Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һалдат йыры»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ябай һалдат альбомында бер рәсем әсир итте
Дуҫым серле йылмайып, минең һеңлем, яҡташ, тине.
Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә.
Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә.

Ҡушымта:
Уралтауҙың башында,
Матур сәскә үҫәлер.
Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип,
Бәғеркәйем көтәлер.

2. Хат бәйләне арабыҙҙы, ғашиҡ йөрәк шатланды.
Күңелемде һин биләнең, мөхәббәт ҡанатланды.
Алыҫ ерҙә, сит тарафта, саф һөйөү килде миңә.
Мин ҡайтырмын, яндарыңа, йәнкиҫәгем, көт кенә.
Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә.
Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә.

Ҡушымта:
Уралтауҙың башында,
Матур сәскә үҫәлер.
Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип,
Бәғеркәйем көтәлер.
(2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Нисә йылдар эҙләһәм дә, таба алманым, Күп ҡыҙҙарҙы тәмләнем, йәнем тартманы. Йөрәгемә яра һалды көтөүҙәрем һине, Юлдарымдан тайпылма, һин дә көт мине. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Янымда һин булғанда ҡанатланып осам, Ниҙәр генә булһа ла яндарыңда булам. Һинһеҙ үткән ғүмерем ҡурҡыныс төш булды, Ҡулға ҡул тотоношоп үтәйек был юлды. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә.
  • 1. Иҫкән елдәр иҫер, иҫһен әйҙә, Дауыл - бурандары булмаһын. Осраштырғас, беҙҙе ҡауыштырһын, Яҙмыш аҙаштырып ҡуймаһын. 2. Ер йөҙөндә һәр бер һөйгәндәрҙең, Ҡабул булһын ине теләге. Ғүмер буйҙарына һаҡлау кәрәк, Һөйөү бит ул яҙмыш бүләге. Ҡушымта: Сәскәләрҙән матур гүзәлем һин, Ай нурҙары балҡый йөҙөңдә. Ғашиҡ иттең мине бер күреүҙә, Һиҙмәй ҡалдым, йәнем, үҙем дә.
  • 1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде - Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ! Бергә булһын,яҡты булһын, Уртаҡ булһын уйығыҙ! Тик бәхеттән генә торһон Һеҙҙең барыр юлығыҙ! Ҡайғы - хәсрәт,көйөнөстө Ситкә алып ҡуйығыҙ! Ҡушымта: Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар! Атай - әсәй,дуҫ - туғандар Табынға йыйылғандар! Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк: Бирһен Хоҙай күрешергә Беҙгә алтын туйҙарҙа! 2. Берегеҙ ай,берегеҙ ҡояш, Һомғол,зифа буйығыҙ! Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ, Тик бәхетле булығыҙ! Татыулыҡта,именлектә Үтһен һәр бер көнөгөҙ! Пар ҡанатлы мөхәббәттең Ҡәҙерҙәрен белегеҙ! 3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ, Һүрелмәһен тойғоғоҙ! Тормош юлын етәләшеп, Йәнәш кенә уҙығыҙ! Ел - буранда,ҡараңғыла Бер - үк,һеҙ аҙашмағыҙ! Ярты юлда өҙөлмәһен Мөхәббәтле йырығыҙ!
  • 1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым, Селтәр булып күкте ялмаған. Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм, Аҡ томандар һине ҡаплаған. Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ, Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре. Йөрәгемдең шишмәһе һин, Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре. 2. Йондоҙҙарын һанай-һанай, Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә. Барлыҡ эштәремде ташлап, Киләм әле һиңә бөгөн дә. Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм, Бирермен йөрәгемде. Йәлләмәйем һинең өсөн Иң ҡәҙерле булған йәнемде. 3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн Йөрәгемдә янған күмерҙе. Әл дә Хоҙай һине биргән, Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе. Яҙғы ташҡын таныштырҙы, Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр. Бер-беребеҙгә терәк булып, Мәңге бергә типһен йөрәктәр.