Социальная сеть Блог про IT-технологии Башкирские клипы Карта достопримечательностей Башкирии Интернет-магазин

Песни про любовь на башкирском языке

Текст песни

x

Группа вконтакте

Любовь

Любовь — это самое сильное, прекрасное чувство в мире, и прожить его надо наслаждаясь им.

00:00/00:00
  1. 1) Йылы май һәм киске урам Йырлайҙар һинең тура ла. Йылмайып ҡарап торам, Елгә һинең сәс бурала. Мең ҡараш ҡарап оҙата Һинең һәр аҙымыңды, Күк йөҙө йондоҙын ата, Ай яҡтырта юлыңды, Ай яҡтырта юлыңды. припев: Алһыуланып атырҙар таңдар Ҡара күкте ҡаплар йондоҙҙар Мөғжизәгә тулыр бар донъям Бары тик һин булһаң янымда 2) Сәскәгә күмелгән баҡса, Үтәһең көндә янынан. Һулыған гөлләмә булһа Сәскә ата ул яңынан. Тиң түгел һинең матурлыҡ Ер йөҙөндә бер нийгә. Һинең тура ла йыр йырлар, Көйөн көйләр һәр күргән, Көйөн көйләр һәр күргән.
  2. 1)Йырҙарымды һиңә арнап, Сәхнәләрҙән торам ҡарап, Аңлайһыңмы, хисемде, Донъялағы иң сибәр ҡыҙ. Ҡараштарың - ҡайнар ут ул, Әйтсе миңә, миңә исемең. Ҡушымта: Бир ҡулыңды серле һылыу, Оялма һин, булсы ҡыйыу. Көтәм һинән тик бер һүҙең, Яулатырлыҡ күңел күген. 2)Матур итеп ҡараның да, Йөрәктә ут ҡабыҙҙың да. Үтеп киттең янымдан, Тәү ҡараштан ғашиҡ булдым. Һинән генә хәҙер уйым, Сулпаным һин таңымда. Ҡушымта: Бир ҡулыңды серле һылыу, Оялма һин, булсы ҡыйыу. Көтәм һинән тик бер һүҙең, Яулатырлыҡ күңел күген.
  3. 1. Һин минең янда, Йөрәгем яна, Яратып- яратылып Һәр көн уятырмын. Беҙҙең мөхәббәт- Йылы ҡояш, Иркә һүҙҙәремә Ире иренемдә... Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке. 2. Һинең хыялың Минең хыял, Йыһан беҙҙең өсөн Бирер һөйөү хисен. Бергә бараһы Юлдар алда, Ҡара ҡүҙҙәремә, Ышан һүҙҙәремә. Йөрәк белеп һайлай йәрен өҙөлөп тә һөйөргә, Йәнем,тәнем, күңелем үрелә бары һиңә. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. 3. Янып- көйөрмөн, Бер генәм, бер генәм, Өҙ(ө)лөп һөйөрмен Һине... Беҙ бәхетле, йәнем, Бергә булырбыҙ, Бергә булырбыҙ. Бөтә Ер шарына, Ер шарына Һин бит берәү генә, берәү генә. Яҙһын яҙмышыңа, яҙмышыма Мәңге яратырға, яратырға. Йөрәгем һинеке, Йөрәгем һинеке, Бел һин, йәнем, Йөрәгем һинеке. Һөйгән йәрем...
  4. Күҙ нурым, һин бит минең ғүмер буйына Йырлана саҡ моң йырым сабыр итәм Һине көтәм берҙән-берем күҙ нурым Мин бахетлемен, йөрәгеңдә тулы һөйөү моңдары Һиңә илтә өмөтлө лә, өмөтһөҙ ҙә уйҙарым Һин бит иркәм йыраҡтағы сағыу йондоҙом минең Һинең һөйөүеңде йөрәк төпкөлөндә һаҡлап Берҙән-берем тейеп һиңә ҡаршы ҙур һынауҙар аша атланым Күҙҙәреңде, нурлы күҙҙәреңде, йөҙҙәреңде һинең һағындым Айлы төндә йодоҙҙарға ҡарап мөхәббәтем тейеп һиңә табындым Күҙҙәреңде, нурлы күҙҙәреңде, ҡарашыңды һинең һағындым Берҙән берем тейеп һиңә ҡаршы ҙур һынауҙар аша атланым Күҙҙәреңә төбәп күҙҙәремде Һөйөүемде шунан эҙләнем Һинең өсөн янам һөйөүемде Ниңә, иркәм, ниңә һиҙмәнең Һине һайланы йөрәк Зинһар, өйрәт мине, өйрәт Булған саҡта беҙҙең арала шторм 9 балл Нисек унда тыныс булыр кәрәк Юйып ташларға ине һине иҫтән Һәм уйламаҫҡа ине төндәрен Тик уянам мин тирләп Шул йөрәктәге сыйып ҡалдырған эҙҙәрен Һүндермәй өмөттәрҙе Йөрәк һаҡлай яҡтылыҡ Ярып ҡара күкрәкте Ялҡтым инде аңлатып Һин миңә кәрәкһең
  5. 1)Кемдәргә һөйләйем хәсрәтем, Йылғағамы әллә һөйләйем. Үҙеңә алғас ул һағышты, Туҡтатыр матур йыр көйләүем. Ҡушымта: Юҡ, ҡалһын барыһыла үҙемдә , Күҙ йәше аралаш, көйләйем. Ныҡ итеп усыма ҡыҫайым, Барыһын йөрәккә күмәйем, түҙәйем. 2)Сисәйемме әллә серемде, Башымды һыйпаған елдәргә. Елбәгә ел бахыр йүгереп, Һөйләмәҫ һуң уны кемдәргә. Ҡушымта: шул уҡ 3)Һөйләйемме әллә һағышты, Күргән кисергән еремә. Һағыштан сәскәләр һарғайыр, Ер өҫтө күмелер әремгә. Ҡушымта: шул уҡ
  6. Төндә йоҡо белмәйем, Йондоҙ күҙләйем. Күңелдәге серемде айға һөйләйем. Йөрәгемә тынғы юҡ, Ә һөйөүем янған ут. Ғашиҡ булдым тағы-тағы Күрше ҡыҙына Кил әле, кил әле, Беҙ икебеҙ тиң әле, Кил әле, кил әле, Күңел моңона. Кил әле, кил әле, Һиндә тормошом йәме, йөрәгем түрендә Хистәр талпына Уйлағаным ул ғына, Күҙем алдында. Әйтер инем хисемде Килһә яныма. Ә ул һаман аңламай, Улай бит һуң ярамай. Осрашыуҙар көтө-көтә Түҙемлек бөтә.
  7. 1)Мин бит һинһеҙ яңгыҙ ҡош һымаҡ Һинән башҡа оса алмам, Уйҙарымда минең һин һаман Мин әле лә һин тип янам. Пр: Һин булһаң яндарымда, Йылмайһаң алдарымда, Яҡтыра бөтә донъя Бәхетем һинең ҡулда. Мөхәббәт - шундай көслө, Мөхәббәт - шундай хисле, Хыялыйлар буламын Көнө- төнө уйлап һине. 2)Беҙ осорбыҙ әле бер заман Парлап осҡан коштар һымаҡ, Тик әлегә яңгыҙым һаман Һине уйлап мин моңланам.
  8. Уйсан карашыңда, Күргем килә һөйөү осҡонон, Йөрәкте өтөрҙәй ялҡынын. Яратам тиһәң дә, Күңелең ҡайҙалыр ашҡына. Әллә юҡ хафаға бирелеп Йәнем яңлышаң. Ҡушымта: Утҡа һал, һыуға ла һал мине, Күктәргә ашыр йөрәгемде. Мең саҡрым арала ла һүнмәҫ, Ысын мәхәббәт йылытһын ине. Иркәм арала һин Һөйөп һөйөлмәү ғазабын Этәрмә, ташлама яттар ҡосағына Һағышлы мәл үтер, Мәңге китмәҫ бәхеткә табан Икебеҙгә һалырмын йондоҙҙарҙан күпер.
  9. 1. Күңелдәрең бикле минең өсөн, Ә хистәрең миңә иш түгел. Мөхәббәтем йәтем, яуаптар юҡ, Һыҙлана ла тора йәш күңел. Ҡушымта: Яратманың, яратманың мине, Күңел ярам яна әрнеүҙән. Тик һаман да һинең һөйөүеңә, Өмөт итәм әле, мин түҙәм. 2. Күңелдәрең бикле һөйөүемә, Хистәремде күрмәй үтәһең. Ә шулай ҙа йондоҙ атылғанда, Теләк теләп өмөт итәмен. Ҡушымта: Яратманың, яратманың мине, Күңел ярам яна әрнеүҙән. Тик һаман да һинең һөйөүеңә, Өмөт итәм әле, мин түҙәм.
  10. 1к Кэлэш алырга вакыт килеп етте тине эсэйем (Тебе жениться время пришло, сказала как то мама) Куп уйлап тормай, урам буйлап сыгып киттем мин (Недолго думая, на улицу вышел я) Озон аяклы сибэр хылыукайзарзы осраттым (Длинноногих красоток встретил я там) Улар арахында марий кызын окшаттым (И среди них я марийскую девчонку заприметил) припев: Кил, кил, кил, хин бында, таныш булайык (Давай подходи, будем знакомы) Мин Офо егете, Юлъкшин Радик (Я парнишка с уфы, Юлъякшин Радик) Мин хине окшаттым, анла хин шуны (Ты мне понравилась, знай это) Выходи за меня, прошу хине мин (Выходи за меня, прошу тебя я) 2к Якын таныштырыр коно килде эсэй менан (Теперь время подошло знакомить ее с мамой) Лэкин эсэйемден кунеленэ тап килмэнен шул (Только не пришлась она ей по душе) Сыгып киттем ауылга башкорт кызын эзлэргэ (Поехал в деревню искать башкирскую девчонку) Осраштык, таныштык, анлаштык, хэм короче было так (Увиделись, познакомились, пообщались и короче было так)
  11. 1.Ашманы ғәмәлгә Ант итеп бирешкән вәгъдәләр. Куш-та: Илама, ярhыма, hин үзең ғәйепле барhына. 2.Үтте ул, hүнде ул Үҙебеҙ ҡабыҙған мөхәббәт. Куш-та: Илама, ярhыма, hин үзең гәйепле барhына. 3.Болоттар таралыр, Мөхәббәт ҡыҫҡартыр араны. Куш-та: Илама, ярhыма, Йылмайып кил, иркәм, каршыма. ***************************************** 1. Не воплотились в жизнь Клятвенно данные обещания.... Припев: Ты не плачь, не горячись, Ведь только ты сама виновата во всем.(случившемся) 2. Прошла она, погасла она Нами зажженная любовь..... Припев тот же 3. Тучи разойдутся и Любовь сократит расстояние.... Припев: Ты не плачь,не горячись, Улыбаясь иди ко мне навстречу...
  12. 1.Йәнем һөйгәнем, бик күп ҡалалар, бик күп саҡрымдар хәҙер инде, Беҙҙең, йәнем, арала.Беләм нисек һиңә ҡыйын, һөйгәнем, тик әҙрәк үтер ваҡыт һәм Мин ҡайтырмын, мин ҡосаҡлармын һине, Үбермен һине һәм шыбырлармын һиңә: "Мин һағындым, ныҡ һине, ҡояшым, Үлеп һағындым һине, мөхәббәтем"! *****Припев:***** Мин һине яратам, донъяла тик һине үлеп һөйәм, Тик янымда түгелһең һин, һине һағынам мин. 2.һәр бер төшөмдә күрәм һыныңды Үбәм һәм ҡосаҡлайым һине, Тотам һинең наҙлы, йылы ҡулдарыңды, Аңлайым, йәнем, нисек хәҙер ҡыйын һиңә, Аңла һин дә, һин минең уйҙарымда һәм йөрәгемдә Хуға тик һинең исемең, мин һағындым, ныҡ һине,ҡояшым, Үлеп һағындым һине, мөхөббәтем! ******************** Перевод******* 1.Любимая, столько городов, Столько километров между нами, Знаю, как тебе тяжело, любимая, Пройдет немного времени и Я вернусь, я обниму тебя, Поцелую тебя и прошепчу: "Я очень соскучился, солнышко, До смерти соскучился, любимая!" Припев: Я тебя люблю, и в мире лишь тобою дорожу Только ты не рядом, скучаю по тебе 2. В каждом своем сне вижу тебя, Целую и обнимаю тебя. Держу твои нежные, теплые руки, Понимаю, дорогая, как же сложно тебе сейчас, Ты тоже пойми, ты в моих мыслях и В сердце стучит твоё имя. Я очень соскучился, солнышко, До смерти соскучился, любимая! Припев:
  13. Йәнем ,иркәм минең ,һағынам мин һине. Көт инде, көт зинһар тик, тик һин мине. Кире әйләнеп тә мин һиңә ҡайтырмын, Ҡосағыма һине тағын мин ҡыҫып алырмын. Ҡушымта: Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Иҫеңдәлер һаман шул беҙҙең яҡшы көндәр, Икәү уткәргән төнгө усаҡ янында төндәр, Урам буйлап йырлап,шау-гөр килеп беҙҙең, Үтеп киткән шул саҡ,иң яҡшы беҙҙең миҙгелдәр. Булыр яңынан бер юл, бер ғүмер икебеҙгә. Ышан миңә тағы зинһар, әйтәм мин һиңә. Үтер әле беҙҙең ,һағышлы моңһоу көндәр. Яңы тарих башларбыҙ ,үкенһен беҙҙең көнсөлдәр. Ҡушымта: Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай. Һине һорай йөрәк, һине көтә күңелем. Һинһеҙ бар донъя төҫһөҙ кеүек минең бәғерем. Ҡояш нуры йылытмай янымда һин булмаһаң. Йөрәк һыҡтап илай,һинһеҙ йәнем йәшәп булмай.
  14. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һинең өсөн ғүмеремде бирер инем матурым! Мәңгелеккә ғашиҡ булдым ,бәләкәсем ,күҙ нурым Бер ҡарашың ниҙәр тора,осор инем күктәргә, Тауышыңды таратырға ине наҙлап елдәргә. Һине уйлап ҡояш бата,һине уйлап ата таң. Һин дә мине яратаһың ,мин дә һине яратам. Беҙҙең йөрәктәр гел бергә булғанда, Һөйөү усағы һүнмәҫ беҙҙең арала бер ҡасанда. Мәңге йәшә күңелмдә бәғерем,йәнем минең. Һинең менән генә тоям был донъяның йәмен. Рәхмәт һиңә,һөйөү гөлөм ,янымда булған өсөн, Йөрәгемдә булған һөйөүем тик һиңә,һинең өсөн. Һин минең алтыным ,бәләкәсем,күҙ нурым Шатлығым ,ҡыуанысым ,таянысым –йыуанысым. Һин минеке,мин һинеке тик мәңгегә йәнем, Ошо һөйөү утыбыҙҙы һүндермәйексе йәрем. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Күҙҙәрең,ҡаштарың, матур яғымлы ҡарашың, Балдай татлы һинең ирендәр юҡ һиңә тиңдәр Яндарымда минең булһаң миңә шул да етә Йылмайып ҡарауың һинең мине бәхетле итә. Яратам мин һине тик һине генә уйлайым Һинһеҙ был донъяла йәнем мин йәшәй ҙә алмайым Әйткем килә рәхмәт һиңә ни бары бер һүҙ генә, Тормош юлыңдың өлөшөн миңә бүләк иткәнгә. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Ҡушымта: Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә. Һин генә минең йөрәгемдә,күңелем дә лә тик һин генә.
  15. Ул ярата,ҡояш нуры әгәр Биткә ҡағылып наҙлап уятһа. Ул ярата,йылы киске елдәр, Арҡаһынан һөйөп оҙатһа. Балдай татлы йәйҙең һәр көндәре, Онотолмай йондоҙло төндәре. Иренең тәме һәм һинең күҙҙәр- Бәхетле көндәр! Припев: Дөрләп яныр ҡыҙыу усаҡтай Һинең йөрәгең. Инде шул саҡта, Иҫеңә төшөр беҙҙең уҙған йә, Тик бойоҡма,йәнем,йылмай,һэй!!! куплет: Ул яраткан саскалар байламен Калдырам конда ойо янында. Ул яраткан йырзарзарзы йырлайым дустар менан усак якканда. Дуҫтар уратһа, йәйҙәр күңелле Һәр көн ҡалыр хәтерҙә ғүмерлек. Тик тиҙ уҙа йәйҙәр, моңһоуланма, Иң мөһиме уҙмаһын заяға .
  16. 1.Мөхәббәтең менән ураның һин, Тормошома керттең яңылыҡ. Көслө минең һиңә булған хистәр, Һөйөү китаптары яҙарлыҡ. Припев: Наҙҙарыңа күмелә йәндәрем, Йылмайып та миңә ҡараһаң. Ҡабатлап-ҡабатлап әйтәм һиңә: Яратам,яратам,яратам.... 2.Йәмле иттең иртә-кистәремде, Сәскә атты һөйөү гөлдәрем. Исемең ҡабатлап күңелемдән, Һине уйлап йөргән көндәрем. Припев: Наҙҙарыңа күмелә йәндәрем, Йылмайып та миңә ҡараһаң. Ҡабатлап-ҡабатлап әйтәм һиңә: Яратам,яратам,яратам.... 3.Һинең өсөн мин әҙер барһына, Һин шикләнмә,ышан үҙемә. Ысын күңелдән,сын йөрәктән әйткән, Яратамын тигән һүҙемә. Припев: Наҙҙарыңа күмелә йәндәрем, Йылмайып та миңә ҡараһаң. Ҡабатлап-ҡабатлап әйтәм һиңә: Яратам,яратам,яратам....
  17. Күңелем йырҙарын бүләк иттем болоттарға. Осорға тиеп ынтылдым, ышанып яҙыҡ ҡанаттарға. Бейек үрҙәр, текә ҡаялар, үтмәҫлек упҡын минең юлымда. Шулай ҙа алға барам мин, эләкһәм дә әжәл ҡулына. Һинең күҙҙәрең, әйткән һүҙҙәрең төш булып ҡала, әммә ләкин Һуң тугел, диңгеҙ төбөндә һүнгән утты яндырам мин… Яндырам мин. Эҙләйем туҡтамай тапалмаған һуҡмаҡтарҙы, Күктән төшкән ҡара болот ҡаплай беҙҙең араларҙы. Көн артынан көндәр үтә, илай болот, йәлләмәй йәштәрен. Түҙемлектең сиге бөткәс, билдәһеҙлек күрһәтә тештәрен.
  18. Em C Dadd9 Сағыу йондоҙ янында Em C G D Һәр төн һайын күренәһең. Шәмдең ялҡын теленән Сәләмеңде еткерәһең. Припев: Em / Esus2 C / Csus2 G D / Dsus2 Em / Esus2 Фәрештәләр яңылышҡандыр, бәлки, бер йыйында, C / Csus2 G D / Dsus2 Em / Esus2 Ҡара көстәр ҡуйғандар тамға яуыз уйынға. Тейеш инек ҡалырға был донъяла беҙ бергә, Тик елдәр алып китте һине мәңгегә. Йөрәктәге хәнйәрҙең Үткерлеген белмәһәң дә, Хәтер ҡайтыр яңынан, Һине бер саҡ күрмәһәм дә. Припев (там где с перегрузом, с барабанами и со всем остальным): Em C G / D D / Bm Em Фәрештәләр яңылышҡандыр бәлки бер йыйында, C G / D D / Bm Em Ҡара көстәр ҡуйғандар тамға яуыз уйынға. Тейеш инек ҡалырға был донъяла беҙ бергә, Тик елдәр алып китте һине мәңгегә.