Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бүләк»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Бүләк итҽп сәскәләр өҙмәнҽм
Мин һҽҙгә иң матур йыр эҙләнҽм
Ул йырҙы таптым тыуған илҽмдә
Моңло көй оттом турғай тҽлҽнән

ҡушымта:
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына.
Иң матур йырҙарҙы һайлап ҡына
Йәшәйҽк дөнъяла һайрап ҡына.

Килдем һеҙгә иҙел-диңгез кисеп,
Һеҙҙе һағынып, ҡанатланып осоп.
Кош ҡанаттары түгел иңемдә
Йыр канаттары минең күңелдә.

Бүләк итҽп сәскәләр өҙмәнҽм
Мин һҽҙгә иң матур йыр эҙләнҽм
Ул йырҙы таптым тыуған илҽмдә
Моңло көй оттом турғай тҽлҽнән

Другие песни исполнителя:

  • Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй.
  • Шишмә йырлай, салғы сыңлай, Һулыр һауа бал ғына; (2раза) Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Бел ҡәҙерен йәйҙәреңдең, Йәй — кәкүкле таң ғына, Йәй — кәкүкле таң ғына, таң ғына. Зәңгәр күктән ҡоштар үтә, Ергә һибелә сың ғына; (2 раза) Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Бел ҡәҙерен көҙҙәреңдең, Көҙ — нағышлы моң ғына, Көҙ — нағышлы моң ғына, моң ғына. Кис һәм иртә тәҙрә сиртә, Ел тынмайса һиҫ кенә; (2 раза) Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Бел ҡәҙерен ҡыштарыңдың, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, Ҡыш — бер уйсан кис кенә, кис кенә. Ҡояш нурлый, тамсы йырлый. Килә көләс яҙ ғына; (2 раза) Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Бел ҡәҙерен яҙҙарыңдың, Яҙ — өмөтлө наҙ ғына; Яҙ — өмөтлө наҙ ғына, наҙ ғына. Бел ҡәҙерен ил-көнөңдөң, Бел ҡәҙерен ғүмереңдең, — Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, Ғүмеркәйҙәр аҙ ғына, аҙ ғына. (Дамир Әҙелбаев көйө, Сафуан Әлибаев шиғыры)
  • Роза Сәхәүетдинова көйө Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре Килде көткән яҙҙар, Күңел тулы наҙҙар, Киң яландар гөлгә күмелә. Үткәндәрҙе уйлап, Бер аҙ яман һулап, Килдем әле аҡҡош күленә. Аҡҡош күле тоноҡ, Тирә яғы тымыҡ, Сер һөйләшә зифа ҡамыштар. Һискенә лә тыңмай, Ҡолағымда сыңлай, Таныш моңдар, таныш тауыштар. Бәлки килерһең тип, Килсәң күрерһең тип, Яр башында усаҡ ҡабыҙҙың. Пар аҡҡоштар һыуҙа, Ғорур йөҙөп уҙа, Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.