Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Раиль Уметбаев.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Раиль Уметбаев

  • Һүндеҙең күңелем усағын Балҡып дөрләп хәҙер яныма ҫенде Ғүмере һөйөүҙен булды бик ҡыҫҡа Таң йондоҙо кеүек ул һүнде Йөрәгем түҙ, түҙ генә әҙ генә Яра түҙәлер, көт һин саҡ ҡына Йөрәгем түҙ, түҙ генә әҙ генә Яра түҙәлер, көт һин саҡ ҡына Ни быулды - тиеп һоромағыҙ Һағышым шул тиклем бит тәрән Йөрәгем әрнемә һфғыштар үтер Унан башҡа йәшәргә өйрән Йөрәгем түҙ, түҙ генә әҙ генә Яра түҙәлер, көт һин саҡ ҡына Йөрәгем түҙ, түҙ генә әҙ генә Яра түҙәлер, көт һин саҡ ҡына Өҙҙәреңде юғалттым инде Һинән нимә һаман да көтәмен Ҡайтарып булмаҫын һине кирегә Үҙем дә бик яҡшы беләмен Йөрәгем түҙ, түҙ генә әҙ генә Яра түҙәлер, көт һин саҡ ҡына Йөрәгем түҙ, түҙ генә әҙ генә Яра түҙәлер, көт һин саҡ ҡына Йөрәгем түҙ, түҙ генә әҙ генә Яра түҙәлер, көт һин саҡ ҡына
  • Сыҡтым мин сәхнәгә йырларға, Кәйеф бүләк итергә, Һеҙ торағыҙ ҡаршымда,ҡаршымда, Хәҙер йырлайбыҙ бергә. припев Туҡтамай бейейҙәр йәштәр, Балҡыйҙар уттар, Башланды дискотекалар, Алтын минуттар. Арымайбыҙ беҙ һаман, Бейейбеҙ таңға тиклем, Күңел асып артабан Тағын йырлайбыҙ бергә. припев Туҡтамай бейейҙәр йәштәр, Балҡыйҙар уттар, Башланды дискотекалар, Алтын минуттар.
  • Йомшаҡ һүҙең ҡатлы булып, Тәрбиәләй беҙҙе атайҙар. Бөгөн һеҙҙең кеүек, үрнәктәр алып, Үҫтерәбеҙ ғәзиз балалар (2 тапҡыр) Ҡушымта: Атай, һине яратам тиеп әйтергә онотмағыҙ, Атайым тиеп, атайым тиеп, Ҡосаҡлап алыуға ни етә, Ҡосаҡлап һөйөүгә ни етә. Кеше ғүмере Хоҙай ҡулында, Атайлылар - бәхетле йәндәр. Тормош аҡылы, донъя асылы, Яралған атай йөрәгендә (2 тапҡыр) Ҡушымта: Атай, һине яратам тиеп әйтергә онотмағыҙ, Атайым тиеп, атайым тиеп, Ҡосаҡлап алыуға ни етә, Ҡосаҡлап һөйөүгә ни етә. Ул ҡыҙҙар тыуһын аталы булып, Ата бәхетенә ирешеп. Донъяла барлыҡ ғаиләләргә Хоҙай бәрәкәт бирһен ҡойоп (2 тапҡыр)
  • Йәшлек урамдары, Тулы хыялдары, Беҙ – шатлыҡҡа туймаҫ иҫәрҙәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ яра-яра һөйләрҙәр. (2 раза) Беҙҙең менгән аттар – Йылдар, арғымаҡтар, Көмөш теҙген, алтын йүгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Сәскә ата-ата һөйләрҙәр. (2 раза) Ғүмер ике килмәй, Уттар ике һүнмәй, Беҙ – мең янып тик бер һүнгәндәр. припев: Өфө йүкәләре Беҙҙең хаҡта ла әле Япраҡ ҡоя-ҡоя һөйләрҙәр. (2 раза) (Р. Хәсәнов муз., Н.Нәжми һүҙ.)
  • Биргенен пин мине ал нурын тандарзын, Йыйганын ин мине бар гелен даланын Биргенен, канаттар талпыныр сатымда Балалык рехметем йырымда сагыла Каферлеп устерген мин пинен емешен, Куйынын - гел бакса, назлы ел - пулышын. Инде буй етем де, мин пине сабыймын, Кунелен назарын кузенден таныймын. Боларга берабер ни гене бирейем Берзэн-бер булегем - тогры йерэгем Ите кур кенегет, риза был ошына Узене аталган йырымды кушып ал Бурыслы пине мин, эсейем -алтыным Сина тип эленем доньянын асылын Ай менен кояшты бирем тип уйланым Урелеп алырга етмене буйзарым
  • Һорама минән хәлең нисек тип,һорама, Сабыр итәм генә, Күңелем осрашыуҙар көтә һинең менән,йәнем. Аңла һин минең һөйөүемде, Аңла һин минең һағышымды, Ҡош булһам осор инем һинең яндарыңа,йәнем припев Эх,килһэ инең бөгөн минең яндарыма, ләкин,йәнем минең,һин йыраҡта ғына, һағынам һине,иркәм мин бит ныҡ һағынам,йәнем Төнөн айға барып Асам мин йөрәкте, уртаҡлашам уға ысын күңелемде, белмәйем,нимә булды миңә, белмәйем,йәнем Аңла һин минең һөйөүемде, Аңла һин минең һағышымды, Ҡош булһам осор инем һинең яндарыңа,йәнем Һорама минән хәлең нисек тип,һорама, Сабыр итәм генә, күңелем осрашыуҙар көтә һинең менән,йәнем
  • Һағышланма көтөп һинҽң янға ҡайта алмағанға Һағышланма һаман көтөп һинҽң янда ҡалмағанға Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма Һағыш моңға һалып һинҽ уйлатҡанға ,асыуланма Һағыныу тулып йырҙарымды тыңлаҡанға ,асыуланма Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма Тик уфтанма ышан әлҽ килҽр яҡты киләсәккә Киләсәктҽ бына тиҙҙән бҽҙҙҽң бҽргә күрәсәккә Асыуланма моңға һалғанға Асыуланма китҽп юғалғанға Асыуланма асыуланма асыуланма
  • Йәшәү матур, күңелдә йыр ғына Донъяла мәхөббәт хисе барҙа Бер-береhеҙ йәшәй алмағанға Парлашып оя ҡора ҡоштар ҙа. Һин минең, мин бары hинең генә Ғүмерлек йәрем итеп яратылғанбыҙ, иркәм, Йөрәктәр бер бөтөн булып тибә Ошонан да олораҡ ерҙә бәхет бар микән? Һин ҡояшым,ә мин hинең айың Ғүмергә яҙhын бергә булырға Һүндермәйсә хистәр ҡайнарлығын Бәхетле ғүмер юлын уҙырға Һин минең, мин бары hинең генә Ғүмерлек йәрем итеп яратылғанбыҙ, иркәм, Йөрәктәр бер бөтөн булып тибә Ошонан да олораҡ ерҙә бәхет бар микән?
  • Бөгөн әсәй минең төшөмә инде. Мин huңә haғышымды hөйләнем. Һuн мине үзеңә ҡосаҡланың, Йылы шәлең менән ябындырҙың. припев: Рәхмәт huңә, әсәй, булмышың өсөн. Рәхмәт,ҡәҙерләп үҫтергән өсөн Рәхмәт huңә, әсәй-әсәкәйем, Һeҙҙән башҡа ни кәрәк hyң беҙгә (2 раза) Һaғыш тулha минең күңелемә, Әсәкәйем, мин бит huңә киләм. Йылы ҡараштарыңды тоям, Йөрәк йырҙарымды бүләк итәм. припев: Рәхмәт huңә, әсәй, булмышың өсөн, Рәхмәт, ҡәҙерләп үҫтергән өсөн, Рәхмәт huңә, әсәй-әсәкәйем, Һeҙҙән башҡа ни кәрәк hyң беҙгә (2 раза)
  • Кешелекте дауам итеүсе, Улар бит беҙҙең әсәйҙәр. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарҙы, Иң бөйөк затҡа тиңләйҙәр. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр. Рәнйетмәйек беҙ һис уларҙы, Матур гүзәл заттарҙы. Хөрмәт итәйек, яратайыҡ, Инәйҙәрҙе-апайҙарҙы. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр. Улар бит тормоштоң биҙәге, Әйтерһең, сәскә гөлдәре. Оло шатлыҡҡа тулы булһын, Уларҙың күңелдәре. Припев: Балаһына бәхет кенә теләйҙәр, Мәрхәмәтле беҙҙең ғәзиз әсәйҙәр.
  • Күктә йондоҙ матур, hин ерҙә, Һин йылмайhаң, гүйә, нур яуа. Һинең хаҡта, минең фәрештәм, Күңелемдә hәр көн йыр тыуа. Припев Һин серле яҙым, бәхетем, наҙым, Серле йондоҙом, минең күҙ нурым. Һине hағынам, hиңә табынам, Кил яндарыма, килсе, фәрештәм. Төштәремдә бөгөн мин күрҙем: Йондоҙ ямғырында ҡойондом Хыялдарыңа хыял үрҙем. Эй, hөйөклөм, изге фөрештәм. Припев Һин серле яҙым, бәхетем, наҙым, Серле йондоҙом, минең күҙ нурым. Һине hағынам, hиңә табынам, Кил яндарыма, килсе, фәрештәм.
  • Ышанма көҙгө ямғырға, Хистәр йылыһын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә. Һулытhаҡ, нисек терелер? Томанда аҙашып аймылышты әллә юлдарыбыҙ. Моңhоу был тынлыҡта, йәнем, hин ҡайҙа? Сорналып hағышҡа күңелеңде астыңмы ямғырға? Тамсы күҙ йәштәрең битемә тама. Ышанма көҙгө ямғырға, Хистәр йылыhын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә. Һулытhаҡ нисек терелер? Таныш hуҡмаҡтарҙан эҙҙәреңде эҙләп таба алмайым. Ниҙәр булды беҙгә аңлай алмайым Япраҡтар шыбырлап өндәшәләр кеүек йөрәгемә: Бирмә hөйгәнеңде беҙҙең миҙгелгә. Ышанма көҙгә ямғырға, Хистәр йылыhын hүндерер. Беҙҙең hөйөү - яҙғы сәскә, Һулытhаҡ нисек терелер?
  • Уҡырға индек беҙ икәү бергә, Юғары белем кәрәк тип оҙатып ҡалды атай-әсәйҙәр, Ә мин уҡыу күрмәйем, һине генә уйлайым, Яратам бит, белмәйем, белмәйем. припев: Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем, Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин, Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. Бына беренсе курс үтеп китте, минең түҙемлек бөттө, Юҡ иттең бөтөнләй минең өмөттө, Ә мин һаман ҡуймайым, күҙ алдындан китмәйең, Яратам бит, белмәйем,белмәйем припев: Ҡараштарым менән, бәләкәсем, эҙләйем Наҙлы күҙҙәреңде текләп-текләп күҙләйем, Уйҙарымда тик һин, хыялым шулай уҡ һин, Бары үҙең генә һөйөүемде күрмәйһең. (2 раза)