Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Башкирские народные песни.
Страница 2

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Народные

  • Йәшел генә сана, зыңғыр дуға Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа. Эй-й... Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам, Ирешер инем, Фатимам, моратҡа. Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел, Һайраһа ла туғайы киң түгел. Эй-й... илама ла, Фатимам, илама, Югереп атлап етер ҙә ер түгел. Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға Талпына ла микән, ҡош күреп, Эй-й... киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп, Көтә микән Фатимам, төш күреп. (Икенсе вариант) Йәшел генә сана, зыңғыр дуға, Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа. Тыуғае яҡтарыма ҡайтып торор ҙа булһам, Ирешер инем, Фатимам, моратҡа. Иртән генә тороп, бер ҡараһам, Ҡырҡты менән Өрпәк күренә. Ерһенмәйем, Фатимам, сит ерҙәрҙе, Зарураттан күркәм күренә. Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға Талпына ла микән, ҡош күреп. Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп, Көтә микән Фатимам, төш күреп.
  • Йоморо матур тояғыңды дағаларбыҙ, юрғам, Ҡырас матур ялдарыңды уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөр инде, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам. Башыңдағы йүгәнеңде көмөшләрбеҙ, юрғам, Ҡара-ҡырпыу үңлегеңде нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөрсө әле, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам. Дуға кеүек муйыныңды иркәләрмен, юрғам, Түшәк кеүек һыртҡайыңды ҡырғыслармын, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды төшөр инде, юрғам. Һайт, ҡара юрғам, тайт, ҡара юрғам.
  • Уралым, Уралым! Күгәреп ятҡан Уралым Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡанда Һайрап ҡаршылай ҡоштарың Тонйорап ҡояш батҡанда Һайрап оҙата ҡоштарың Һине маҡтай йырҙарым Һине данлай йырҙарым Һин бит минең төйәгем Һине һөйә йөрәгем Уралым, Уралым
  • Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Осрашҡандар көндәр төн менән. Был донъяны белгәнемдән алып, Һинең барлығыңды мин беләм. Һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм. Ғәлийә: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Йөрәгемә ҡунды ялҡыны. Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ Һөйөү булғандыр ул, ахыры. Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым, ЙЫрактан эҙләгән яҡыным. Йөрәктә ҡабынған ялҡыным, Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым. Заһир: Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда, Ғүмерҙәре янып юғала. Ғәлийә Ә мәхәббәт ғүмерләрҙән оҙон, Мәңге яна, мәңге йырлана. Заһир, Ғәлийә бергә: һин ҡайда, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/, Шатланам, илайым һәм көләм. Мәхәббәт алдында баш эйәм, Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлийәм, /Заһирым/.
  • Йөрәктәр ҡушылды Ә юлдар айрылды Уртаға ярылды Тормоштар Яртышар,яртышар Ҡалдыҡ беҙ нишләргә Яҙмыштан булмаһа уҙмыштар. Һөйгәнем яттарҙа Моңһоу таң атҡанда Өҙөлә йәндәрем өҙөлә Хәсрәтем юғала Шатлығым юл ала Бер генә ҡараһам йөҙөңә. Дөм ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә Йөрәкте саҡмалай саҡырмын Менермен үрҙәргә Төшөрмөн гүрҙәргә Яҙмыштан уҙмыштар табырмын.
  • Йәшел генә сана, зыңғыр дуға Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа. Эй-й... Атайсалға ҡайтып торор ҙа булһам, Ирешер инем, Фатимам, моратҡа. Һандуғастар һайрар, ай, ер түгел, Һайраһа ла туғайы киң түгел. Эй-й... илама ла, Фатимам, илама, Югереп атлап етер ҙә ер түгел. Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға Талпына ла микән, ҡош күреп, Эй-й... киң түшәккәйҙәрен тарҙар йәйеп, Көтә микән Фатимам, төш күреп. (Икенсе вариант) Йәшел генә сана, зыңғыр дуға, Ектерһәнә, Фатимам, тур(ы) атҡа. Тыуғае яҡтарыма ҡайтып торор ҙа булһам, Ирешер инем, Фатимам, моратҡа. Иртән генә тороп, бер ҡараһам, Ҡырҡты менән Өрпәк күренә. Ерһенмәйем, Фатимам, сит ерҙәрҙе, Зарураттан күркәм күренә. Ебәк кенә баулы күк ҡарсыға Талпына ла микән, ҡош күреп. Йөҙ илле лә керпек күҙен йомоп, Көтә микән Фатимам, төш күреп.
  • З.Исянчурин, Э.Абубакиров, Р.Шагбалов НАШИ ЦЕЛИ : пропаганда национальной музыки, культуры в Республике Башкортостан и за ее пределами. Песни и мелодии своего народа, его духовное богатство, и культура - вот все то, что мы хотели бы донести до нашего зрителя. Это то, ради чего мы работаем - таково наше творчество!
  • Сабып сыгып сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын, Оран халып илге, хай, Салауат, Менгелекке ейзей сафтарын. Кушымта: Ай-хай, Салауат, тыуган илден кото, Ай-хай, Салауат, тыуган ерзен уты, Ай-хай, Салауат - башкортомдон каны, Ай-хай, Салауат, уз халкымдын даны. Акмагандай кире Агизелкей, Сукмегендей ерге Уралтау, Салауаттын йыры илде тынмас, Ене алмас рухын корал-дау. Кушымта: Ай-хай, Салауат, тыуган илден кото, Ай-хай, Салауат, тыуган ерзен уты, Ай-хай, Салауат - башкортомдон каны, Ай-хай, Салауат, уз халкымдын даны. Сит ил дошмандары хор халкымдын Юлдарына купме таш оймес. Батшаларга башын эймегшнеде, Сит-яттарга башкорт баш эймес. Кушымта: Ай-хай, Салауат, тыуган илден кото, Ай-хай, Салауат, тыуган ерзен уты, Ай-хай, Салауат - башкортомдон каны, Ай-хай, Салауат, уз халкымдын даны.
  • Урал киңлегенә сығып берәү Тыпырҙаны баçып ташына. Бөркөт булып саңkыны ул күктә Аkбуҙаттай осто kаршыма }2 раза 2)Ғорурлыk бар һәр бер хәрәкәттә Һәр бер талпыныуҙа ғәйәрлек. Башkорт kурайҙарын бер тыңлаһаң, Колас ташлап осоп бейерлек }2 раза Припев: Шул донъяла бейемәйсә, йырламайса Йәшнәүҙәре, йәшәүҙәре яҙыkтыр. Байыk аçты бейеүҙәре kорҙарында Рухы күтәрелә беҙҙең халыkтың. 3)Күл өçтөндә йөҙгән аkkош мы был? Тәңкә сыңы арбай зиһенде. Күктә ете йондоҙ хәрәкәте Кыҙҙар бейеүеләй күренде }2 раза Припев (2 раза). 4)Мөмкин микән бер һүҙ өндәшмәйсә Асылдарын асыу халыkтың? Башkорт бейеүсеһе бейегәндә Ниндәй тойғоларға юлыkтым, Ниндәй бейеклеккә юл тоттом? Привет (2 раза) Байыk Байыk
  • Ырыуың кем? – Үҫәргән, Ырыуың кем? – Юрматы, Ырыуың кем? – Ҡатай, Ырыуың кем? – Табын, Ырыуың кем? – Ҡыпсаҡ, Ырыуың кем? – Бөрйән, Ырыуың кем? – Тамъян, Илебеҙ Башҡортостан! Башҡортостан — гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан! Башҡортостан баҡсаһы — арыҫландар торған ер, Арыҫландар бабаһы — ҡаһармандар йөрөгән ер, Арыҫландар бабаһы — ҡаһармандар йөрөгән ер. Ҡыуан аңлап, эй, Ватан, беҙ аңланыҡ хәлеңде, Һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде, Һине һалып ҡулбашҡа, беҙ йөкләнек ғәмеңде. Башҡортостан — гөлбостан, былбылстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан. Башҡортостан — гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт тигән арыҫлан. Башҡортостан йәшәһен, cөнбөлөстан йәшәһен! Шунда тыуып, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен! Шунда тыуып, шунда үҫкән арыҫландар йәшәһен! Башҡортостан — гөлбостан, cөнбөлөстан, нурбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан, Шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан.
  • Аһ, Ырымбур-кала, сахра-дала, Күккә ашып[4] тора манара... Припев Сау булыгыз, дуслар, без китәбез, Бәлки очрашмабыз, тиз ара... Аһ, Ырымбур-кала, сахра-дала, Күккә тиеп тора ара тау[1]. Припев Сау булыгыз, дуслар, без китәбез, Бәлки очрашмабыз, исән-сау...[1] Аһ, Ырымбур-кала, сахра-дала, Елкылары чыккан бәйгегә[5]... Припев Сау булыгыз, дуслар, без китәбез, Бәлки очрашмабыз, мәңге дә..
  • Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ — Полковник Тәфтиләү яу урыны. Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас, Алтынланды уның яурыны. Аҫтындағы эйәр атҡа тейер, Эйәре лә белмәҫ, ат белә. Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен Үҙе белмәһә лә, ил белә. Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ, Йыр йырламай күңел асылмаҫ. Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ. Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ. Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ. Ҡара ла ғына урман ҡая бите, Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта. Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш, Ейәндәрем уҡыр бер саҡта.
  • Баҡсаларҙа сәскә ата Һин ултыртҡан бөрлөгән. Ул да һине көтә һымаҡ, Ник килмәйһең, бер генәм? Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза) Бөгөн төндә төштәремдә Һине күрҙем, бер генәм. Мин тал, имеш, ә һин, йәнем, Гүйә ҡара бөрлөгән. Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Тиҙерәк кил, бер генәм! (2раза) Бөрлөгәндәй күҙҙәреңде Көн дә килә күрәһем. "Һөйәм" тигән һүҙҙәреңде Ҡабатлайым йыр менән. Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза) Баҡсаларҙа сәскә ата Һин ултыртҡан бөрлөгән. Ул да һине көтә һымаҡ, Ник килмәйһең, бер генәм? Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һин бит минең бер генәм! (2раза)
  • Порт-Артур тигән таш ҡала Күп ҡалаларға баш ҡала. Һары диңгеҙ буйҙарында Ҙур ҡалаларҙан һанала. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур. Порт-Артур тигән ҡалаға Япондар туп аталар. Аямай дошман, аямай Таш ҡоймаһын ваталар. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур. Дошмандарҙан уны яҡлап, Күп ирҙәр башын һала. Ирҙәр үлә, башын һала, Бөтмәҫ дандары ҡала. Ай-һай, Порт-Артур, Була торғайның матур. Япондар туп аталар, Порт-Артурҙы ваталар. Ҡайһы аяҡһыҙ, ҡайһы ҡулһыҙ, Ҡысҡырышып яталар.
  • Ай, әле бик йыраҡта инек, Етмеш саҡрым ерҙән килдек беҙ; Ак ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Туғандарҙың hағынған сағы, Аҡ ҡалфаkтың тағылған сағы, Туғандарҙың hағынған сағы. Етмеш саҡрымд яҡын ер түгел, Бер осрашыр өсөн килдек беҙ; Аҡ ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған. Аҡ ҡалфағым төшөҙрөм ҡулдан, Беҙҙең дуҫ-иш менән ил тулған. Ырымбурҙан дебет шәл алдым, Алтын тәңкә бирҙем йәлләмәй; Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер. Алтын тәнкә бик ҙур мал түгел, Бер осрашыу үҙе бер ғүмер.