Ҡыҙ көтә егетен, егет бармай
Күңелендә уйын онота алмай
Көтә йөрәк, көтә күңел
Йөрәктә бит һөйөү бер көнлөк түгел
Һин бит һөймәһәң дә
Ҡыҙыҡайға килдең
Ҡыҙҙың:-Һөйәңме?-тип һорауына
Һөйәм тигән булдың
Хәҙер киттең уны ташлап
Кемгә ҡалдырып
Йөрәгенә осҡон һалып,
Үҙен яңғыҙ ҡалдырып
Яҙҙар кеүек сөскә атып
Ғүмереңдең наҙлы сағы
Килер әле килер әле
Мөхәббәтең һиңә тағы
Көтмә егетеңде, ул һиңә килмәҫ
Һөйөү сәскәләрен бүләк итмәҫ
Көндәр етер, мөхәббәтең үтер
Йөрәгеңә һинең тағын һөйөү килер
Илама, түкмә
Күҙ йәштәрең бушҡа
Баребер ул һиңә килмәҫ
Мөхәббәте итмәҫ
Яҙҙар кеүек сәскә атып
Күңелдәрең йыуатып
Килер әле һиңә тағы
Һөйөүеңдең наҙлы сағы