Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Новогодние песни на башкирском.
Страница 2

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Новогодние

Новогодние песни на башкирском языке
  • hә,-тигәнсе утеп китте ещё один год! ғумер шулай тиҙ утә не заметишь,вот. ҡунаҡҡа,байрамға приглашаем вас. приходите,приносите много кустәнәс. ҡыш бабай менән бергә дед мороз идет. яңы йыл беҙгә килә, значит Новый год! куп итеп большой открытка будем написать. байрам килгәс бөтәhен дә надо поздравлять. Бөтәгеҙгә беҙ желаем ҡоростай Бәхет. алла бирhә будем живы много-много лет. Йәшел ёлка баштарында звёздочка яна. туда-сюда бейеп йөрөй ыснегурочка. беҙ шампанскийҙы эсәбеҙ, звеня хрусталём. гармунсыбыҙ,уйна әле бергәләп споём. йыйылышып веселимся, значит до утра. яңы йылды отмечает вся родной страна. беҙ бигерәк яратабыҙ ошо байрамды. йыл буйы көтөп алабыҙ новый год-hине!
  • 1. Көмөш нурҙарын һибеп, Һауала ай йылмая. Көләс йөҙлө йондоҙҙарҙа Төнгө күктә шаяра. Ҡыш бабай ағас-ерҙәргә Селтәрләп мамыҡ һипте. Аҡ бәхеттәй ҡарҙар менән Яңы йыл килеп етте. Кушымта: Яңы йыл килһен беҙгә Уңыштар менән бергә. Сәләмәт-һаулыҡ,байлыҡ килтерһен. Күңелдәр булһын тоғро, Өҫтәлдәр булһын тулы. Эргәлә тик дуҫтар ултырһын. 2. Илемдә булһын тыныс, Булмаһын һистә һуғыш, Килешһен үҙ-ара дошмандар. Ғашиҡтар булһын бергә, Өлкәндәр үтһен түргә, Шатлыҡҡа күмелһен балалар. Яңы йыл килһен беҙгә Уңыштар менән бергә, Сәләмәт-һаулыҡ ,байлыҡ килтерһен. Күңелдәр булһын тоғро, Өҫтәлдәр булһын тулы. Эргәлә тик дуҫтар ултырһын!
  • Һеҙҙе яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ Киләһе йыл һеҙгә уңыш килтерһен Һеҙҙең өсөн беҙ ошо йырҙы йырлайбыҙ Иң шәп байрамығыҙ күңелле үтһен Яңы йыл байрамы килеп етте өлгөрөп Бергә үткәрәйек шатланып,бейеп,көлөп Ҡыш бабай киләм тип былтырҙан һүҙен бирҙе Матур-матур ҡарһылыуҙар беҙгә алып килде (әпкилде) Һеҙҙе яңы йыл байрамы менән ҡотлайбыҙ Киләһе йыл һеҙгә уңыш килтерһен Һеҙҙең өсөн беҙ ошо йырҙы йырлайбыҙ Иң шәп байрамығыҙ күңелле үтһен
  • 1. Ап-аҡ ҡар бөртөктәре һауала өйрөлә, Бейейҙәр гүйә ҡыштың сихри бер көйөнә, Йондоҙҙарға ғына хас, сағыу йымылдап, Байрам кәйефе өләшәләр беҙгә Яңы йылда! Ҡушымта: Тылсымлы Яңы йыл Бәхет-шатлыҡ килтерә, Ашмаған хыялдар ашһын тип, Яңынан өмөт бирә. Тылсымлы Яңы йыл, Янымда дуҫ-туғандар, Бер генә теләк, бер генә үтенес, Һаулыҡҡа бай булһындар! 2. Аҡ ҡарҙай яҡтыһын ғына иҫтә ҡалдырып, Оҙатайыҡ үткәндәрҙе, киләсәккә юл асып. Яңы йыл - яңы сәйәхәт, яңы хәтирәләр. Теләгеҙ, ышанығыҙ - килер яҡты көндәр! Ҡушымта: шул уҡ
  • Киске сәғәт ун икене Көтәбеҙ, өҙлөп көтәбеҙ Яңы йылды ҡаршылайбыҙ Иҫке йылды оҙатабыҙ Ултырма,өйҙә ултырма Дуҫтарың тышта көтә һине Сөнки бөгөн бик ҙур байрам Яңы йыл килеп етте беҙгә Сәғәт ун ике тулды Яңы йыл килеп етте Шатланышып, гөрләшеп Был байрамды ҡаршы алдыҡ Бөгөнгө көндә ихлас үткәрә беҙҙең йәштәр Ҡысҡырышып бейейҙәр, бөгөн бит беҙҙең яңы йыл Ҡайғы хәсрәттәреңде онотоп тор бөгөнгә Яңы йыл килеп етте Яңы тормошыңды башла Бокалдарҙы күтәрегеҙ, гөрләшеп йырлашығыҙ, ҡысҡырышып бейегеҙ Ҡушымта: Яңы йыл менән ҡотлайым һеҙҙе мин Бәхет, шатлыҡтар теләйем һеҙгә мин Мәңге күңелле булып ҡалығыҙ һеҙ Бөгөн беҙҙең яңы йыл, бейейбеҙ бергә Сәғәт ун ике тулды, яңы йыл килеп етте Күпме көттөк бу көндө,купме көттөк бу сәғәтте Тотоғыҙ шампандарҙы,күтәренке кәйефтәр Йырлашығыҙ, бейегеҙ Бөгөн бит беҙҙең яңы йыл Ҡыш бабай килеп етер, бүләктәрен таратыр Йондоҙҙар кеүек балҡыр Шыршы уттары ҡабыныр Төшәйек беҙ бейергә, гөрләшеп йырлашырға, кәйефте күтәрергә
  • Бөтә донъя ап-аҡ, бәҫ ҡуна керпеккә, Мөғжизәне көтөп беҙ ҡарайбыҙ күккә. Ҡапыл буран тымды, шат йылмая дуҫым, Һәр көнөбөҙ шулай оло байрам булһын. Ҡушымта: Бәхеттәр генә теләп, яны йыл кила беҙгә, Күңелдәр ҡанатлана, дуҫтарым да шатлана. Һаумы, ҡупшы шыршы! Боҙ шыуғалаҡ сәләм, Яңы йылдың йырын ишетһен бар Ғаләм. Яңы йылға теләк- иң матур теләктәр. Килер ҙә Ҡыш бабай, таратыр бүләктәр. Ҡушымта: Бәхеттәр генә теләп, яны йыл кила беҙгә, Күңелдәр ҡанатлана, дуҫтарым да шатлана Бөтә донъя ап-аҡ, бәҫ ҡуна керпеккә, Мөғжизәне көтөп беҙ ҡарайбыҙ күккә. Ҡапыл буран тымды, шат йылмая дуҫым, Һәр көнөбөҙ шулай оло байрам булһын. Ҡушымта: Бәхеттәр генә теләп, яны йыл кила беҙгә, Күңелдәр ҡанатлана, дуҫтарым да шатлана Бәхеттәр генә теләп, яны йыл кила беҙгә, Күңелле булды быйыл, hаумы, яңы йыл эhэhэhэhэй Яңы йыл менән
  • Ағастарға бәҫтәр ҡунғанда Яндарымда дуҫтар йыйылғанда Күңелгә моң тула, яңы матур йыр тыуа Йондоҙ кеуек көмөш ҡарҙар яуа Ҡушымта: Леп-леп ҡарҙар тугел, Бәхет осҡондары яуа . Күңелдәргә уйнап-көлөп Яңы йыл килә(2) Хуш еҫ бөркөп шыршы балҡығанда Ҡурҡмайбыҙ ел,дауыл,бурандарҙан. Аҡ теләктәр теләп,мин дуҫтарыма киләм Ҡотлайым яңы йыл менән. Ел-саналарҙа ҡыш бабай елә, Күстәнәстәр тейәп беҙгә килә. Дуҫтарым ҡыуана,куңелдәр йыуана Тылсымлы донья уяна
  • Яңы яуған ҡарға баҫып Тағы яңы йыл килә Сыҡһаң уның ҡаршыларға Йә моңаям, йә көләм Ябалаҡлап яуа ҡарҙар Битемә ҡунып ирей Иҫке йылдан яңы йылға Улар ҙа күсеп йөрөй Ҡушымта: Хәлең нисек, сәйер миңә Үткәндәрҙе онотоп Мөмкинме һуң был ғүмерҙе Тик бер аҙ ғына оҙатыу Ябалаҡлап яуа ҡарҙар, Үтте тағы бер йылым. Эшләнмәгән күпме эш бар, Йырланмаған йырҙарым. Ҡар һырыған аҡ ботаҡтар, Әйтерһең, сабый ҡулы. Юҡ, моңайма, шатлан тиеп Ҡул һуҙа ... һеңлем