Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һүҙҙәр ҡалды әйтелмәгән»
исполнителя Ильнур Лукман.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Һин киттең, йөрәктә тик бушлыҡ ҡалдырып,
Хуш, һөйөү, хушығыҙ, хистәрем.
Тик ниңә йәнемде телгеләй- телгеләй,
Төшәһең иҫемә йәнә кистәрен.

Ҡушымта:
Һүҙҙәр ҡалды әйтелмәгән,
Хистәр бүләк ителмәгән.
Күктә янды яҡты йондоҙ,
Тик беҙҙеке түгел.
Ҡалдыңдамы һин йыраҡта,
Ҡалдыңдамы ҡаршы ярҙа,
Үкенестәр араларҙа,
Һин минеке түгел.

2.Ҡыйын икән, йөрәктән алып һөйөүҙе,
Был һөйөү булдымы яңылыштан?
Аңламай һис бер кем, ярһыған күңелде.
Кем еңер был татлы яҙмышта, яҙмышта?