Башкирский переводчик Татарские песни Казахские песни

Песни про любовь на башкирском языке.
Страница 7

Любовь

Любовь — это самое сильное, прекрасное чувство в мире, и прожить его надо наслаждаясь им.

00:00/00:00
  • Иркәләй ул мине иркәләй ҡояштай иртәһен, Иркәләп һин мине иркәләп Бәхетле итәһең. 1. Ҡабатла шул һүҙҙәреңде Һин ҡабат-ҡабат. Иркәләйҙәр күңелемде Һаман. Ҡабатла һин исемемде Яңынан мең ҡат, Һаҡлармын хәтеремдә Һәр саҡ. Меңдәр араһынан уны эҙләнем йылдар, Табыр өсөн уны үттем күп юлдар. Таныным бары бер иркә ҡараштан, Иркәләй ул мине шул ваҡыттан. 2. Юғаламын күҙҙәрендә һаҡ ҡына йылмайһа, Ҡол итәһең күңелемде, Туҡта. Бәхетлемен, ҡойонамын Бөтмәҫ наҙҙа, Йәнем һәр минут һине Һағына
  • хаттар язам хина,хаттар язам аллэ барып етэ,эллэ юк яуап котам хаман борсоламын, кунелемдэ берзэ тынгы юк яуап котам хаман борсоламын, кунелемдэ берзэ тынгы юк. гаеплама мине гаеплама ауыр мина шуны анла хин, яуап язма лэкин ныклап уйла укенескэ иркам калмахын гаеплама мине гаеплама аауыр мина шуны анла хин яуап язма лакин ныклап уйла укенсека иркам калмахын хаттар язам тагын хина тагын язам анла иркам але хун тугел хунгы хатым балки ошо булыр миненда бит йорак боз тугел гаеплама мине гаеплама ауыр мина шуны анла хин яуап язма лакин ныклап уйла укенеска иркам калмахын
  • Был донъялар парлылар өсөнмө, Ниҡ бәхетһеҙ була яңғыҙҙар? Ауыр һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ, Уларҙа ла хисле йөрәк бар. Ҡушымта: Яңлышмағыҙ, зинһар, яңлышмағыҙ, Йәрҙәрегеҙ ятҡа ҡалмаһын! Ғәфү итсе мине – “Ғәфү ит!” - тип, Үкенерлек генә булмаһын! Иҫкә төшә бергә булған саҡтар, Күҙҙәреңдән йәштәр тамалар. Ергә ятып үкһеп илаһам да, Йыраҡ инде хәҙер аралар. Ҡушымта Йылдар үтеү менән яралар ҙа Уңала ул тигән булалар. Төндәр буйы йоҡлай алмам ятам, Һинең хаҡта һаман уйланам. Ҡушымта
  • Аҡ сәскәгә һине тиңләйем, Болондарҙы буйлап эҙләйем. Һөйөү серҙәремде һөйләйем, Һинһеҙ йәшәү йәмен күрмәйем. Ҡушымта: Яратам мин һине өҙөлөп, Аҡ сәскәләрҙе бирәм өҙөп. Күҙ йәштәрең берүк таммаһын. Мин яратам һине, аппағым. Йәнем минең, йәнем-йәнкәйем, Яҙмышымды һиңә бәйләйем. Эй, Хоҙайым, мең-мең рәхмәтем Биргән өсөн оло бәхетен. Кушымта Ҡабат тыуһамда был донъяға, Һиңә бәйләр инем яҙмышты. Күпме эҙләһәм дә – табалмам Һинең кеүек тоғро аҡҡошто.
  • Ҡолағымда сыңлай әле булһа, Күңелемдә ҡалды һаҡланып: - Мин барыбер һиңә бәхет бирә Алмаҫ инем, - тинең, аҡланып. Ҡушымта: Бәхет ҡошо беҙҙе урап үтте, Ниңә уны тота алманыҡ? Беҙ бәхетле йәрҙәр булыр инек, Ниңә шуны һуңлап аңланыҡ? Бәхет бирә алмаҫ инең микән? Әллә яҡшыраҡты эҙләнең? Ялыныр тип әллә уйланыңмы, Алдарыңа һинең теҙләнеп? - Ҡушымта Мин бит ғорур инем, - тигән булдың... Мин дә ғорур! Кемде алданыҡ? Бер бәхетле бөтөн булыр инек – Һуңлап, үтә һуңлап аңланыҡ. Ҡушымта
  • Был доньяга яралганбыз Икэу бэхет корорга Язмышыбыз уртак халып Тормош юлын узырга Хин-минеке,мин-хинеке Без бит хэзер бер ботон хундермэйек икэу яккан Усактардын туз колон Пар балдактыналтын тосо Тутыкмахын хис касан Зарланмайык хынаударга Донья шулай королган Гаилэ короу уйын тугел Шуны анлап йэшэйек Гумердэрдэ ике килмэй Кэдердэрен белэйек
  • Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә, Шәүрә килен киләм дә тигәнгә. Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян Шәүрә килен дә кейгән еләнгә. Шәүрә килен дә кейгән еләндең Итәк осҡайҙары ла мунсаҡлы. Айға ла ғына, көнгә тиңләмәйем, Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы. Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош, Ыласын ғына тиһәм дә, биле ала. Эскенәйем тулып, ай, ут яна, Һунһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?
  • Яҙ көндәренә оло йәм өҫтәп, Аҡҡоштар ҡайтты һин киткән яҡтан. Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр Миңә йыраҡтан, миңә йыраҡтан. Һиңә тип атап сәскәләр йыйҙым, Йыйған сәскәләр шиңделәр инде. Ҡайтыр әле тип көткән өмөттәр Һүнделәр инде, һүнделәр инде. Шиңгән сәскәләр ҡабат терелер, Ҡайтыу хәбәре һинән килгәс тә. Һүнгән өмөттәр ҡабыныр яңынан, Һине күргәс тә, һине күргәс тә.