Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песни про любовь на башкирском языке.
Страница 10

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Любовь

Любовь — это самое сильное, прекрасное чувство в мире, и прожить его надо наслаждаясь им.
  • хаттар язам хина,хаттар язам аллэ барып етэ,эллэ юк яуап котам хаман борсоламын, кунелемдэ берзэ тынгы юк яуап котам хаман борсоламын, кунелемдэ берзэ тынгы юк. гаеплама мине гаеплама ауыр мина шуны анла хин, яуап язма лэкин ныклап уйла укенескэ иркам калмахын гаеплама мине гаеплама аауыр мина шуны анла хин яуап язма лакин ныклап уйла укенсека иркам калмахын хаттар язам тагын хина тагын язам анла иркам але хун тугел хунгы хатым балки ошо булыр миненда бит йорак боз тугел гаеплама мине гаеплама ауыр мина шуны анла хин яуап язма лакин ныклап уйла укенеска иркам калмахын
  • Был донъялар парлылар өсөнмө, Ниҡ бәхетһеҙ була яңғыҙҙар? Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ, Уларҙа ла хисле йөрәк бар. Ҡушымта: Яңлышмағыҙ, зинһар, яңлышмағыҙ, Йәрҙәрегеҙ ятҡа ҡалмаһын! Ғәфү итсе мине – “Ғәфү ит!” - тип, Үкенерлек генә булмаһын! Иҫкә төшә бергә булған саҡтар, Күҙҙәреңдән йәштәр тамалар. Ергә ятып үкһеп илаһам да, Йыраҡ инде хәҙер аралар. Ҡушымта Йылдар үтеү менән яралар ҙа Уңала ул тигән булалар. Төндәр буйы йоҡлай алмам ятам, Һинең хаҡта һаман уйланам. Ҡушымта
  • Аҡ сәскәгә һине тиңләйем, Болондарҙы буйлап эҙләйем. Һөйөү серҙәремде һөйләйем, Һинһеҙ йәшәү йәмен күрмәйем. Ҡушымта: Яратам мин һине өҙөлөп, Аҡ сәскәләрҙе бирәм өҙөп. Күҙ йәштәрең берүк таммаһын. Мин яратам һине, аппағым. Йәнем минең, йәнем-йәнкәйем, Яҙмышымды һиңә бәйләйем. Эй, Хоҙайым, мең-мең рәхмәтем Биргән өсөн оло бәхетен. Кушымта Ҡабат тыуһамда был донъяға, Һиңә бәйләр инем яҙмышты. Күпме эҙләһәм дә – табалмам Һинең кеүек тоғро аҡҡошто.
  • Ҡолағымда сыңлай әле булһа, Күңелемдә ҡалды һаҡланып: - Мин барыбер һиңә бәхет бирә Алмаҫ инем, - тинең, аҡланып. Ҡушымта: Бәхет ҡошо беҙҙе урап үтте, Ниңә уны тота алманыҡ? Беҙ бәхетле йәрҙәр булыр инек, Ниңә шуны һуңлап аңланыҡ? Бәхет бирә алмаҫ инең микән? Әллә яҡшыраҡты эҙләнең? Ялыныр тип әллә уйланыңмы, Алдарыңа һинең теҙләнеп? - Ҡушымта Мин бит ғорур инем, - тигән булдың... Мин дә ғорур! Кемде алданыҡ? Бер бәхетле бөтөн булыр инек – Һуңлап, үтә һуңлап аңланыҡ. Ҡушымта
  • Был доньяга яралганбыз Икэу бэхет корорга Язмышыбыз уртак халып Тормош юлын узырга Хин-минеке,мин-хинеке Без бит хэзер бер ботон хундермэйек икэу яккан Усактардын туз колон Пар балдактыналтын тосо Тутыкмахын хис касан Зарланмайык хынаударга Донья шулай королган Гаилэ короу уйын тугел Шуны анлап йэшэйек Гумердэрдэ ике килмэй Кэдердэрен белэйек
  • Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә, Шәүрә килен киләм дә тигәнгә. Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян Шәүрә килен дә кейгән еләнгә. Шәүрә килен дә кейгән еләндең Итәк осҡайҙары ла мунсаҡлы. Айға ла ғына, көнгә тиңләмәйем, Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы. Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош, Ыласын ғына тиһәм дә, биле ала. Эскенәйем тулып, ай, ут яна, Һунһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?
  • Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер, Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан, Һине күргәс тә, һине күргәс тә.
  • Янымдан үтеп китһәң дә, ҡағылаһың йәнемә. Бер күреүҙә әйләндең һин хистәремдең яҙына. Әкиәттә мин ҡунаҡта һин янымда булған саҡта. Мең дә бер кисә иттереп гел янам был хаҡта. Припев Йәнем, йәнем, йәнем, Батшам, падишаһым, Ә һин минең, ә һин минең Йөрәгемдең солтаны. Йәнем, йәнем, йәнем, Солтан, һей, солтаным. Ғүмергә бергә булыйыҡ тип, Хоҙайҙан һорағаным. Тылсымлы был мөхәббәт көн һайын бер сиселеш. Мин яратам һине, йәнем, нисек бар, шундай килеш. Беҙҙең мөхәббәт шишмәһе, ул йөрәктең түрендә. Беҙ төҙөгән хыял иле ялҡын хистең серендә. Припев Йәнем, йәнем, йәнем, Батшам, падишаһым, Ә һин минең, ә һин минең Йөрәгемдең солтаны. Йәнем, йәнем, йәнем, Солтан, һей, солтаным. Ғүмергә бергә булыйыҡ тип, Хоҙайҙан һорағаным. Йәнем, солтаным. Йәнем, солтаным. Йәнем, солтаным. Йәнем, солтаным.
  • Нишләп икән һаман һине он(о)топ булмай, Бер нимә лә күңелемде йыуата алмай. Ниҙәр ҡылып ҡайҙа барып сер сисергә Минең хистәр арналғандыр тик бер һиңә Ниңә былай, ниңә былай булды икән, Нигә генә һөйөү гөлө шиңде икән? Кем ғәйепле, һинме, минме, мәхәббәтме? Нишләтергә ғазап булган мәхәббәтте? Мең һорауға бер яуап юҡ, башым етмәй, Ғашиҡ булып йөрөгән сактар уйҙан китмәй, Мәхәббәт ул әллә бәхет түгел микән? Шул һорауға гына яуап бирсе, иркәм.
  • Мөхәббәт тигән был һүҙгә һыйған бар йыһан, Беҙ бит, иркәм, был донъяға бәхеткә тулған Әйтәр торған һүҙҙәрем бар тик һиңә генә, Сабыр итеп, бүлдермәйсә тик тыңла ғына Йондоҙ булып балҡыйһың янымда, Нурҙар булып ҡабындың янымда. Бары һиңә бағышлайым йырҙарым Һиңә алып баралар юлдарым Әкиәт тылсымы барҙыр был мөхәббәттә, Ярата белгән йөрәктәр ул мәрхәмәттә Яратып, һөйөп йәшәргә яҙһын ғүмергә Йән яратҡан йәрҙәр бергә ғүмергә
  • Юлдарыңдан уҙырмын. Кулдарымды һуҙырмын. Бергә үтербеҙ оҙон юлдарҙы. Күҙҙәремә ҡара һин. Хистәремде аңла һин. Икәү йырларбыҙ иң матур йырҙарҙы. Күҙҙәреңдән үбәрмен. Сәскәләргә күмәрмен. Гөлдәр ҙә һула, һөйөү булмаһа. Ҡояш йөрәгемдә. Аяҙ күңел күгемдә. Йәнекәйем, һинең һаҡта уйлаһам. Припев: Я встретил тебя, Субханаллах. Увидел тебя, Альхамдулиллах. Какая красивая, Машаллах. Ты будешь моей, Ин ша Аллах. Ты встретил меня, Субханаллах. Увидел меня, Альхамдуллилах. Какой хороший, Машаллах. Мы будем с тобой, Ин ша Аллах. Өмөтөңдө аҡлармын. Ят күҙҙәрҙән һаҡлармын. Йәшәрбеҙ икәү һөйөү илендә. Һин мине яратҡанға. Мин һине яратҡанға. Бәхетле йылмаям көнөмдә-төнөмдә. Күҙҙәреңдән үбәрмен. Сәскәләргә күмәрмен. Гөлдәр ҙә һула, һөйөү булмаһа. Ҡояш йөрәгемдә. Аяҙ күңел күгемдә. Йәнекәйем, һинең һаҡта уйлаһам. Припев: Я встретил тебя, Субханаллах. Увидел тебя, Альхамдулиллах. Какая красивая, Машаллах. Ты будешь моей, Ин ша Аллах. Ты встретил меня, Субханаллах. Увидел меня, Альхамдуллилах. Какой хороший, Машаллах. Мы будем с тобой, Ин ша Аллах.
  • 1. Йөрәгең ялҡынын Күңелең яраһын Ҡулдарың йылыһын Мин тоям. Зинһар, юғалма Тормош юлымдан, Бәхетең ебәрмә Ҡулыңдан! • Припев: Айҙар үтә, йылдар үтә, Үтмәй һөйөү яраһы, Бәхетле итермен, һине, йәрем, Ҡушылһалар юлдар араһы 2)Һине осраттым, һине яраттым, Ҡояш яҡтыһы кеуек Һин, йәнем! яҡтырт ҡына Нурҙарың менән Донъямды, бәғерем! 3)Онотма, һөйгәнем Дөрләп янған Күҙҙәрҙәге осҡондо?? Күңелдәребеҙ талпынып Йондоҙҙарға осҡанды??
  • 1 Әйҙә иркәм бараһыңмы Мин барам ҡар һыуына Кар һыуҙары шифа тийҙәр Йөрәк ярһыуҙарына ҡушымта Йәле иркәм ҡара ҡара Кара күҙемэ генә Караһан күҙемә генә Булам үҙенә генә 2 Кара күҙҙәр бөҙрә сәстәр Улар бҽҙгә тиң түгҽл Тиң тугҽллҽгҽн бҽлһәм дә Өҙөлөп һөйә күңҽл 3 Буйың зифа билҽң нҽскә Тал кеүек бөгөләһең Тал кеүек бөгөләһең дә Кем өсөн өҙөләһең 4 Тал атҡанда талғын ҽлдән Тибрәлә йөрәккәйҽм Эх бәғҽрҽм һинҽң өсөн Өҙөлә үҙәккәйҽм
  • Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Минең бәләкәсем, минең берҙән-берем, Һин минең һөйгәнем, һин - мөхәббәтем Тик янымда бул тик һин генә Йырҙарымды ла тик һиңә бағышлайым Һине берҙән-берем бер ҡасан ташламайым Тик янымда бул тик һин генә Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Йөрәккәйем минең, һин минең яҙмышым Күктәге йондоҙом, һин минең ҡояшым Булып яҡтырып тор, янымда һин генә Яҙмышым бүләге булып килдең миңә, Яндырмам, көйҙөрмәм тип ант итәм һиңә Тик янымда бул тик һин генә Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам. Янымда минең әгәр тик һин булһаң, миңә шул да етә Йөрәгеңдә һинең әгәр тик мин булһам, һине мәңге мин онотмам.
  • Был һөйөүҙе һуңлап татыныҡ беҙ: Бал тәмендә – әсе күҙ йәше. Әйтерһең дә, матур төҫтәр менән Албырғатҡан балан тәлгәше. Ҡушымта: Нисек кенә ҡыҙармаһын балан, Әсе көйө ҡала емеше. Һөйөүемдән нурҙар сәсһәм дә мин, Яңаҡтарҙан аға күҙ йәше... Татлы, баллы кеүек һинең хистәр, Бәхетлемен һинең яныңда. Аҡылыма ҡайтһам – күҙ йәштәре, Һәм янамын ғазап утында.
  • Һағынғанда аҡҡан һыуға ҡара, Һыуҙар булып шаулап мин ағам. Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. (х2) Һағынғанда болоттарға ҡара, Ҡара болот булып мин ағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам. (х2) Һағынғанда яуған ҡарға ҡара, Аҡ бурандар булып мин яуам. Аҡ бурандар аҙаштыра тимәм, Һине аҙаштырған мин һаман. (х2) Ярҙарыңа тулҡын ҡаға тимәм, Йөрәгеңә килеп мин ҡағам. Шыбыр-шыбыр ямғыр яуа тимәм, Күҙ йәштәре булып мин тамам.
  • Хуш тиеп ҡулыңды бирәһең, Вәғәҙеңде ашығып өҙәһең. Күҙҙәрең йәшермәй - һөйәһең, Иламайса нисек түҙәһең? (х2) Аҙаҡҡы күперҙе яндырма, Һин мине өмөтһөҙ ҡалдырма. Күҙҙәремә тағын бер ҡара, Күрерһең, йөрәгем гел яра. (х2) Дөнъяға килеп булмай ҡабат, Тормошта беҙ икәү - пар ҡанат. Ҡанатһыҙ оса алмай ҡоштар, Айырылмаһын беҙҙең яҙмыштар. (х2)
  • Йәшел хәтфә болондарҙа Эҙләнем эҙҙәреңде. Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар Мөхәббәт һүҙҙәреңде. Гөлдәремә ҡарағансы, Күҙ нурын ҡалдырһаңсы. Яндырғансы ғәйбәттәрҙе, Ғүмерҙе яндырғансы. Аҡҡоштарҙың ҡанат еле Ишелә сәстәремә. Миңә һалҡын булсы ялҡын Мөхәббәт хистәремә. Ҡоштар миңә ҡабатлайҙар Мөхәббәт һүҙҙәреңде. Миңә һалҡын булсы ялҡын Мөхәббәт хистәремә. (Ф. Әбдрәшитов муз., У. Кинйәбулатов һүҙ)
  • Йәшлек үтте ярһыу дауыл һымаҡ. Ҡалды унда беҙҙең яҙмыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, һүнә күрмә, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Көҙҙәр еткәс йәшеллеген йыуа, Һары төҫкә керә ҡамыштар ҙа. Тик уларға ҡарап, моңайма һин, Һағышланма, күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. Ерҙә шундай дәртле гөрләүектәр, Һаҡланып ҡал яҙғы тауыштарға. Ғүмер үтә тиеп өҙгөләнмә, Һағышланма күңел, һағышланма. Һағышланма, күңел, һағышланма. (А. Ҡобағошов муз., Г.Рәхим һүҙ.)
  • Хушлаштың да китеп барҙың.. Айырылышыу ауыр бит!.. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Күҙҙәреңдең нуры йөрәгемдә калһын, Китмә, дуҫым, сабыр ит. Ғүмер буйы ярһыу йөрәк! Һине һағынып һулҡылдай. Ағиҙелкәй тулҡын, Сеү, ашыҡма, дуҫым, Айырылышыу ауыр бит... Һайрар ҡоштар һинһеҙ ни эшләр? Нисек ауыр был һыуҙар? Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә яңғыҙҙар... Урман нисек шаулар? Ишелмәҫме тауҙар? Икебеҙ ҙә моңһоуҙар... Икебеҙ ҙә моңһоуҙар...
  • 1) Уйлайым,уйлайым, Һаман да уйлап, Туймайым,туймайым. Һулар һулышҡа, Һыймайым,һыймайым. Көндәрен-төндәрен, Уйлайым,уйлайым. Припев: Башҡа йәрҙе уйлама ла, Бәхетем минең, Ятты тыңлама ла, Йәнемде минең, һин, һыҙлатма ла, Һин минең йөрәгемде, Ярала,яралама.... 2)Бирмәҫмен,бирмәҫмен, Яттарға йәнем. Көтәмен,көтәмен, Киләр тип,тағын. Түҙәмен,түҙәмен, Бәхетем минең, Көтәмен,көтәмен. Припев: Башҡа йәрҙе уйлама ла, Бәхетем минең, Ятты тыңлама ла, Йәнемде минең, һин, һыҙлатма ла, Һин минең йөрәгемде, Ярала,яралама....
  • 1):Донъяла һин иң гүзәл гөл инең миңә Һоҡланып туя алманым мин саф таждарыңа Тик кемдер өҙөп һине минән урлап китте Ә һиңә (тик) ун ете ине. Припев: Роза роза һөйөү гөлө Кем урланы минән һине? Онота алмайым Роза гөлкәйем Роза гөлкәйем Роза роза һөйөү гөлө Ник түгәһең йәштәреңде? Онота алмайым Роза гөлкәйем Роза гөлкәйем 2):Әй гөлкәй, кемдәр өҙҙө икән өмөтөң? Кемдәрҙең ҡулдарында һөйөүһеҙ шиңәһең? Ышандым, булырһың минең ярым тип Илама, булмай (бит) үҙгәртеп.
  • 1.Көн юғалта мәғәнәһен. Сөнки һин, мөхәббәтем алыҫта Һәм йөрәгем хыҡтана. Һин, һин - минең ҡояш нурым, Һәм һинһеҙ миңә ҡыйын. Нисек был һағыштарҙы йәйнергә? Ҡушымта: Яндарыңа мин килермен, Ирендәреңде үбермен, Һине ҡосаҡлап алырмын, Яратам һөйөп әйтермен. 2.Мин, мин һине генә һөйәм, Һөйәм, шәнемдә көйәм, Һәм һинең өсөн үләм, һөйгәнем.
  • 1.Һөйгән йәрем, ни өсөн һин Бер һүҙ өндәшмәйһең? Ни өсөн һин ҡапыл улай Миңә үсеккәңһең? Һин ышандың әхирәткә, Ялған һүҙҙәремә. Беҙҙе теләй айырырға. Ҡушымта: Мөхәббәтем минең, Ҡояшҡайым, йәнем, Һин генә минем уйҙарымда. Һине мин яратам, Юғалтырға ҡурҡам. Зинхар, бәғерем, шуны аңла. 2.Мөхәббәтем, юҡ, ышанма Һин әхирәтеңә. Был донъяла тик һин генә Иң ҡәҙерлем миңә. Әгәр, йәнем, һин теләһәң Ошо йондоҙҙарҙы, Бүләк итеп алып бирәм мин.
  • 1) Яҙмышың кемдәрҙә, Ҡараңғы төндәрҙә, Өндәшәһең һиң кемгә "Йәнем,"-ти(е)п, Кемдәр һинең янда, Ә кем ҡуйыныңда, Кем өсөн һин йәшәйһең янып-көйөп? 2) Бәлки һин яңғыҙҙыр, Бер кемең дә юҡтыр, Минең кеүек үк тыңғы тапмайһыңдыр... Кем менән булһаң да, Йөрәгең янғанда, Йырҙарымды минең йыш тыңлайһыңдыр.
  • 1) Көт, һөйгәнем, мине, Осратырмын һине Йә тегендә, йә бында. Иҫкән елдәр һымаҡ Яҙмышымды һынап, Тормош юлдарын гиҙгән сағымда. Ҡушымта: Осратырға һине Күп ҡалмаған инде, Бик күп булһа таңдар араһы. Бәлки яндарыңа Өс-дүрт аҙым ғына Бары калғандыр миңә барыһы. 2) Көт һөйгәнем мине - Осратырмын һине Тормош көтәр өсөн ғүмергә. Шатлығын да уның, Ҡайғыһын да уның Һәр ваҡыт бергә уртаҡ бүлергә.