Башкирский переводчик

Песня «Рәхмәт, Хоҙай»
исполнителя Гульсум Бикбулатова.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

ғүмер йәме- һәйгән йәрең менән
тормош юлын бергә үтеүҙә.
икебеҙгә яҙған оло бәхет:
парланышып донъя көтөргә.

йортом йәмле, ашым тәмле була
һин булғанға йәнем, йәндәшем.
шундай яҡын минең күңелемә
һинең йылмайыуың, һөйләшең.

иңде иңгә терәп үткәнгә лә
һиҙелмәгән ауыр һынауҙар.
яныбыҙҙа ике гөл генәбеҙ:
шат бәхетле үҫә балалар.

припев
рахмәт хоҙай, беҙҙе табыштырҙың
матур йырҙай ғүмер ағышы.
аҡҡоштарҙай матур пар булһын тип
осраштырған беҙҙе яҙмышым.
В категории: Pop , Любовь