Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песни на 23 февраля на башкирском языке

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

23 февраля

  • Сикһеҙ океандың бер тамсыһы Бер йондоҙҙоң ғына сатҡыһы Үркәс үркәс тауҙың бөртөк ҡомо Мэң милләтең сая башҡорто Ҡуш: Милион изгеләрҙәй изгелебеҙ Милион теллеләрҙәй теллебеҙ Намыҫлыбыҙ моңло йөрәклебеҙ Тыуған илдең ҡыйыу затыбыҙ Ер шарында нисә милләт йәшәй Һәр милләтең бар хазинаһы Башҡортоң да инде нисә быуат Бөйөк хазинаһы Салауат! Ҡуш: Салауаттай батыр булығыҙ Салауаттай ғорур булығыҙ Баш эймәгеҙ ил баҫарҙар килһә Салауаттай руғлы булығыҙ
  • Йомшаҡ һүҙең ҡатлы булып, Тәрбиәләй беҙҙе атайҙар. Бөгөн һеҙҙең кеүек, үрнәктәр алып, Үҫтерәбеҙ ғәзиз балалар (2 тапҡыр) Ҡушымта: Атай, һине яратам тиеп әйтергә онотмағыҙ, Атайым тиеп, атайым тиеп, Ҡосаҡлап алыуға ни етә, Ҡосаҡлап һөйөүгә ни етә. Кеше ғүмере Хоҙай ҡулында, Атайлылар - бәхетле йәндәр. Тормош аҡылы, донъя асылы, Яралған атай йөрәгендә (2 тапҡыр) Ҡушымта: Атай, һине яратам тиеп әйтергә онотмағыҙ, Атайым тиеп, атайым тиеп, Ҡосаҡлап алыуға ни етә, Ҡосаҡлап һөйөүгә ни етә. Ул ҡыҙҙар тыуһын аталы булып, Ата бәхетенә ирешеп. Донъяла барлыҡ ғаиләләргә Хоҙай бәрәкәт бирһен ҡойоп (2 тапҡыр)
  • Тыныс йоҡлай микән үлгәндәр? Уларға бит елдәр ҡағылмай. Баш осонда болот ағылмай, Ҡалҡан саҡта яҙғы үләндәр, үләндәр. Тыныс ята микән үлгәндәр, Ҡолаҡ һалмай һайрар ҡошона? Ҡояш ҡунмай улар усына, Шарлап аҡҡан саҡта үҙәндәр, үҙәндәр. Ҡалҡан саҡта яҙғы үләндәр, Урғыламы болот үрҙәргә? Тыныс ята микән ғүрҙәрҙә Илем тиеп яуҙа үлгәндәр, үлгәндәр? (Ю.Моратов муз., Т. Йосопов һүҙ.)
  • 1.Һандыҡ төптәрҽнән табып алдым Өс мөйөшлө һалдат хаттарын Ошо хаттар хәтҽрләтә миңә Олатайҙың һалдат саҡтарын ҡушымта Һарғайһала өс мөйөшлө хаттар Юғалмаған уның эҙҙәрҽ Күпмҽ бәхҽттәргә тулы булған Ошо хаттың килгән көндәрҽ 2.Кулдарымда өс мөйөшлө хаттар иҫтәлҽккә ҡалған һаҡланып Йөрәктәрҙә бөтмәҫ хәтирәләр Мәңгҽлҽккә ҡала уйылып 3.Устарыма алып изгҽ хатты Кат-ҡат уҡып оҙаҡ уйландым Шундай наҙлы йылы һүҙҙәрҽнән Күҙ йәшҽмдҽ тыя алманым
  • Беҙҙе оҙатҡанда күҙегеҙҙә Һағыш та,һөйөү ҙә сағыла. Сал кергән сәстәрегеҙгә Елдәр иркәләп ҡағыла. Припев; Атай,әсәй-ҡәҙерлеләрем, Йөрәгемден һеҙ яртыһы. Һеҙҙе һағынамын бигерәк Килә гел өйгә ҡайтаһы. Тыуған өйҙөн йылы түрендә Өҫтәлдәлер ҡайнар сәйегеҙ. Әсәйҙен йылы икмәге Беҙҙен турала һүҙегеҙ. Припев: Өмөттәребеҙҙе һүндермәй, Йәшәгеҙ оҙаҡ атай,әсәй. Йылы ҡосағығыҙ һаҡлай Беҙгә ел-ямғыр тейҙермәй
  • Әсә көтә улын. Инде күпме йылдар көтә, керпек ҡаҡмайса. Күпме тапҡыр яҙа хаттар, яуап алмайса. Өмөттәр, доғалар тынысландырмайҙар, Әсәнең йөрәге һағыштан илайҙыр. Әсә көтә ғәзиз улын, Күпме йылдар буйы. Көтә...һаман өмөт итә. Әсә көтә ғәзиз улын, Көтә... көтә...көтә... Нисә быуат, нисә йылдар Тынмай һуғыштар. Ҡабат - ҡабат ишетелә Ҡанлы алыштар. Афғандан, Чечнянан ғәйепһеҙ ҡорбандар. Офицер, һалдаттар Әйләнеп ҡайттылар табутта. Әсә көтә ғәзиз улын, Күпме йылдар буйы. Көтә...һаман өмөт итә. Әсә көтә ғәзиз улын, Күпме йылдар буйы. Көтә... көтә... көтә... Күҙ йәштәре, өҙөлгән яҙмыштар, Етем(йәтим) ҡалған балалар, тол ҡатындар. Әсә көтә ғәзиз улын, Көтә... көтә... көтә... көтә... көтә... Инде күпме йылдар көтә... Ҡайтыр, тиеп өмөт итә. Һаман әсә хаттар яҙа, Уңалмаҫтай тәрән яра. Булмаһын ғазаптар! Булмаһын ҡорбандар! Булмаһын, булмаһын Бер ҡасан һуғыштар!!!
  • Ябай һалдат альбомында бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. (2 раза)
  • Эйәрле ат беҙ меңгәнбеҙ, Һау булығыҙ йәм һөйгәндәр, Ил саҡыра изге яуға Ҡылыс билдәрҙә. Бәлки түгел яу ҡырҙары, Мөмкин булмаҫ ҡайтыуҙары, Бөтәбеҙ ҙә бәлки кире, Тыуған илдәргә. Алдыҡ яра, йә үлдек беҙ, Үлем бар тип белмәнек беҙ, Үттек илдәр, үттек юлдар, Изге яуҙарҙа. Булманы башҡорт ҡайҙарҙа, Ат эсерҙек яҙғы айҙа, Висла, Одер, Дунай тигэн, Алыҫ ерҙәрҙә. Һаумы тыуып уҫкән ерҙәр, Бар икәндә күрер көндәр, Шатлыҡтары ҡанат йәйә, Беҙҙең ерҙәрҙә. Һағындырған тыуған яҡтар, Топ-топ килә баҫып аттар, Дан бөркөлә, саң бөркөлә, Беҙҙең илдәрҙә.