Текст песни:
Майҙандарҙың була аҙағы,
Бата әйтеү йола талабы,
Изге тәләк һүҙҙең ағаһы.
Бата теләк һүҙҙең бабаһы.
Ай, илгенәм, ғәзиз илгенәм,
Иҫән генә бул һин, илгенәм,
Тере генә булһын телкәйем,
Талғын ғына иҫһен елкәйем.
Балаларың күпләп тыуһындар,
Игендәрең ишелеп уңһындар,
Илдең яңынан тыуған мәлдәре,
Ҡурайсылар көйгә һалһындар!
Аҡһаҡалдың һүҙе хаҡ булһын,
Сәсәндәрҙең һүҙе бер булһын!
Барыр юлың, илем, уң булһын,
Батырҙарың, илем, күп булһын!
Сәләм әйтә һиңә Уралтау,
Сәләм әйтә Иҙел һәм Алтай.
Бар донъянан килгән халыҡтар
Йәшә, тиҙәр мәңге, башҡортттар.
Ай, илгенәм, ғәзиз илгенәм,
Иҫән генә бул һин, илгенәм,
Тере генә булһын телкәйем,
Талғын ғына иҫһен елкәйем.
Другие песни исполнителя: