Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песни про любовь на башкирском языке.
Страница 13

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Любовь

Любовь — это самое сильное, прекрасное чувство в мире, и прожить его надо наслаждаясь им.
  • 1.Әйтмә әле әйтмә ауыр һүҙҙәр Күңелемә һалма шомло хис Бер береңде маҡтауҙарға күмеп Бергә булыуҙары татлы бит ҡушымта Араларҙа ауыр һүҙҙәр барҙыр Шаярыуҙар бәлки бутаған Минең йәнем бөгөн наҙҙар көтә, Татлы һүҙҙәреңә һыуһаған. 2.Һалма мине һалма һағыштарға Тойғоларым менән шаярма Шаярыуҙар самаһынан сыҡһаң Ҡалыуыбыҙ бар бит сит ярҙа 3.Төшмә әле төшмә упҡындарға Тотон әле минең ҡулыма, Китмә әле китмә яндарымдан , Һинһеҙ йәнем хисһеҙ быуылам
  • 1Һин ҡалдырған һөйөү , Әрней күкрәгемдә, Тынғы бирмәй көнөм төнөмә . Иртә торһам уйҙа Ҡайҙа ҡалдың ҡайҙа , Әллә ниҙәр килә башыма ҡушымта Хистәр тәрән - тәрән Тәрән йәшеренгән, Йөрөй уйҙар ҡайса аҙашып Ғазаптарга һалып, Әрнеү, ғонаһ алып, Йәшәмәгеҙ ерҙә алдашып 2.Хистәр ниңә йәшрен, Йәшәп йәшәп тә шул, Аңлай алмай кеше бер-береһен, Ваҡыт уҙғас ҡына , Һине үкендереп Иҫкә төшөр барһы ул бер көн. 3.Килмәм тиеп килден, Китмәм тиеп киттен, Ниҙәр генә икән өмөт иттең , Уттан һыуға һалдың, Ғазап булып ҡалдың , Һөйөү тигән һинең был хисең
  • Айлы төндә,саф күктә Йондоҙҙар балҡығанда Һинең ауыр һүҙҙәрең Йөрәгемде ярғанда Ергә төшкән Йөрәгемдең һәр ярсығы Булыр сәскә япрағы Припев; Йөрәгем илай Һағыныуҙарҙан,ҡайғырыуҙарҙан Күңелем яна Уйланыуҙарҙан,ярһыуҙарҙан Ҡайғыға батҡан Йөрәгемдең утын Күҙ йәштәрем генә һүндерер Айлы төндә,саф күктә Йондоҙҙар балҡығанда Һинең ауыр һүҙҙәрең Йөрәгемде ярғанда Күңелемде төш күрәм тип Тынысландырһамда Йәнемдән ҡан аға
  • Һинең өсөн, һөйгәнем, йөрәк түренән ағылған һүҙҙәр, Хәтерҙән юйылмаҫ инде был наҙлы күҙҙәр. Был ҡара сәстәрең һәм был татлы ирендәр, Йөрәккә шатлыҡ тула, әгәр булһаң минең эргәмдә. Һинһеҙ көндәрем ҡараңғы һымаҡ, һинһеҙ был донъя минең өсөн ямаҡ, Һине күргәндә йөрәгем елкенә, күкрәгемде йыртып ул сығыр һымаҡ. Дөрләп, яна ялҡындар, тик һинһеҙ мин һалҡында, Беҙ бергә булғанда, бәхетле минуттар. Припев: Беҙ осабыҙ бергә йыһанда, йыһанда, Мөхәббәт ялҡынының беҙ усағында, Һинең менән бергә булғанда, булғанда, Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла. Һинең өсөн, һөйгәнем, йөрәк түренән ағылған һүҙҙәр, Хәтерҙән юйылмаҫ инде, был наҙлы күҙҙәр. Был йылы ҡулдарың һәм был наҙлы ҡарашың, Тәрән тойғоларҙа йөҙәм һәм юғала башым. Һинеке генә мин булғым килә, ҡосағыңда тойғоларҙа юғалғым килә, Минең йөрәгемдең һин иң түрендә, һинең менән мин мәңге ҡалғым килә. Дөрләп яна ялҡындар, тик һинһеҙ мин һалҡында, Көн һайын осрашыуҙарҙа, бәхетле минуттар. Беҙ унда! Припев: Беҙ осабыҙ бергә йыһанда, йыһанда, Мөхәббәт ялҡынының беҙ усағында, Һинең менән бергә булғанда, булғанда, Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла !
  • Күпме ямғырҙар Һәм һыуыҡ елдәр Йәнемә улар бит юлдаш түгелдәр Күңелемдә көҙ Япраҡтар оса Йөрәгем һинһеҙ яңғыҙлыҡты ҡоса Вступление: Һағына, йөрәк һағына, Эҙләп тағын сығам юлдарыңа, Йәнем өҙөлә, ҡабат өҙөлә Һағына, йөрәк һағына. Припев: Араларҙа беҙҙең юлдар Араларҙа беҙҙең йылдар Яҡынайтам араларҙы мин уларҙы юям Аралар бүтән ҡалмаҫ Куплет: Үтә ғүмерҙәр, Яна күперҙәр. Көндәрем дә шулай яңғыҙ үтерҙәр. Был моңһоу һағыш Йөрәкте киҫә, Йәнемә һыуыҡ елдәй инеп еҫә Вступление: Һағына, йөрәк һағына, Эҙләп тағын сығам юлдарыңа, Йәнем өҙөлә, ҡабат өҙөлә Һағына, йөрәк һағына. Припев: Араларҙа беҙҙең юлдар Араларҙа беҙҙең йылдар Яҡынайтам араларҙы мин уларҙы юям Аралар бүтән ҡалмаҫ
  • Ҡараштарың өтә күңелде, Яндыра, көйҙөрә. Юғалтамын кеүек үҙемде Бәхетһеҙ һөйөүҙә... Мең яралы яңғыҙ йөрәк Бер ҡасан да онот(а) алмаҫ Наҙлы хистәреҢде, йәнем Припев: Яратҡайным һине, йәнем Нурлы күҙҙәреңде, Яҡты күңелеңде, Сағыу йондоҙ бул һин,һүнмә Ә мин яратырмын Яратырмын 2.Иҫтән сыҡмай,сыҡмай үткәндәр, Йөрәкте телгеләй, Һин шатлығым инең, ә хәҙер Яндыраң тереләй... Мең яралы яңғыҙ йөрәк Бер ҡасан да онота алмаҫ Наҙлы хистәреңде, йәнем
  • Астым серемде: Күңел түремде Мәңгегә яулап Йөрәкте урлап ғашиҡ иттең дә Ашыҡтың ниңә. ҡарашың ҡуҙ-ут. hин әйтән һүҙ Юҡ. припев: Бирелһәңсе хистәргә, Йөрәгеңде бикләмә. Булһаҡ әгәр гел бергә Бәхетлемен был ерҙә. Бирелһәңсе хистәргә, Кире һүҙең һис миңә әйтмә. Йөрәгемә ут һалма Ул бит былай ҙа яна Һағышлы йөрәк: Яуабың кәрәк. Тик ул һүҙ булһын Йән моңға тулһын Кәрәкмәй ғазап, Тик ыңғай яуап Көтәм мин һинән. Булырын һиҙәм
  • Беҙ башҡа осрашмабыҙ.. Һәр беребеҙ үҙ ярында, Бер диңгеҙҙең төрлө яғында. Беҙ башҡа осрашмабыҙ, Һуңғы һулыш менән, Көсләп әйтәм һиңә был һүҙҙәрҙе Хатым аша.. Припев: Хата тиһең беҙҙең осрашыуҙы, Мөхәббәткә тулып яныуҙарҙы, Был һүҙҙәрең йөрәгемә төҙәп, Уҡтар ата, уҡтар ата.. Һүҙҙәрем күп, ләкин тотам, бикләп йөрәктә.. Мин башҡа тотмам һине, бикләп уйҙарымда Беҙ башҡа осрашмабыҙ, Шуны бел. Мин ҡалам һыуыҡ ҡышымда, Һин бында түгел... Припев: Хата тиһең беҙҙең осрашыуҙы, Мөхәббәткә тулып яныуҙарҙы, Был һүҙҙәрең йөрәгемә төҙәп, Уҡтар ата, уҡтар ата..
  • Йөрәгемә ҡағылды утлы һүҙҙәрең Миңә хәҙер инде матур күҙҙәрең Кәрәкмәй тим, кәрәкмәй, ағыҙма күҙ йәштәрең Ярашырбыҙ бәлки тиеп һин йүгерҙең Өмөттәрҙе уйға йыйып һин өлгөрҙөң Тик һуңланың, кәрәкмәй, тамам һөйөү тарихы Һуңлама әйтергә, яратам яратам Хәҙер йоҡламайса ут йотам, ут йотам Ҡушымта: Юғал күҙҙәремдән Алдаҡ хыял, буш һүҙҙәрең Ҡалма йөрәгемдә, һуңғы төндәрен алып китермен Ҡалдыр теткеләнеп бөткән йәнемде Беләһең бит, һөйөүебеҙ күптән һүнде Кәрәкмәй тим, кәрәкмәй, Ағыҙма күҙ йәштәрең Беҙ икәүҙе йәлләп илай болоттар Тик белә ул, булмай һис ҡайтарып та Был хәсрәттән беләһең бит Булмай һис ҡотолоп та Һуңлама әйтергә, яратам, яратам Хәҙер йоҡламайса ут йотам, ут йотам Ҡушымта: Юғал күҙҙәремдән Алдаҡ хыял, буш һүҙҙәрең Ҡалма йөрәгемдә, һуңғы төндәрен алып китермен
  • 1) Йылы май һәм киске урам Йырлайҙар һинең тура ла. Йылмайып ҡарап торам, Елгә һинең сәс бурала. Мең ҡараш ҡарап оҙата Һинең һәр аҙымыңды, Күк йөҙө йондоҙын ата, Ай яҡтырта юлыңды, Ай яҡтырта юлыңды. припев: Алһыуланып атырҙар таңдар Ҡара күкте ҡаплар йондоҙҙар Мөғжизәгә тулыр бар донъям Бары тик һин булһаң янымда 2) Сәскәгә күмелгән баҡса, Үтәһең көндә янынан. Һулыған гөлләмә булһа Сәскә ата ул яңынан. Тиң түгел һинең матурлыҡ Ер йөҙөндә бер нийгә. Һинең тура ла йыр йырлар, Көйөн көйләр һәр күргән, Көйөн көйләр һәр күргән.
  • 1)Йырҙарымды һиңә арнап, Сәхнәләрҙән торам ҡарап, Аңлайһыңмы, хисемде, Донъялағы иң сибәр ҡыҙ. Ҡараштарың - ҡайнар ут ул, Әйтсе миңә, миңә исемең. Ҡушымта: Бир ҡулыңды серле һылыу, Оялма һин, булсы ҡыйыу. Көтәм һинән тик бер һүҙең, Яулатырлыҡ күңел күген. 2)Матур итеп ҡараның да, Йөрәктә ут ҡабыҙҙың да. Үтеп киттең янымдан, Тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Һинән генә хәҙер уйым, Сулпаным һин таңымда. Ҡушымта: Бир ҡулыңды серле һылыу, Оялма һин, булсы ҡыйыу. Көтәм һинән тик бер һүҙең, Яулатырлыҡ күңел күген.
  • 1. Һин минең янда, Йөрәгем яна, Яратып- яратылып Һәр көн уятырмын. Беҙҙең мөхәббәт- Йылы ҡояш, Иркә һүҙҙәремә Ире иренемдә... Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке. 2. Һинең хыялың Минең хыял, Йыһан беҙҙең өсөн Бирер һөйөү хисен. Бергә бараһы Юлдар алда, Ҡара ҡүҙҙәремә, Ышан һүҙҙәремә. Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. 3. Янып- көйөрмөн, Бер генәм, бер генәм, Өҙ(ө)лөп һөйөрмен Һине... Беҙ бәхетле, йәнем, Бергә булырбыҙ, Бергә булырбыҙ. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. Һөйгән йәрем...
  • Күҙ нурым, һин бит минең ғүмер буйына Йырлана саҡ моң йырым сабыр итәм Һине көтәм берҙән-берем күҙ нурым Мин бахетлемен, йөрәгеңдә тулы һөйөү моңдары Һиңә илтә өмөтлө лә, өмөтһөҙ ҙә уйҙарым Һин бит иркәм йыраҡтағы сағыу йондоҙом минең Һинең һөйөүеңде йөрәк төпкөлөндә һаҡлап Берҙән-берем тейеп һиңә ҡаршы ҙур һынауҙар аша атланым Күҙҙәреңде, нурлы күҙҙәреңде, йөҙҙәреңде һинең һағындым Айлы төндә йодоҙҙарға ҡарап мөхәббәтем тейеп һиңә табындым Күҙҙәреңде, нурлы күҙҙәреңде, ҡарашыңды һинең һағындым Берҙән берем тейеп һиңә ҡаршы ҙур һынауҙар аша атланым Күҙҙәреңә төбәп күҙҙәремде Һөйөүемде шунан эҙләнем Һинең өсөн янам һөйөүемде Ниңә, иркәм, ниңә һиҙмәнең Һине һайланы йөрәк Зинһар, өйрәт мине, өйрәт Булған саҡта беҙҙең арала шторм 9 балл Нисек унда тыныс булыр кәрәк Юйып ташларға ине һине иҫтән Һәм уйламаҫҡа ине төндәрен Тик уянам мин тирләп Шул йөрәктәге сыйып ҡалдырған эҙҙәрен Һүндермәй өмөттәрҙе Йөрәк һаҡлай яҡтылыҡ Ярып ҡара күкрәкте Ялҡтым инде аңлатып Һин миңә кәрәкһең
  • 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә. Ҡушымта: шул уҡ
  • Төндә йоҡо белмәйем, Йондоҙ күҙләйем. Күңелдәге серемде айға һөйләйем. Йөрәгемә тынғы юҡ, Ә һөйөүем янған ут. Ғашиҡ булдым тағы-тағы Күрше ҡыҙына Кил әле, кил әле, Беҙ икебеҙ тиң әле, Кил әле, кил әле, Күңел моңона. Кил әле, кил әле, Һиндә тормошом йәме, йөрәгем түрендә Хистәр талпына Уйлағаным ул ғына, Күҙем алдында. Әйтер инем хисемде Килһә яныма. Ә ул һаман аңламай, Улай бит һуң ярамай. Осрашыуҙар көтө-көтә Түҙемлек бөтә.
  • 1)Мин бит һинһеҙ яңгыҙ ҡош һымаҡ Һинән башҡа оса алмам, Уйҙарымда минең һин һаман Мин әле лә һин тип янам. Пр: Һин булһаң яндарымда, Йылмайһаң алдарымда, Яҡтыра бөтә донъя Бәхетем һинең ҡулда. Мөхәббәт - шундай көслө, Мөхәббәт - шундай хисле, Хыялыйлар буламын Көнө- төнө уйлап һине. 2)Беҙ осорбыҙ әле бер заман Парлап осҡан коштар һымаҡ, Тик әлегә яңгыҙым һаман Һине уйлап мин моңланам.
  • Уйсан карашыңда, Күргем килә һөйөү осҡонон, Йөрәкте өтөрҙәй ялҡынын. Яратам тиһәң дә, Күңелең ҡайҙалыр ашҡына. Әллә юҡ хафаға бирелеп Йәнем яңлышаң. Ҡушымта: Утҡа һал, һыуға ла һал мине, Күктәргә ашыр йөрәгемде. Мең саҡрым арала ла һүнмәҫ, Ысын мәхәббәт йылытһын ине. Иркәм арала һин Һөйөп һөйөлмәү ғазабын Этәрмә, ташлама яттар ҡосағына Һағышлы мәл үтер, Мәңге китмәҫ бәхеткә табан Икебеҙгә һалырмын йондоҙҙарҙан күпер.
  • 1. Күңелдәрең бикле минең өсөн, Ә хистәрең миңә иш түгел. Мөхәббәтем йәтем, яуаптар юҡ, Һыҙлана ла тора йәш күңел. Ҡушымта: Яратманың, яратманың мине, Күңел ярам яна әрнеүҙән. Тик һаман да һинең һөйөүеңә, Өмөт итәм әле, мин түҙәм. 2. Күңелдәрең бикле һөйөүемә, Хистәремде күрмәй үтәһең. Ә шулай ҙа йондоҙ атылғанда, Теләк теләп өмөт итәмен. Ҡушымта: Яратманың, яратманың мине, Күңел ярам яна әрнеүҙән. Тик һаман да һинең һөйөүеңә, Өмөт итәм әле, мин түҙәм.
  • Куҙҙәреңә иркәм ҡарармын Мөхәббәт уты яныр йөрәктә. Вәғәҙәләрҙе , әйткән һуҙҙәрҙе һинең менән бергә утермен. Припев Яныңда һинең булырмын мәңгелеккә , һинең йөрәгеңдә. Һин тейеп мин йәшәрмен Мөхәббәтем минең берҙәм берем 2 Куплет Шатлығымды бәхетемде һинең мн булешермен. Һиннң генә исемеңде ҡабатлармын Мин ҡабатлармын
  • Дуҫлыҡты һынай уртаҡ һөйөү хисе Мин бит тәүҙә уны осраттым юлымдан китсе Йөрәгем өс өлөшкә телгеләнде Яратыуға һәм дуҫлыҡҡа урын етмәне Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм Теленгән йөрәк, өс өлөшкә Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке Күҙемдән күрәм һин уға беректең Мин ышанам, тик яратам Телеп йөрәкте Беҙҙең дуҫлыҡ хөрмәтенә ҡалдыр уны, ҡалдыр миңә Үтенәм алдыңа теҙләнәм, яуаптан китмә Әгәр уны алып китһәң, мин һеҙҙе ғәфү итмәм Теленгән йөрәк, өс өлөшкә Дуҫлыҡты һаҡла тип дөрөҫ әйтә зиһенем Тик йөрәк һаман аңламаған, ул тик минеке
  • 1к Кэлэш алырга вакыт килеп етте тине эсэйем (Тебе жениться время пришло, сказала как то мама) Куп уйлап тормай, урам буйлап сыгып киттем мин (Недолго думая, на улицу вышел я) Озон аяклы сибэр хылыукайзарзы осраттым (Длинноногих красоток встретил я там) Улар арахында марий кызын окшаттым (И среди них я марийскую девчонку заприметил) припев: Кил, кил, кил, хин бында, таныш булайык (Давай подходи, будем знакомы) Мин Офо егете, Юлъкшин Радик (Я парнишка с уфы, Юлъякшин Радик) Мин хине окшаттым, анла хин шуны (Ты мне понравилась, знай это) Выходи за меня, прошу хине мин (Выходи за меня, прошу тебя я) 2к Якын таныштырыр коно килде эсэй менан (Теперь время подошло знакомить ее с мамой) Лэкин эсэйемден кунеленэ тап килмэнен шул (Только не пришлась она ей по душе) Сыгып киттем ауылга башкорт кызын эзлэргэ (Поехал в деревню искать башкирскую девчонку) Осраштык, таныштык, анлаштык, хэм короче было так (Увиделись, познакомились, пообщались и короче было так)
  • 1.Ашманы ғәмәлгә Ант итеп бирешкән вәгъдәләр. Куш-та: Илама, ярhыма, hин үзең ғәйепле барhына. 2.Үтте ул, hүнде ул Үҙебеҙ ҡабыҙған мөхәббәт. Куш-та: Илама, ярhыма, hин үзең гәйепле барhына. 3.Болоттар таралыр, Мөхәббәт ҡыҫҡартыр араны. Куш-та: Илама, ярhыма, Йылмайып кил, иркәм, каршыма. ***************************************** 1. Не воплотились в жизнь Клятвенно данные обещания.... Припев: Ты не плачь, не горячись, Ведь только ты сама виновата во всем.(случившемся) 2. Прошла она, погасла она Нами зажженная любовь..... Припев тот же 3. Тучи разойдутся и Любовь сократит расстояние.... Припев: Ты не плачь,не горячись, Улыбаясь иди ко мне навстречу...
  • 1.Йәнем һөйгәнем, бик күп ҡалалар, бик күп саҡрымдар хәҙер инде, Беҙҙең, йәнем, арала.Беләм нисек һиңә ҡыйын, һөйгәнем, тик әҙрәк үтер ваҡыт һәм Мин ҡайтырмын, мин ҡосаҡлармын һине, Үбермен һине һәм шыбырлармын һиңә: "Мин һағындым, ныҡ һине, ҡояшым, Үлеп һағындым һине, мөхәббәтем"! *****Припев:***** Мин һине яратам, донъяла тик һине үлеп һөйәм, Тик янымда түгелһең һин, һине һағынам мин. 2.һәр бер төшөмдә күрәм һыныңды Үбәм һәм ҡосаҡлайым һине, Тотам һинең наҙлы, йылы ҡулдарыңды, Аңлайым, йәнем, нисек хәҙер ҡыйын һиңә, Аңла һин дә, һин минең уйҙарымда һәм йөрәгемдә Хуға тик һинең исемең, мин һағындым, ныҡ һине,ҡояшым, Үлеп һағындым һине, мөхөббәтем! ******************** Перевод******* 1.Любимая, столько городов, Столько километров между нами, Знаю, как тебе тяжело, любимая, Пройдет немного времени и Я вернусь, я обниму тебя, Поцелую тебя и прошепчу: "Я очень соскучился, солнышко, До смерти соскучился, любимая!" Припев: Я тебя люблю, и в мире лишь тобою дорожу Только ты не рядом, скучаю по тебе 2. В каждом своем сне вижу тебя, Целую и обнимаю тебя. Держу твои нежные, теплые руки, Понимаю, дорогая, как же сложно тебе сейчас, Ты тоже пойми, ты в моих мыслях и В сердце стучит твоё имя. Я очень соскучился, солнышко, До смерти соскучился, любимая! Припев:
  • Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һинең өсөн ғүмеремде бирер инем матурым! Мәңгелеккә ғашиҡ булдым ,бәләкәсем ,күҙ нурым Бер ҡарашың ниҙәр тора,осор инем күктәргә, Тауышыңды таратырға ине наҙлап елдәргә. Һине уйлап ҡояш бата,һине уйлап ата таң. Һин дә мине яратаһың ,мин дә һине яратам. Беҙҙең йөрәктәр гел бергә булғанда, Һөйөү усағы һүнмәҫ беҙҙең арала бер ҡасанда. Мәңге йәшә күңелмдә бәғерем,йәнем минең. Һинең менән генә тоям был донъяның йәмен. Рәхмәт һиңә,һөйөү гөлөм ,янымда булған өсөн, Йөрәгемдә булған һөйөүем тик һиңә,һинең өсөн. Һин минең алтыным ,бәләкәсем,күҙ нурым Шатлығым ,ҡыуанысым ,таянысым –йыуанысым. Һин минеке,мин һинеке тик мәңгегә йәнем, Ошо һөйөү утыбыҙҙы һүндермәйексе йәрем. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Күҙҙәрең,ҡаштарың, матур яғымлы ҡарашың, Балдай татлы һинең ирендәр юҡ һиңә тиңдәр Яндарымда минең булһаң миңә шул да етә Йылмайып ҡарауың һинең мине бәхетле итә. Яратам мин һине тик һине генә уйлайым Һинһеҙ был донъяла йәнем мин йәшәй ҙә алмайым Әйткем килә рәхмәт һиңә ни бары бер һүҙ генә, Тормош юлыңдың өлөшөн миңә бүләк иткәнгә. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә.
  • Йәнем ,иркәм минең ,һағынам мин һине. Көт инде, көт зинһар тик, тик һин мине. Кире әйләнеп тә мин һиңә ҡайтырмын, Ҡосағыма һине тағын мин ҡыҫып алырмын. Ҡушымта: Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Иҫеңдәлер һаман шул беҙҙең яҡшы көндәр, Икәү уткәргән төнгө усаҡ янында төндәр, Урам буйлап йырлап,шау-гөр килеп беҙҙең, Үтеп киткән шул саҡ,иң яҡшы беҙҙең миҙгелдәр. Булыр яңынан бер юл, бер ғүмер икебеҙгә. Ышан миңә тағы зинһар, әйтәм мин һиңә. Үтер әле беҙҙең ,һағышлы моңһоу көндәр. Яңы тарих башларбыҙ ,үкенһен беҙҙең көнсөлдәр. Ҡушымта: Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай.