Башкирский переводчик Татарские песни Казахские песни

Песни про любовь на башкирском языке.
Страница 6

Любовь

Любовь — это самое сильное, прекрасное чувство в мире, и прожить его надо наслаждаясь им.

00:00/00:00
  • 1. Таң ата ҡош һайрай Ул ҡояшты һағынған Йыр йырлап шул ҡоштай Кил һин йәшлек яҙыма. Припев: Һин минең сафлығым Һин мәңгелек шатлығым. 2. Таң еле иркәләй Аҡ ҡайындың толомон Мин ҡасан ҡулыңдың Ҡайнарлығын тойормон 3. Алһыу таң иҙелгә Ҡоя көмөш таҫмаһын Күҙ нурың шул таңда Минең йөҙҙө ялмаһын.
  • Һәр кемдең дә,ғәзиз балаһы бар, Олоһо бар уның, кесеһе, Һәр кемдең дә гәзиз әсаһе бар, Атаһы бар-таяныр кешеһе, Килер язҙар,етер йәмле йәйҙәр, Ҡыштар ҙа бит түгел мәңгегә Балаларым менән бергә йәшәп, Айрылмаһаҡ ине мәңгегә Был донъяла бергә йәшәү бүләк! Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Ауыр саҡта ярҙам итешәйек, Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек. Күңелдә нур,йөрәктәрҙә сафлыҡ, Хистәр ашҡына әллә ҡайҙарға. Бәхет ташып, йәшлек булып балҡып Йәшәйексе ғүмер ғүмергә. Был донъяла бергә йәшәү бүләк Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек. Ауыр саҡта ярҙам итешәйек Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек! Әсәйҙәрҙәрҙең ғүмерен теләйек! Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек!
  • 1.Әллә ҡайһы ғына ҽрҽм һыҙлай Әйтҽп аңлатала алмайым Кәрәк түгҽл миңә бҽр табибта Көсләмәгҽҙ әлҽ,бармайым ҡушымта Борсомағыҙ индҽ ,мин үтҽнәм Уйҙарыма сумып алайым Күҙ йәшҽмдҽң сисҽп төйөндәрҽн Күҙ йәшҽмдҽң сисҽп төйөндәрҽн Йәндәрҽмә дауа табайым Бҽр түгҽлҽп илап алайым 2.Нигә өҙгөләнә икән йәнҽм Бикләнәһҽм килә өйөлә Ауыҙ асып бҽр һүҙ әйтҽп булмай Тамағыма йәшҽм төйөлә 3.Тәнҽм түгҽл,йәнҽм һыҙлай минҽң Көсһөҙлөгөн тойоп һулҡылдап Ә йөрәгҽм бҽрсә тоноп ҡала Бҽрсә шашып ҡаға туҡылдап
  • Селтәр шәл бөркәнә алмагас Йылдарзың ягымлы язында. Бер йэмен, күрмэйем мин баксаның, Әгәр hин булмаhаң янымда. Әй рәхәт күңелгә, әй рәхәт Хуш eсле cәcкәләр янында. Хуш есен hизмэем мин гөлдәрзең, Әгәр hин булмаhаң янымда. Тып-тынык саф hыулы шишмәнән hыу эсәм hыуhаган cагымда. Бер тәме юк шишмә hыуының, Әгәр hин булмаhаң янымда.
  • Айырылыр хәлгә етһәң - Һин хаҡлы ла, мин хаҡлы... Араларҙа өҙгөләнә Бары тик бала хаҡы. ҡушымта: Юҡтан ғына үпкәләшеп, Айырыла күрмәгеҙ. Йәр табылыр, тик балаға Атай булыр тимәгеҙ. Хисле сағығыҙ емеше Һеҙ тип өҙөлә күрегеҙ. Балағыҙҙы шул һөйөүҙән Мәхрүм итә күрмәгеҙ. ҡушымта: Юҡтан ғына үпкәләшеп, Айырыла күрмәгеҙ. Йәр табылыр, тик балаға Атай булыр тимәгеҙ. Арҡаланыр атай кәрәк - Үҙ атайың сит булмаҫ. Фәрештәгә тиң булһа ла, Ят бауыр ярлыҡамаҫ. ҡушымта: Юҡтан ғына үпкәләшеп, Айырыла күрмәгеҙ. Йәр табылыр, тик балаға Атай булыр тимәгеҙ.
  • Алмалары өлгoрмәhә, Сейэләрен өзәрбез. Бергә сакта тормоштоң бар Әсеhенә түзәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңэ бер генә. Йэнәшә барhак елен түгел, Дауылын да еңәрбез. Сөбхэналла, күззән hакла, Аккоштарга тиңдәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңа бер генә. Алмаhын да өзәрбез зә, Сейэhен дә өзәрбез, Бергә булhак, сикhез бәхет Күлдәрендә йөзәрбез. Йондоззар күп, ай-кояшы Берәр генә күренә. hин дә миңэ берәү генә, Мин дә hиңэ бер генә.
  • Аҡ ямғырҙар үттеме ни, Көҙҙәр ҙә еттеме ни? Тынғы белмәҫ һандуғастар Сит ерҙәргә киттеме ни? Аҡ ямғырҙар ҡалды инде Йәшлегем яҙҙарында, Үткән ваҡыт даръяһының Буй етмәҫ ярҙарында. Аҡ ямғырҙар бында тиеп Саҡырғандай аҡ ҡырҙар. Аҡ ямғырҙар хыялдарҙа, Бөгөн яуа аҡ ҡарҙар.
  • Асыуланма иркәм юҡҡа ғына, Был донъялар һиңә тар кеүек. Беҙҙең күңел былай ҙа бит инде Өҙөлөргә торған ҡыл кеүек. Асыуланма иркәм юҡҡа ғына, Бергә саҡтың ебәрмә йәмен. Бәхеттәрҙе ситтән эҙләгәндәр Яндағының белмәй ҡәҙерен. Асыуланма иркәм юҡҡа ғына, Йылмайыуың торһон яҡтырып. Арттарынан ялынып саҡырһаҡ та, Бергә саҡты булмаҫ ҡайтарып.
  • Беҙҙең ғүмер шулай ҡоролған, Бәхеттәргә һөйөү уралған. Парлыларға ап-аҡ мөхәббәт Толом-толом итеп уралған. Ҡушымта: Сибәрҙәрҙе сибәр яратыр, Һөйөү урманына ҡаратыр. Моңһоуланып ҡалған яңғыҙҙарға Бәхет ебен кемдәр таратыр? Бәхетлеләр йөрөй парланып, Һөйөү урманына алданып. Ә яңғыҙҙар ҡала ишен көтөп, Килер тип һөйөү алланып. Яңғыҙҙарҙы күреү ҡыҙғаныс, Яңғыҙ ҡалыу, беләм, аяныс. Парлыларҙы һөйөү наҙлағанда Уларҙы һуң кемдәр яратыр?
  • Иҙәнегеҙ тигеҙ икән, Фанер йәйҙегеҙме әллә? Килдегеҙ ҙә утырҙығыҙ, Тамыр йәйҙегеҙме әллә?! Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Бҽләҙҽк бҽләккәйҽм Өҙөлә үҙәккәйҽм Өҙөлөп өҙөлөп һөйләшҽргә Юҡ минҽң йөрәккәйҽм Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Беләҙегем-йөҙөгөм, Кҽйәрмен әле үҙем. Ятҡа бирер әмәлҽм юҡ, - Һөйәрмен әле үҙем. Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле. Ағиҙҽлдҽң һыуы аға, Һыу аҫтынан ҡом аға. Матурҙар сибәргә бара, - Миңә ҡайһығыҙ бара? Сафия, ҡара әле, Алда ғүмер бар әле. Һөймәгәнгә һөйкәлмәйбеҙ, Һөйөүсе булыр әле.
  • I. Һиңә әйткән һүҙҙәремде, Кисә күргән төштәремде, Шул тиклем яратҡанымды Тағын иҫләйем. Айлы төндәре йөрөргә, Ҡосаҡлашып һөйләшергә, Ирендәреңдән үбергә Бик ныҡ теләйем! ҡушымта: (2x) Һин минең мөхәббәтем, Минең туған йәрем. Һин минең мөхәббәтем. Был йыр һинең өсөн. II. Нишләптер һин мине эттең, Шулай булырын да белдем. Ләкин һине генә күрҙем, Һуҡыр булғанмын. Яратмағанһыңдыр мине, Яҙмышыбыҙ шулай тине. Табылмаған һөйөүемде Һаман тапманым. ҡушымта: (4x) Һин минең мөхәббәтем, Минең туған йәрем. Һин минең мөхәббәтем. Был йыр һинең өсөн.
  • I. Кистәрен һиңә барам, Өйөңә килеп етәм, Һыҙғырам, ҡысҡырам, В общем, һине саҡырам. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә ҡырын ҡараның, Әрләнең... В общем, мине ҡыуҙың. ҡушымта/(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай". II. Кистәрен тағы барҙым, Гөл-сәскә тотоп килдем, Ҡыҙылдан, матурҙан, Әҙрәк һиңә оҡшаған. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә ҡырын ҡараның, Әрләнең... В общем, тағы ҡыуҙың. ҡушымта(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай". III. Сит илгә сығып киттем, Һәм шунда эшкә төштөм, Тырыштым, эшләнем, Ҡуп аҡса алып ҡайттым. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә матур ҡараның, Һа - Артымдан һин йүгерҙең! ҡушымта/(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай".
  • Караңғы кистә талпынам юҡҡа Онотоп булмай,күҙҙә юҡ йоҡо Күптән индҽ яңғыҙ ,ҡалдырҙың минҽ Бит йәнҽм яңғыҙ,һағынам һинҽ ҡушымта Киттҽң,киттҽң Күҙҙәрҙә йәш ҡалдырып Киттҽң , Минҽ уттарҙа яндырып Киттҽң, Минҽ яттарға ҡалдырып Киттҽң, Һин минән ,киттҽң 2.Йөрәгҽм ярты,яртыһы һиндә Ә бөгөн һинҽң күңҽлҽң кҽмдә Вәғәҙәләр бирҙҽң ,һөйәмҽн тинҽң Юлдарҙы ябып,ниңә һуң киттҽң 3.Күктә ай йөҙә,улда бит һиҙә Тирә яғына,йондоҙҙар тҽҙә Мин гҽнә яңғыҙ,мин гҽнә моңло Кҽм гҽнә килҽп йыуатыр йәндҽ