Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Өфө матур ҡала»
исполнителя Радик Гареев.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ерҙә гүзәл ҡалалар күп,
Һинең кеүек юҡ бүтән.
Шуға һине йөрәгемдә
Ҡояш итеп йөрөтәм.

Припев:
Эй, Өфөм матур ҡалам,
Һиңә ҡарап һоҡланам.
Бер ваҡытта ла мин һине
Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза)

Ай үҫәһең, көн үҫәһең,
Тарих эҙҙәрен һаҡлап.
Мөмкинме һине ҙурламау,
Һине йырламау, маҡтап?

Припев:
Эй, Өфөм матур ҡалам,
Һиңә ҡарап һоҡланам.
Бер ваҡытта ла мин һине
Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза)

Һәр тараф гөлгә күмелгән,
Бал тама йүкәләрҙән.
Һиндә сафлыҡ, һиндә шатлыҡ,
Һиндә бәхет, һиндә йәм.

Припев:
Эй, Өфөм матур ҡалам,
Һиңә ҡарап һоҡланам.
Бер ваҡытта ла мин һине
Яратыуҙан туҡтамам. (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Бик йыш төштә күрәм иҫке өйҙө, Иҫке өйөм - бала саҡтың йөҙө. Үткәндәрҙе күрһәм иҫке өйҙә, Яҡты уйҙар үҙәгемде өҙә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Таралыштыҡ, ҡанатыбыҙ нығып, Ҡайтҡылайбыҙ һирәк, бик һағынып. Гел ҡайтабыҙ тура, яңы өйгә, Теүәлләнә донъя ҡайтҡан көйгә. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйөм - ул бит ҡош ояһы, Олатайым, атайымдың яғы. Иҫке өйөм баҙар ығы-зығы Әсәйҙең дә әле йәп-йәш сағы. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. Иҫке өйҙө бик йыш төштә күрәм. (С.Низаметдинов муз., А. Усманов һүҙ.)
  • Юлдарым буйлап киләмен, Елдәрем иҫә генә; Йылдарым балҡып һүнәләр – Ғүмерем иҫәбенә. Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый Балҡыған күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Йыр йырлап һөйгәнемә; Ҡанатландыра күңелде Һөйҙөрә белгән генә. Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый Ҡанатлы күңелдәрҙә. Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек, Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Килмәйем, еләм генә. Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле Дуҫтарым менән генә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.
  • Дуҫлыҡ йыры тынмай яңғыраһын, Еребеҙҙе ай-хаҡ мең ураһын Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары. Күңелдәрҙән күскән күңелдәргә Йәйғор булып төшкән киң ерҙәргә Иң матур йыр беҙҙә — дуҫлыҡ йырҙары, йырҙары. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә. Ҡайғы түгел, шатлыҡ-нур өләшеп, Ауырлыҡтар еңдек бергәләшеп, Торған ерҙәр, беҙҙең башҡа уйҙар бер, уйҙар бер. Бер хыяллып, бер теләкле итеп, Мәңгелеккә хуш йөрәкле итеп, Тоташтырған безҙҙе оло тыуған ер, тыуған ер. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә. Бергә инде ярһып ут-суларга, Бер сәмеңне алып йондоҙҙарға, Йылдар ағышында дуҫлыҡ сыныҡты, дуҫлыҡ сыныҡты. Һағындырып ҡына осраштырып, Осраштырғас тағы хушлаштырып, Һынай икән ваҡыт беҙҙең дуҫлыҡты, дуҫлыҡты. Һабуллашып йыраҡ китһәктә, Беҙ ҡайҙарҙа ғына етһәктә, Дуҫлыҡ йыр ҡалыр йөрәктә, йөрәктә.
  • Юлдарыма аҡ томандар Аҡ пәрдәләр ҡорғандар. Һөйгәнемде эҙләп киләм, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Бөгөн кистә аҡ томандар, Юлды ҡаплап ҡуйғандар. Ул да мине эҙләгәндер, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар! Беҙ бит ерҙә мәңге бергә, Булыу өсөн тыуғандар. Мөхәббәткә юл бирегеҙ, Таралығыҙ томандар, Таралығыҙ томандар!
  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!