Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские песни на свадьбу.
Страница 3

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

На свадьбу

Башкирские песни для танцев на свадьбе, никахе
  • Хина килам, кулымда саскалар тотам Был саскалар,хинен туйына Тугызынсы катка мине лифт мендера Хам алдымда хин туй кулдагенда ПРИПЕВ. Нисек матурхын хин богон ак кулдакта Был саскалар был булакта Хам котлаузар тик хина гена Хам янында торган егет урынына Хис мин тугел хам куз йаштар аша Телаем тик бахет хина Бына инде никах харайына килдек Хин бахетле хин уга хырылан А мин ситта кунак арахында торам Хам тик хезга карап мин хыгылам ПРИПЕВ.
  • 1. Нисә йылдар һине көттөм, Һине генә эҙләнем. Һин күң(е)лемдең гөл-сәскәһе Һин минең киләсәгем. Аҡыллы, ышансылы ир Булырмын һинең өсөн. Һин бәхетле булһын өсөн, Түгәрмен бөтә көсөм. ПРИПЕВ: Донъяның бар шатлыҡтарын Бүләк итәм - итәм мин һиңә. Һине генә - һине яратырмын Кейәүгә сыҡ һин миңә! 2. Бәхет-шатлыҡ беҙҙе көтә Бер-бер артлы теҙелеп. Тәҡдим яһайым бөгөн һиңә. Яуап көтәм өҙөлөп. Насип булһа бергә-бергә Һөйөрбөҙ кескәйҙәрҙе. Ейән менән һөйөндөрөп Ҡәҙерле әсәйҙәрҙе.
  • 1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде - Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ! Бергә булһын, яҡты булһын, Уртаҡ булһын уйығыҙ! Тик бәхеттән генә торһон Һеҙҙең барыр юлығыҙ! Ҡайғы - хәсрәт, көйөнөстө Ситкә алып ҡуйығыҙ! Ҡушымта: Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар! Атай-әсәй, дуҫ-туғандар Табынға йыйылғандар! Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк: Бирһен Хоҙай күрешергә Беҙгә алтын туйҙарҙа! 2. Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш, Һомғол, зифа буйығыҙ! Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ, Тик бәхетле булығыҙ! Татыулыҡта,именлектә Үтһен һәр бер көнөгөҙ! Пар ҡанатлы мөхәббәттең Ҡәҙерҙәрен белегеҙ! 3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ, Һүрелмәһен тойғоғоҙ! Тормош юлын етәләшеп, Йәнәш кенә уҙығыҙ! Ел-буранда, ҡараңғыла Бер-үк, һеҙ аҙашмағыҙ! Ярты юлда өҙөлмәһен Мөхәббәтле йырығыҙ!