Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Бергә йәшәү - бүләк (Азамат Ғафаров менән)»
исполнителя Фидан Гафаров.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һәр кемдең дә,ғәзиз балаһы бар,
Олоһо бар уның, кесеһе,
Һәр кемдең дә гәзиз әсаһе бар,
Атаһы бар-таяныр кешеһе,
Килер язҙар,етер йәмле йәйҙәр,
Ҡыштар ҙа бит түгел мәңгегә
Балаларым менән бергә йәшәп,
Айрылмаһаҡ ине мәңгегә

Был донъяла бергә йәшәү бүләк!
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек,
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек.

Күңелдә нур,йөрәктәрҙә сафлыҡ,
Хистәр ашҡына әллә ҡайҙарға.
Бәхет ташып, йәшлек булып балҡып
Йәшәйексе ғүмер ғүмергә.

Был донъяла бергә йәшәү бүләк
Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
Ауыр саҡта ярҙам итешәйек
Шатлыҡтарҙы бергә бүләйек!
Әсәйҙәрҙәрҙең ғүмерен теләйек!
Атайҙарҙың ҡәҙерен беләйек!

Другие песни исполнителя:

  • Телефондар шалтырайҙар һине көтәләр Һинең бөтөн уйҙарыңды миңә илтәләр. Әйтсе иркәм, әйтсе миңә һөйәһеңме һин? Һинең зәңгәр күҙҙәреңә ғашиҡ булдым мин. Телефондар шалтырайҙар, ә һин һаман юҡ Көндәр үтә, айҙар үтә, күңелеңдә мин юҡ. Телефондар, телефондар һаман шалтырай, Йөрәк яна, һин һаман юҡ, күңел һис тынмай
  • Үҙ яғыма ҡайтһам -ергә ятып Тыңлар инем үлән үҫкәнен. Тыңлар инем салғы тауыштарын, Киске йылы елдәр иҫкәнен. Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Эсәр инем шишмә һыуҙарын. Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын, Егеттәрҙең ҡурай моңдарын. Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ Эҙләр инем тәүге юлымды, Инеш буйындағы сәскәләрҙе, Ғашиҡ булған тәүге ҡыҙымды.
  • Йөрәктәр ҡушылды, ә юлдар айырылды Уртаға ярылды тормоштар Яртышар-яртышар ҡалдыҡ беҙ Нишләрбҽҙ Яҙмыштан булмаһа Уҙмыштар Һөйгәнем яттарҙа Моңһыу таң атҡанда Өҙөлә йәндәрҽм өҙөлә Хәсрәтем юғала Шатлығым юл ала Бер генә ҡараһаң йөҙөмә Дөм ҡара төндәрҙә Йондоҙҙар һүнгәндә Йөрәкте саҡмалай сағырмын Менәрмен үрҙәргә Төшөрмен гүрҙәргә Яҙмыштан уҙмыштар табырмын
  • Ҡараңғылыҡ баҫты тиһәм кинәт күгемде. Моң булып килеп кергән ул һин түгелме? Рәхмәт моңдарыңа, рәхмәт наҙҙарыңа. Рәхмәт тип ҡабатлайым мин, тағын да,тағын да! Ҡулдарымды һиңә һуҙҙым кинәт талпынып, Таралдылар күңелемдән рәнйеү һалҡыны. Һиңә яҙҙарым,һиңә наҙҙарым Һиңә тип ҡабатлайым мин, күҙ нурым, күҙ нурым. Ҡурҡып ҡуям бәхетемдән, төш кенә кеүек. Юғала күрмә, бәхетем,бул һин мәңгелек. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә,рәхмәт күҙҙәреңә Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт тим һүҙҙәреңә, рәхмәт күҙҙәреңә. Рәхмәт тип ҡағылам мин сәстәреңә. Рәхмәт!
  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. Өфө йүкәләре Онотмаҫтар әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр.