Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Хуш тип ҡулыңды бирәһең»
исполнителя Фарит Бикбулатов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Хуш тиеп ҡулыңды бирәһең,
Вәғәҙеңде ашығып өҙәһең.

Күҙҙәрең йәшермәй - һөйәһең,
Иламайса нисек түҙәһең? (х2)

Аҙаҡҡы күперҙе яндырма,
Һин мине өмөтһөҙ ҡалдырма.

Күҙҙәремә тағын бер ҡара,
Күрерһең, йөрәгем гел яра. (х2)

Дөнъяға килеп булмай ҡабат,
Тормошта беҙ икәү - пар ҡанат.

Ҡанатһыҙ оса алмай ҡоштар,
Айырылмаһын беҙҙең яҙмыштар. (х2)


Другие песни исполнителя:

  • Роза Сәхәүетдинова көйө Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре Килде көткән яҙҙар, Күңел тулы наҙҙар, Киң яландар гөлгә күмелә. Үткәндәрҙе уйлап, Бер аҙ яман һулап, Килдем әле аҡҡош күленә. Аҡҡош күле тоноҡ, Тирә яғы тымыҡ, Сер һөйләшә зифа ҡамыштар. Һискенә лә тыңмай, Ҡолағымда сыңлай, Таныш моңдар, таныш тауыштар. Бәлки килерһең тип, Килсәң күрерһең тип, Яр башында усаҡ ҡабыҙҙың. Пар аҡҡоштар һыуҙа, Ғорур йөҙөп уҙа, Ә, мин ярҙа япа — яңғыҙым.
  • "Һин яҙмышым!" — тинем, Килеп башын эйҙем, Белмәгәнмен һағыш көткәнен. Йөрәктә ут-ялҡын, Янымда юҡ яҡын, Килдең дә һин киттең, көткәнем ... Һуңлағанмын икән, Яҙмышымда бүтән, Һин бер тигән инем көткәнем. Һин хыялым минең, Берҙән-берем минең, Килдең дә һин киттең, көткәнем ... Ғүмер буйы көтөп, Күпме юлдар үтеп, Һиҙмәгәнмен йылдар үткәнен. Ярты йәнем нишләр, Табылырмы иштәр? Килдең дә һин киттең, көткәнем ...
  • Am G Am Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Am G C Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Am G F Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым C G Am Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Проигрыш: Am G F C G Am Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй.
  • Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һарылғанмын һағышыңа, Сорналғанмын сәстәреңә, Тамсы булып һарҡылғанмын Һинең ғәзиз йәштәреңә. (2раза) Уралғанмын моңдарыңа, Уйылғанмын уйҙарыңа. Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын Һинең барыр юлдарыңа. Китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ, Китә алмаған мин диуанаң. Һин булғастын китеүҙәр юҡ, Китеүҙәр юҡ был донъяна! Мин белмәйем Ер шарының Һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен. Беләм, ҡайғы, шатлығыңа, Яҙмышыңа бәйләнгәнмен. Һөйөү менән әйләндем мин Мәңгелеккә, мәңгелеккә Әйҙә Ерем еләйек гелән Изгелеккә, игелеккә.