1. Минең өсөн донъяла иң матуры һин.
Яҙмышым минеке һиңә бәйләнгән.
Йөрәгем бикләнгән, асалмай бер кем.
Асҡысы тик һиндә, һөйгәнем.
Припев:
Һин генә - берҙән-берем
Күңелемдә, уйҙарымда.
Һинең өсөн, мөхәббәтем,
Йәшәйем был донъяла. (х2)
2. Иң бәхетле донъяла мин тип һанайым,
Һинең яныңда һөйөүҙә йәшәйем.
Тормошомдо һин минең йәмләйһең.
Матурым, ҡояшым, яратам һине.
Припев:
Һин генә - берҙән-берем
Күңелемдә, уйҙарымда.
Һинең өсөн, мөхәббәтем,
Йәшәйем был донъяла. (х2)
Йылы йомшаҡ ҡулдарыңды мин тотоп үбәм.
Рәхмәт һинең барлығыңа ошо йәмле донъяла.
Припев:
Һин генә - берҙән-берем
Күңелемдә, уйҙарымда.
Һинең өсөн, мөхәббәтем,
Йәшәйем был донъяла. (х2)