Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Песня «Тыныс йоклай микән улгәндәр»
исполнителя Лина Ганиева.
Скачать или слушать онлайн

00:00/00:00

Текст песни:

Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр?
Уларға бит елдәр ҡағылмай.
Баш осонда болот ағылмай,
Ҡалҡан саҡта яҙғы үләндәр, үләндәр.

Тыныс ята микән үлгәндәр,
Ҡолаҡ һалмай һайрар ҡошона?
Ҡояш ҡунмай улар усына,
Шарлап аҡҡан саҡта үҙәндәр, үҙәндәр.

Ҡалҡан саҡта яҙғы үләндәр,
Урғыламы болот үрҙәргә?
Тыныс ята микән ғүрҙәрҙә
Илем тиеп яуҙа үлгәндәр, үлгәндәр?

(Ю.Моратов муз., Т. Йосопов һүҙ.)

Клип к песне: