудрости. Ты ещё остаёшься молодым, ты полон сил, энергии и в то же время за плечами уже огромный опыт. Ты уже знаешь что такое хорошо, а что такое плохо, тебя не так-то просто обвести вокруг пальца, ты разбираешься в людях и точно знаешь чего ты хочешь от жизни. Так пусть же в дальнейшие года были одни удовольствия, яркие эмоции, грандиозные праздники и близкие люди рядом с тобой. Желаю здоровья, силы, ловкости и бодрости. И помни, человеку столько лет, на сколько он себя чувствует, а календари придумали люди. Оставайся всегда таким же молодым, красивым и энергичным. С юбилеем!
Перевод на башкирском
Күркәм байрамың - юбилейың менән ҡотлайым. 49 йәште (7х7) уҙғандан һуң, илленсе йыл изге датаға әйләнә тиҙәр. Яңы тормош башлана. Илле йәш - ул аҡыл йәше. Һин әлегә йәш һаналаһың, көсөң ташып тора, әммә шул уҡ ваҡытта елкәңдә оло тәжрибә ята. Һине еңел генә кәкре ҡайынға терәп булмай, кешеләрҙе үтәнән-үтә күрәһең, тормоштан нимә алырға теләгәнеңде лә беләһең. Шуға күрә, әйҙә, артабанғы йылдарыңда шатлыҡ-ҡыуаныстар, сағыу хистәр, күркәм байрамдар һәм эргәңдә яҡындарың булһын. Һиңә һаулыҡ, көс-ҡеүәт, сослоҡ һәм дәрт теләйем. Шуны онотма: кеше үҙен нисә йәшлек итеп тоя, күңелендә лә шунса йәш, ә календарь халыҡ уйлап тапҡан әйбер. Һәр ваҡыт йәш, матур һәм дәртле булып ҡал. Юбилейың менән!
Поздравление на русском
Поздравляю с Юбилеем!
Будь счастлив, желаю иметь повод ежедневно с чего радоваться, чтобы рядом всегда были близкие тебе люди, верные друзья!
Перевод на башкирском
Юбилейың менән ҡотлайым! Бәхетле бул! һәр көн һайын ҡыуанырға сәбәптәр тап, яныңда яҡын кешеләрең, тоғро дуҫтарың булһын!