Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Музыка на башкирском языке, посвященная Дню Победы

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

9 мая

  • Мауҙҙы ла күле, ай, Яҡтыкүл Таһир Күсимов тыуған ер бит ул. Туғыҙ йәшлек булған, етем ҡалған, Ситтә йөрөп үҫкән ир бит ул. Мауыҙҙы ла күле, ай, тәрән күл, Таһир Күсимов йөҙгән күл бит ул. Сит ерҙәрҙә йөрөп хеҙмәт иткән, Таһир Күсимов хәрби ир бит ул. Күпме һуғыш үткән яу далаһы Атлы башҡорттар үткән ер бит ул. Днепрҙың уң яҡ ярын алған Таһир Күсимов полководец ир бит ул. Атлы башҡорттарын оҙатып ҡалған Күгәреп кена ятҡан киң Урал. Ватан һуғышында ҙур дан алған Таһир Күсимов герой-генерал.
  • Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр Әйтерһең дә, ергә аумаған . Ул һалдаттар аҡ торналар булып, Осоп киткән зәңгәр һауаға. Әле һаман ошо яуғирҙәрҙең Тауыштары килә алыҫтан. Юҡҡамы ни һауаларға ҡарап , Күңелебеҙ тула һағышҡа . Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры Оса таңда, оса кисен дә. Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар, Ул буш урын минең өсөндөр! Бер көн мин дә торна сылбырында Юғалырмын инеп томанға. Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымак, Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға
  • Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр? Уларға бит елдәр ҡағылмай. Баш осонда болот ағылмай, Ҡалҡан саҡта яҙғы үләндәр, үләндәр. Тыныс ята микән үлгәндәр, Ҡолаҡ һалмай һайрар ҡошона? Ҡояш ҡунмай улар усына, Шарлап аҡҡан саҡта үҙәндәр, үҙәндәр. Ҡалҡан саҡта яҙғы үләндәр, Урғыламы болот үрҙәргә? Тыныс ята микән ғүрҙәрҙә Илем тиеп яуҙа үлгәндәр, үлгәндәр? (Ю.Моратов муз., Т. Йосопов һүҙ.)
  • Башҡорт атлылары маршы. («Прощание Славянки» көйөнә) (Василий Агапкин музыкаһы, Гөлшат Шаһиева һүҙҙәре) Изге яу фарманы илемдә яңғ(ы)раны. Халҡым алды ҡулға ҡоралын. Ҡалдырып баш йортон, яу сапты башҡортом, Фатихаһын алып Уралдың. Ал байраҡ талпына, күңелдәр ашҡына, Йөрәктә - үс- нәфрәт ялҡыны. Мендек беҙ аттарға, теҙелдек сафтарға, Һүҙ бирҙек Ватанды һаҡларға. Тыуған ил өсөн йәлләмәм көсөм. Яуға мин китәм, Ҡурҡыу белмәм- мин ант итәм! Үтер айҙар, йылдар, Ҡайта алмаҫ бик күп улдар. Аямай йәнде, түгербеҙ ҡанды, Еңеп ҡайтырбыҙ дошманды. Яугир ат һәм һалдат уртаҡ кисте яуҙы, Түҙҙе ҡыштың ҡарлы буранын, Еңде мең үлемде, һаҡланы илемде, Ғорур үтте Берлин урамын. Килде май - шанлы ай, Еңеү таңы атты, Йөҙҙәрҙә балҡыны нур- шатлыҡ. Һалдат менән бергә саптар башҡорт аты Алып килде илгә азатлыҡ. Ҡаршы ал, Ватан! Ғорурлан, атам! Тоғро ҡалдым антҡа. Дан яугир ат һәм һалдатҡа! Үтте айҙар, йылдар, ятып ҡалды бик күп улдар. Аямай йәнде, түктек беҙ ҡанды. Еңеп ҡайттыҡ беҙ дошманды!
  • Еңеү көнө Давид Тухманов көйө. Башҡортса вариант - Гөлшат Шаһиева һүҙҙәре. Еңеү көнө булды беҙҙән бик йыраҡ, Һүнеп барған усаҡтағы ҡуҙ һымаҡ. Үттек юлдар, йотоп саң һәм төтөндө, Йән аямай яҡынайттыҡ был көндө. Был Еңеү көнө бит - Байрам хистәре, Сал һалдаттың Шатлыҡлы күҙ йәштәре. Аңҡый унан һаман дары еҫтәре, Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө! Тыуған илем йоҡо күрмәне һис тә: Көн-төн янды мартен уты мейестә. Ауыр яуҙа ялғаныҡ көнгә төндө, Йән аямай яҡынайттыҡ был көндө. Был Еңеү көнө бит - Байрам хистәре, Сал һалдаттың Шатлыҡлы күҙ йәштәре. Аңҡый унан һаман дары еҫтәре, Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө! Һаумы, әсәй! Ятып ҡалды күп улдар. Урау булды тыуған яҡтарға юлдар. Бар Европа, ер шарының яртыһын Урап ҡайттыҡ, Еңеү таңын аттырып. Был Еңеү көнө бит - Байрам хистәре, Сал һалдаттың Шатлыҡлы күҙ йәштәре. Аңҡый унан һаман дары еҫтәре, Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө!