Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Яҙғы сәскәм»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым,
Селтәр булып күкте ялмаған.
Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм,
Аҡ томандар һине ҡаплаған.
Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ,
Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре.
Йөрәгемдең шишмәһе һин,
Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре.

2. Йондоҙҙарын һанай-һанай,
Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә.
Барлыҡ эштәремде ташлап,
Киләм әле һиңә бөгөн дә.
Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм,
Бирермен йөрәгемде.
Йәлләмәйем һинең өсөн
Иң ҡәҙерле булған йәнемде.

3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн
Йөрәгемдә янған күмерҙе.
Әл дә Хоҙай һине биргән,
Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе.
Яҙғы ташҡын таныштырҙы,
Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр.
Бер-беребеҙгә терәк булып,
Мәңге бергә типһен йөрәктәр.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Һауаларҙа, бейектәрҙә Кейек ҡаҙ тауыштары. Шатлыҡ менән тулды бөгөн Күңелем һауыттары. 2. Көтмәгәнде килтерер тип, Яҙҙы көтмәгән инем. Былай уҡ ҡабынырмын тип, Өмөт итмәгән инем. Ҡушымта: Нимә булды? Сайпылам бит Яҙа баҫһам аҙ ғына. Яңы бәхет килдеме? Юҡ, Бары килде яҙ ғына...
  • Тормыш ул бит, бер караса?, Елмаеп к?лг?н кебек. Икенче яктан караса?, Ш?мн?ре с?нг?н кебек. Килэ ява Килэ ява Иял?шк?н бер болыт. Очар канатларым булса, Тормас идем бер минут. Г?л булсам, ?с?р идем. ?ил булсам, кис?р идем л? Алма булып, аллары?а ?зелеп т?ш?р идем. Килэ ява Килэ ява Иял?шк?н бер болыт. Очар канатларым булса, Тормас идем бер минут. Абау, Аллам, \"уф\" та димим – Уфтана дим?сенн?р. Уфтанырга калган бу, дип Дошманнар к?лм?сенн?р. Киле ява Киле ява Иял?шк?н бер болыт. Очар канатларым булса, Тормас идем бер минут.
  • 1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде - Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ! Бергә булһын, яҡты булһын, Уртаҡ булһын уйығыҙ! Тик бәхеттән генә торһон Һеҙҙең барыр юлығыҙ! Ҡайғы - хәсрәт, көйөнөстө Ситкә алып ҡуйығыҙ! Ҡушымта: Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар! Атай-әсәй, дуҫ-туғандар Табынға йыйылғандар! Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк: Бирһен Хоҙай күрешергә Беҙгә алтын туйҙарҙа! 2. Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш, Һомғол, зифа буйығыҙ! Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ, Тик бәхетле булығыҙ! Татыулыҡта,именлектә Үтһен һәр бер көнөгөҙ! Пар ҡанатлы мөхәббәттең Ҡәҙерҙәрен белегеҙ! 3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ, Һүрелмәһен тойғоғоҙ! Тормош юлын етәләшеп, Йәнәш кенә уҙығыҙ! Ел-буранда, ҡараңғыла Бер-үк, һеҙ аҙашмағыҙ! Ярты юлда өҙөлмәһен Мөхәббәтле йырығыҙ!