Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песни про любовь на башкирском языке.
Страница 9

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Любовь

Любовь — это самое сильное, прекрасное чувство в мире, и прожить его надо наслаждаясь им.
  • Ярҙа егет, көймәлә ҡыҙ Һыу өҫтөндә ай йөҙә. Ике ярҙы тоташтырып Тулҡындарҙы ул теҙә. ҡушымта: Яр аҫтында тал ғына Яратмаһаң ҡал ғына. Ә яратһаң йүгереп төш Араларҙа ай ғына. Тал толомон һыу тарата Хәтерләтеп юл сатын. Ике яҡта яр йыраҡта Эргәмдәге йәр яҡын. Сәсрәп китте көмөш тулҡын Талдарҙан тамсы тама. Бер кәмәлә икәү бергә Бер бөтон бәхет аға.
  • Ҡарашың онотолмай һаман Эҙәрлекләй утта янам Йөрәгем һис тыңғыны белмәй Һәр миҙгелдә мин Һағынам Өмөтөм өҙөлә һине оноторға Башҡалар кәрәкмәй күңел йыуатырға Ҡулдарымды алып үҙем ҡулдарыма Үткәйнек юлдарҙы минең хыялымда Тормошҡа ашмаҫ ул ваҡыт уянырға Татлы төш кеүекһең яҡты таңдарымда Исемең ишетһәм дә яңлыш Күңелемде биләй һағыш Онотоу һис мөмкин түгелдер Шаяртыуың уҫаЯ л яҙмыш Өмөтөм өҙөлә һине оноторға Башҡалар кәрәкмәй күңел йыуатырға Ҡулдарымды алып үҙем ҡулдарыма Үткәйнек юлдарҙы минең хыялымда Тормошҡа ашмаҫ ул ваҡыт уянырға Татлы төш кеүекһең яҡты таңдарымда
  • Йөрәктәр кушылды, ә юлдар айырылды. Уртага ярылды тормоштар. Яртышар-яртышар калдык беҙ, нишләрбеҙ, Яҙмыштан булмаhа уҙмыштар? Һөйгәнем яттарда, моңhоу таң атканда Өҙөлә йәндәрем, өҙөлә. Хәсрәтем югала, шатлыгым юл ала Бер генә караhаң йөҙөмә. Дөм-кара төндәрдә, Йондоҙҙар hүнгәндә, Йөрәкте сакмалай сагырмын. Менәрмен үрдәргә, Төшөрмен гүрдәргә, Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.
  • Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр… Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға… Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да,йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫтә ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға, Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. Һин – ғүмер ағыштарым, Һин минең һағыштарым, Һин – минең шатлыҡ илем, Юғалтыу – табыштарым, Һин – минең һағыштарым.
  • Аҡты ташып, аҡты ярһып ҡар һыуҙары, Шулдыр инде яҙҙың шашып ярһыуҙары. Аҡты беҙҙең ҡар өҫтөндә ҡалған эҙҙәр, Аҡты илап икәү бергә һалған эҙҙәр... Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға. Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға. Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала. припев: Һин - ғүмер ағыштарым, Һин - минең һағыштарым, Һин - минең шатлыҡ илем, Юғалтыу-табыштарым, Һин - минең һағыштарым. Бына инде тағы ергә ҡарҙар яуа, Бөтә нәмә туңған төҫлө ҡар аҫтында. Һыуҙар аға, айҙар аға, йылдар аға. Һине күрәм айҙар, йылдар ҡарашында. припев: Һин - ғүмер ағыштарым, Һин - минең һағыштарым, Һин - минең шатлыҡ илем, Юғалтыу-табыштарым, Һин - минең һағыштарым. (Р.Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Яҙ һайын ҡоштар ҡайта, Муйыл да аҡ сәскәһен ата. Тәбиғәт пышылдай: "Ул да һине эҙләй, ул ярата". Яҙ етһә, хистәрен тыя алмай, Йылғалар ярҙарынан таша. Ашҡын һыу ҙа ярһый, Ярһый әйткән һымак "ул ярата". припев: Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Төндә төштәремә керәһең. Үҙемде белмәйем, Күҙҙәремдә килә күрәһе. Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Минең һөйөүемде беләһең. Йәшермә хистәрен Уйҙарыңды килә беләһем. Яҙғы тәүге йылы елдәре Сәстәремдән иркәләп үтә. Ләйсән ямғыр шыбыр-шыбыр әйтә миңә "Ул ярата". Яҙҙар алып килгән мөхәббәт Ысын булырына ышанамын. Йөрәк ярһып тибә: "мин дә һине һөйәм, Мин яратам". припев: Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Төндә төштәремә керәһең. Үҙемде белмәйем, Күҙҙәремдә килә күрәһе. Ҡайҙа һин, һөйгәнем? Минең һөйөүемде беләһең. Йәшермә хистәрен Уйҙарыңды килә беләһем. (Ф.Килдеғолов муз., В.Камалов һүҙ.)
  • Был донъяла һин булмаһаң, Бер минут тормаҫ инем. Һинһеҙ йәшәү мәғәнәһе лә Һис кенә булмаҫ ине. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) Хоҙай миңә һине яратҡан, Һин минең өсөн тыуған. Кемдең кемгә булырын да Маңлайҙарға яҙылған. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) Мөғжизәле һөйөү илендә Өсөнсөгә урын юҡ. Һәр беребеҙҙең бер миҙгеле - Мең ғүмергә торорлоҡ. припев: Һинең һөйөп йөрөүеңде һиҙәм, Уттар йотоп йөрөүеңде — Һиҙәм, күрәм, беләм. (2 раза) (Ф.Килдеғолов муз., Р. Сурағол һүҙ.)
  • Тәүге тапҡыр һинән сәскә алдым, Тап шул килеш ҡалдың хәтерҙә. Ялан сәскәләрен күргән һайын Иҫкә төшәһең һин хәҙер ҙә. (2 раза) Һиңә тиклем башҡа берәү таңдан Миңә гөлдәр бүләк итмәне. Һәр йыл һайын тыуған көнөм етһә, Миңә шул гөл, шул гөл етмәне.(2 раза) Гөлләмәләр була ҡосаҡ-ҡосаҡ, Дуҫтар ҙа күп төрлө йәштәге, Барыһы бар, тик һин генә юҡһың, Юҡтағылай ялан сәскәһе. (2 раза) Тәүге күкрәү булып килдең дә һин, Алып киттең бәхет күгенә. Яҙғы бер йыр булып, бер моң булып, Ләйсән булып ҡалдың күңелемдә... (2 раза)
  • Тотоп ҡулдарыма роза сәскәләрен Ашығамын һинең яныңа. Сыҡмай уйҙарымдан толом сәскәйҙәрең, Йылмайыуыңды мин һағынам. припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары, Саф-саф минең хыялдарым Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, Тик яуабың һаман икеле. Әллә ялғандырыу һүҙ тип әйткәндәрең, Һуҙаһың ҡауышыу минутын. Үтербеҙ беҙ икәү тормош кәртәләрен, Һуҙған ҡулдарыма һин тотон! припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары, Саф-саф минең хыялдарым Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, Тип яуабың һаман икеле. Беләм күҙҙәреңдән - һин дә бит һөйәһең, Етмәгәндер ваҡыты әйтер. Бел һин шуны, йәнем, "эйе" тигән һүҙен Йылдар көтөргә лә мин әҙер! припев: Аҡ-аҡ сәскәнең таждары. Саф-саф минең хыялдарым, Сәскәнең таждары шикелле. Йөрәккәйем тибә һикереп, "Яратам" тип әйттең шикелле.
  • Телефондар шылтырайҙар, һине көтәләр, Һинең бөтөн уйҙарыңды миңә илтәләр. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) Телефондар шылтырайҙар, ә һин һаман юҡ. Көндәр үтә, айҙар үтә, күңелеңдә мин юҡ. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) Телефондар, телефондар һаман шылтырай. Йөрәк яна, һин һаман юҡ, күңелем һис тынмый. припев: Әйтсе, иркәм, әйтсе миңә, Һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә Ғашик булдым мин. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Һинең ҡулда минең күңел айы, Һин күрәһең ғашик йәнемде. Тау шишмәһе йөрәк моңон тыңлай, Ярһып атҡан ҡайнар ҡанымды. Ишетмәгән шишмә бындай моңдо. Тынып ҡалған тәрән һулышта. Йә, Хоҙайым, нисә быуат тағы Тәү тапҡыр мин тындым һағышта. Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы, Берен сиртһәң, шундай моң сыға. Моңдо тыңлап, йондоҙҙарын айы Әйләндергән икән тамсыға.
  • Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Иркәм, төнөн күккә баҡһаң, Минең һөйөүемде шул минутта аңларһың. Ерҙә күпме эҙләһәң дә, Минән башҡа ғашиҡ йәнде, йәнем, тапмаҫһың. Тик яҡты йондоҙ таңда әкрен генә күҙ ҡыҫыр. Ул минең һиңә тәүге һүҙем булыр. Әгәр яуап бирер булһаң, Минең йондоҙомдың таңғы сәләм һүҙенә, Йөрәк серен асалмаһаң, Ҡыймайынса ҡарарғала минең күҙемә. Әйт сәләмеңде күктәге иң яҡты йондоҙға, Ул һис тартынмай юл күрһәтер беҙгә. припев: Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Һине атап һөйөү хаҡына. Йым-йым иткән һанһыҙ йондоҙ араһына Ғүмер буйы көткән хыял хаҡына. Беҙҙең йөрәктәр ҡауышһа, Киң йыһандан берҙәрен табып аҙашмай. Беҙҙән бәхетле пар булмаҫ, Бер-береһен йәндәй күреп шулай яратҡан. Ә бөтә ғәләм, беҙҙең мөхәббәткә таң ҡалыр, Тик яҡты йондоҙ беҙгә шаһит булыр. припев: Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Ҡош юлдары буйлап алыҫҡа. Мең-мең нурҙар менән балҡырһың һин унда, Урын юҡ йыһанда һағышҡа. Ос, ос йөрәк күккә, йондоҙҙар янына, Һине атап һөйөү хаҡына. Йым-йым иткән һанһыҙ йондоҙ араһына, Ғүмер буйы көткән хыял хаҡына.
  • Моң тибрәләй күктәр киңлегендә, Ҡоштар китә алыҫ ерҙәргә. Сылбыр-сылбыр булып ҡоштар китә Тирәктәре йәшел илдәргә. Тирәктәре йәшел илдәргә! Беләм инде, беләм, еңел түгел, Киткәнем бар тыуған илдәрҙән! (2 раза) Һау буллашыу йәшел күҙҙәремдә Көҙгө елдәр ҡоса илдәрҙән. Беләм инде, беләм, еңел түгел, Киткәнем бар тыуған илдәрҙән. Киткәнем бар тыуған илдәрҙән! Сит илдәрҙә ҡалмаҫ ҡоштар ҙа бит, Ҡабат тыумай яҡты донъяға, Ҡанатлы ҡош нишләп ҡайтмай ҡалһын Тыуған ергә, тыуған ояға? Тыуған ергә, тыуған ояға? Беләм инде, беләм, еңел түгел, Киткәнем бар тыуған илдәрҙән! (2 раза)
  • Иркәләй ул мине иркәләй ҡояштай иртәһен, Иркәләп һин мине иркәләп Бәхетле итәһең. 1. Ҡабатла шул һүҙҙәреңде Һин ҡабат-ҡабат. Иркәләйҙәр күңелемде Һаман. Ҡабатла һин исемемде Яңынан мең ҡат, Һаҡлармын хәтеремдә Һәр саҡ. Меңдәр араһынан уны эҙләнем йылдар, Табыр өсөн уны үттем күп юлдар. Таныным бары бер иркә ҡараштан, Иркәләй ул мине шул ваҡыттан. 2. Юғаламын күҙҙәрендә һаҡ ҡына йылмайһа, Ҡол итәһең күңелемде, Туҡта. Бәхетлемен, ҡойонамын Бөтмәҫ наҙҙа, Йәнем һәр минут һине Һағына