Текст песни:
Бер мәл генә бит ул был ғүмеркәй,
Йәшәгеҙ һеҙ күреп мәңгелектәй.
Парлы булһын юлдар, йырлы булһын йылдар,
Һәр көнөгөҙ үтһен туй көнөләй.
Ҡушымта :
Пар сейәкәй матур тәлгәш менән,
Туйҙар матур кейәү-кәләш менән,
Ҡарап күҙҙәр туймай, һөйөнөп күңел тынмай,
Пар сейәләй һеҙ ҙә йәнәш килгән.
Һайрап ҡына торор һандуғас һеҙ,
Наҙлап ҡына йөҙөр пар аҡҡош һеҙ.
Күҙҙәрегеҙ нурлы, мөхәббәткә тулы,
Был тормошто биҙәр бер балҡыш һеҙ.
Ҡушымта:
Пар сейәкәй матур тәлгәш менән,
Туйҙар матур кейәү-кәләш менән,
Ҡарап күҙҙәр туймай, һөйөнөп күңел тынмай,
Пар сейәләй һеҙ ҙә йәнәш килгән.
Һайрап ҡына торор һандуғас һеҙ
Наҙлап ҡына йөрөр пар аҡҡош һеҙ
Күҙҙәрегеҙ нурлы мөхәббәткә тулы
Был тормошто ьизэр6бер балҡыш һеҙ!
Ҡушымта:
Пар сейәкәй матур тәлгәш менән,
Туйҙар матур кейәү-кәләш менән,
Ҡарап күҙҙәр туймай, һөйөнөп күңел тынмай,
Пар сейәләй һеҙ ҙә йәнәш килгән
Бергә еңеп килер ауырлыҡты,
Һоҡландырып бөтә тирә-яҡты,
Йәшәгеҙ һеҙ көлөп, тормош тәмен белеп,
Мөхәббәткә күмеп уртаҡ йортто.
Ҡушымта :
Пар сейәкәй матур тәлгәш менән,
Туйҙар матур кейәү-кәләш менән,
Ҡарап күҙҙәр туймай, һөйөнөп күңел тынмай,
Пар сейәләй һеҙ ҙә йәнәш килгән.