Алға, йөрәгем өндәгән ергә,
Ашҡынам мин, көтмәйем.
Артта ҡалғандарға ҡулды болғап,
Үҙ юлымды башлайым.
Яңы ҡалалар, яңы илдәр,
Мөғжизәгә тулы донъя.
Ғүмер ҡыҫҡа, юлдар оҙон,
Ваҡыт көтмәй,
Мин йүгерҙем!
Припев:
Әйҙә, янһын йөрәк
Уттан да көслөрәк.
Беҙ ирек, беҙ сикһеҙ
Юлдар - беҙҙең дуҫтар.
Һорауға яуаптар
Тәмен белһәң,
Бер кем дә туҡтата алмаясаҡ.
Һәр саҡ тере булыр өсөн маҡсаттарымды ҡуямын.
Көндәлек йәшәйештән баш тартам, ялҡытты.
Ер шары киңлегенән
Хыял яҡыныраҡ тойола.
Шул саҡ аңлайым бәхет йыраҡтарҙа түгел,
Үҙ үҙемдә!
Ул эргәлә!
Припев:
Әйҙә, янһын йөрәк
Уттан да көслөрәк!
Беҙ ирек, беҙ сикһеҙ
Юлдар - беҙҙең дуҫтар.
Һорауға яуаптар
Тәмен белһәң,
Бер кем дә туҡтата алмаясаҡ.
(Р. Ямилова муз. һәм һүҙ.)