Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Ян Лира.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Ян Лира

  • Тормош матур - тамаша, Хатта күҙҙәр ҡамаша. Юлыбыҙ Инйәр аша, Барабыҙ тауҙар аша, Үтәбеҙ йылға аша, Уҙабыҙ күпер аша, Инйәрҙә туҡтап аша. Әйҙә, ултыр, аш аша. Ошо ерҙә осраша, Дуҫтар, ҡоҙа-ҡоҙаса. Сәйҙән һуң йоҡо ҡаса, Күрешеү күңел аса. Кемдәлер кәләш алыш, Кемдер тейәгән арыш, Бәғзеләрҙә бер ярыш - Гастролгә китеп барыш. Әртистәрҙең күплеге: Бында Элвин, Иҙеле, Фирҙүс, Әнүәр, Гүзәле - Йөҙ булмаһа ла, илле. Бында ҡалҡан, уҡ һәм ян - Сәғиҙулла һәм мин, Ян. Ош(о)ноң кеү(е)к килде-китте Йырҙар йырлап та ҡуям. Йырлайым ҡыйыш-мыйыш, Бейейем тайыш-тойош, Кейем - алама-ҡолош, Ҡарама салыш-солош. Һин дә бейергә тейеш, Әйҙә әле уртаға төш, Байрамға индер өлөш, Кәрәкмәй алтын-көмөш. Ишетелә бер тауыш: Тгыдыш-тындыш тыктындыш, Тгыдыш-тындыш тыктындыш... Ул тауыш һиңә таныш: Тгыдыш-тындыш тыктындыш, Тгыдыш-тындыш тыктындыш... Ишетелә бер тауыш. Ҡыҙҙар матур - тамаша, Хатта күҙҙәр ҡамаша. Ғашиҡ йөрәктәр шаша, Күңелдә хистәр таша. Мөхәббәтеңде һаҡла, Атландыра ул атҡа, Аҡылды юя хатта - Йырҙарыбыҙ шул хаҡта. Кәрәкмәй булыу батша, Әйтмәйҙер халыҡ бушҡа: Һөйгән менән ҡауышҡан, Бәхет тапҡан ҡыуышта. Юлдар һәм йырҙар әйҙәй, Шулай үтә ҡыш-йәйҙәр. Ҡуҙғалабыҙ Инйәрҙән, Көтә йәрҙәр-әсәйҙәр. Ошо йырҙы ҡуй әле, Китмәһен тормош йәме. Ауыҙҙа бёрндың тәме Иремәҫ тимә йәне. Һораулы ҡараш тоям: Башҡортса йырлаймы Ян? Булһам да әҙерәк пан, Ырыуым минең Тамъян. Йырлайым ҡыйыш-мыйыш, Бейейем тайыш-тойош, Кейем - алама-ҡолош, Ҡарама салыш-солош. Һин дә бейергә тейеш, Әйҙә әле уртаға төш, Байрамға индер өлөш, Кәрәкмәй алтын-көмөш. Ишетелә бер тауыш: Тгыдыш-тындыш тыктындыш, Тгыдыш-тындыш тыктындыш... Был йыр һиңә лә таныш: Тгыдыш-тындыш тыктындыш, Тгыдыш-тындыш тыктындыш... Ишетелә бер тауыш.
  • 1. Миңә тип тәңре биргән тиңемһең, Тик һиндә күрәм бәхетем төҫөн. Бер ни ҙә йәлләмәм һинең өсөн, Ҡыуанысым минең! Йөҙҙәреңдең матурлығы ал таңдан, Һәр бер һүҙең күңелемдә һаҡлана, Һиңә булған мөхәббәтем сағыла, Күҙҙәремдә минең! Припев: Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм. 2. Һинең менән ҡайғыларҙы оноттом, Йөрәгемде һөйөү менән йылыттың, Һандуғастан бер ғәжәйеп йыр оттом - Һиңә арнайым! Һөйгәнем, беҙ бәхетте табайыҡ, Мөхәббәттең ялҡынында янайыҡ, Хыялдарға етәкләшеп барайыҡ, Икәүбеҙ бергә! Припев: Йәнем ,тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм. Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Припев: 2х Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан, Кил, кил, һөйгән йәрем килсе, Кил, кил, мөхәббәттең миңә, Йылылығын бирсе. Йәнем ,тау-тау-тау тауҙар аша үтәм, Тау-тауҙан ашып һиңә етәм, Тау-тау-тау тау елдәре булып, Яндарыңа киләм.
  • 1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде - Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ! Бергә булһын, яҡты булһын, Уртаҡ булһын уйығыҙ! Тик бәхеттән генә торһон Һеҙҙең барыр юлығыҙ! Ҡайғы - хәсрәт, көйөнөстө Ситкә алып ҡуйығыҙ! Ҡушымта: Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар! Атай-әсәй, дуҫ-туғандар Табынға йыйылғандар! Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк: Бирһен Хоҙай күрешергә Беҙгә алтын туйҙарҙа! 2. Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш, Һомғол, зифа буйығыҙ! Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ, Тик бәхетле булығыҙ! Татыулыҡта,именлектә Үтһен һәр бер көнөгөҙ! Пар ҡанатлы мөхәббәттең Ҡәҙерҙәрен белегеҙ! 3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ, Һүрелмәһен тойғоғоҙ! Тормош юлын етәләшеп, Йәнәш кенә уҙығыҙ! Ел-буранда, ҡараңғыла Бер-үк, һеҙ аҙашмағыҙ! Ярты юлда өҙөлмәһен Мөхәббәтле йырығыҙ!
  • 1. Ҡашың ҡара, буйың зифа, Керпегең бөгөләлер. Һинең өсөн, йәнкиҫәгем, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Үҙәгем өҙөләлер. 2. Ҡаш ҡараһы күҙеңдә лә, Буй зифаһы үҙеңдә. Ай тулғанда тыуҙыңмы әллә, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Ай нуры бар йөҙөңдә. 3. Ҡашың ҡара, күҙең кеү[е]к тә, Һиңә һөйләр һүҙем күп. Һөйләр инем серҙәремде Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Көн дә күрһәм үҙеңде.
  • 1. Хыялымда тик һин, Күңел түрем биләнең, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. 2. Көнләшһен көнләшкәндәр, Беҙҙең һулар һауа бер. Һинән бер ни кәрәкмәй, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. 3. Маҡсатыма етермен, Яңғыҙлыҡтан китермен. Һағышымды онотормон, Булһаң янымда. Ҡушымта: Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң, Беҙҙе бер кем айыра алмаҫ, Булһаң янымда. Янымда һин булһаң, Янымда һин булһаң.
  • 1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым, Селтәр булып күкте ялмаған. Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм, Аҡ томандар һине ҡаплаған. Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ, Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре. Йөрәгемдең шишмәһе һин, Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре. 2. Йондоҙҙарын һанай-һанай, Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә. Барлыҡ эштәремде ташлап, Киләм әле һиңә бөгөн дә. Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм, Бирермен йөрәгемде. Йәлләмәйем һинең өсөн Иң ҡәҙерле булған йәнемде. 3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн Йөрәгемдә янған күмерҙе. Әл дә Хоҙай һине биргән, Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе. Яҙғы ташҡын таныштырҙы, Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр. Бер-беребеҙгә терәк булып, Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
  • 1. Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң ата микән? Тәҙерәнән ҡарап ҡалды, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Әллә ярата микән? 2. Тәҙерәнән ҡарайһың да, Ҡарап кемде таныйһың? Ҡарап күҙең талдырғансы, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Ник саҡырып алмайһың? 3. Тәҙерә төбөм ҡаты бал, Ашайһың килһә ватып ал. Һөйөүҙәрең ысындан булһа, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Тәҙерәнән тартып ал.
  • 1. Яҙмыштарҙы бер ни күрмәй, Япраҡ итеп ел уйната. Күк көмбәҙе илай - ямғыр Һинең сәстәрең сылата. Тау артынан ҡояш ҡалҡып, Көмөш айҙы алмаштырҙы. Өйөрөлә бөтә донъя - Ә мин hиңә ғашиҡ бары. Ҡушымта: Йәнем минең, hин йөрәгем. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем. Мин ғашиҡмын, бәғеркәйем, Һиндә генә ике күҙем. 2. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем - Һөйөүебеҙ шундай көслө. Айырылышыу беҙгә янамай, Беҙ бер бөтөн кеүек төслө. Тау артынан ҡояш ҡалҡып, Көмөш айҙы алмаштырҙы. Өйөрөлә бөтә донъя - Ә мин hиңә ғашиҡ бары.
  • 1. Ҡояш көлә, нур hибелә - Йәй алға ғына атлай. Күңел йырлай, тынғы тапмай, Моң hалып hандуғастай. Ҡушымта: Йәй, йәй, йәмле йәй, Күңелдә йәй, йырлы йәй, Йөрәк hөйгәнен эҙләй. Йәй, йәй, йәмле йәй, Күңелдә йәй, йырлы йәй, Ҡараш ҡыҙҙарҙы күҙләй. 2. Уйындарҙа дәртле йырҙар, Бейейҙәр барса йәштәр. Таңға ҡәҙәр моңло йырҙар, Ҡосаҡта hөйгән йәрҙәр. 3. Йәй миҙгеле hөйөү мәле - Йөрәктәрҙә наҙ ғына. Тик төн ҡысҡа, ваҡыт уҙа, Һиҙелмәй аҙға ғына.
  • 1. Иҫкән елдәр иҫер, иҫһен әйҙә, Дауыл - бурандары булмаһын. Осраштырғас, беҙҙе ҡауыштырһын, Яҙмыш аҙаштырып ҡуймаһын. 2. Ер йөҙөндә һәр бер һөйгәндәрҙең, Ҡабул булһын ине теләге. Ғүмер буйҙарына һаҡлау кәрәк, Һөйөү бит ул яҙмыш бүләге. Ҡушымта: Сәскәләрҙән матур гүзәлем һин, Ай нурҙары балҡый йөҙөңдә. Ғашиҡ иттең мине бер күреүҙә, Һиҙмәй ҡалдым, йәнем, үҙем дә.
  • La Mano Arriba Cintura Sola Da Media Vuelta Danza Kuduro No Te Canses Ahora Que Esto Solo Empieza Mueve La Cabeza Danza Kuduro Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Йәй килде, йәй! Ҡояш ҡыҙҙыра. Ҡомда аунап, диңгеҙ шауын тыңлап, Таңдарҙы беҙ бергә аттырырбыҙ Хыялдарға сумып, айға ҡарап. Ожмах бүләк итәм! Йөрәгемде бирәм! Һин минеке, ә мин һинеке! Һин ышан, һин бел, Һин ярат, һин ишет! Мин әҙер ҡайтырға … Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Quero ver mexe cu duro Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… vem para quebrar kuduro, vamos dancar kuduro Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… seja morena ou loira, vem balancar kuduro Oi, oi, oi… Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Quero ver mexe cu duro Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… vem para quebrar kuduro, vamos dancar kuduro Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… seja morena ou loira, vem balancar kuduro Oi, oi, oi… Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! La Mano Arriba Cintura Sola Da Media Vuelta Danza Kuduro No Te Canses Ahora Que Esto Solo Empieza Mueve La Cabeza Danza Kuduro
  • 1. Һине осраттым да, йәнем, Әйләнеп тә китте башым. Һинең уйҙарың белмәгәс, Бөтөп китте сабыр - ташым. Һүндермә инде дәртемде, Әйтсе, аҙаҡҡы һүҙеңде. Көтә алмайым башҡа бер көн, Икәүҙән һайла һин берҙе. Ҡушымта: Был йөрөүҙәрең тейҙе йәнгә! Ла-ла-ла-ла, Йә мине, һин, йә уны һайла, Ла-ла-ла-ла, Йә мине, һин, йә уны һайла. Ла-ла-ла-ла, Булыр, һине һөйәм, тигәндәр, Ла-ла-ла-ла, Мине һайла! Юҡ, мине һайла! 2. Ике йөрәк араһында, Кем һуң яҡыныраҡ һиңә? Алдайым тип уйлама ла, Аныҡ яуап кәрәк миңә. Һөйөүем уйынлы түгел, Йөрәгемде үртәмә һин. Башҡайымды бутама әле, Ғазаплама, яндырма һин.
  • Ябай һалдат альбомында бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым, эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. (2 раза)
  • 1. Бер күреүҙә йән ирене наҙҙарыңдан, Йәшерә алмай серемде күҙ ҡарашым. Йән тетрәтеп яндарымдан үтеп киттең, Матур гөлөм, буй етмәҫ гөл һин генәһең. Ҡушымта: Матур гөлөм, ай, Ҡыҙыҡтырҙың, ай, Наҙлы гөлөм, ай-ай, Хыялым һин, ай. 2. Һөйләйем тиһәм һүҙемде әйтә алмайым, Йыуатмайһың, йәлләмәйһең - йән теләһең. Мөхәббәттең баҡсаһынан емеш йыйҙым, Мин эҙләгән матур гөл һин генәһең. 3. Ғазабына сыҙай алмам - тоҙ һалаһың, Йәнгенәмә борсолоуҙан ут ҡабырҙай. Ҡайнар йөрәгем көтә һине, гөлөм, Түҙә алмайым, йәнем, һине һағынмай.
  • Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Нисә йылдар эҙләһәм дә, таба алманым, Күп ҡыҙҙарҙы тәмләнем, йәнем тартманы. Йөрәгемә яра һалды көтөүҙәрем һине, Юлдарымдан тайпылма, һин дә көт мине. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Янымда һин булғанда ҡанатланып осам, Ниҙәр генә булһа ла яндарыңда булам. Һинһеҙ үткән ғүмерем ҡурҡыныс төш булды, Ҡулға ҡул тотоношоп үтәйек был юлды. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Йөрәгемдә бум-бум, күҙҙәреңдә нур-нур, Яндарымда бул-бул, һин минеке шул-шул. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә. Эҙләйем һине, көн дә, көн дә, көн дә, Эҙләйем һине, таба алмайым бер ҙә.
  • 1. Ябай һалдат альбомында Бер рәсем әсир итте Дуҫым серле йылмайып, Минең һеңлем, яҡташ, тине. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, Яуап яҙҙың һин миңә. Ҡушымта: Уралтауҙың башында, Матур сәскә үҫәлер. Һалдатҡайым, тиҙерәк ҡайт тип, Бәғеркәйем көтәлер. 2. Хат бәйләне арабыҙҙы, Ғашиҡ йөрәк шатланды. Күңелемде һин биләнең, Мөхәббәт ҡанатланды. Алыҫ ерҙә, сит тарафта, Саф һөйөү килде миңә. Мин ҡайтырмын, яндарыңа, Йәнкиҫәгем, көт кенә. Бер күреүҙә ғашиҡ булдым Эй, һылыу ҡыҙ, мин һиңә. Танышыу хаты ебәрҙем, Яуап яҙҙың һин миңә.
  • Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Күҙҙәреңә ҡараныдым да, Ҡатып ҡалдым урынымда. Осраштырған беҙҙе Хоҙай, Бул юлдашым тормошомда. Төндәрем йоҡоhоҙ үтә, Уйҙарымда бары тик hин. Өҙөлөп hөйәм - был турала, Һайрар ҡоштар ишеттерhен. Әгәр hин мине генә hөйhәң, Яттарға hалмаhаң күҙең. Йөрәгемдә ут ҡабыныр ҙа, Булырмын тик hинеке үҙем. Күнелеңде яттар биләмәhен, Күҙ ҡараштарыңдан ирейем. Барыбер минеке булырhың, Мин өмөтөмдө өҙмәйем. Төндәрем йоҡоhоҙ үтә, Уйҙарымда бары тик hин. Өҙөлөп hөйәм - был турала, Һайрар ҡоштар ишеттерhен.
  • 1. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән. Ҡушымта: Ай, һағыш - ғүмер юлы, Ҡаяла һары урман. Һаҡмарымдың һылыуы, Юлыңа ҡаршы төшәм. 2. Өҙгөләнмә, һине һөйәм,матурым, Тик ҡыума яндарыңдан. Юлдарыңа гөлдәр һибәм,матурым, Ебәрмәм яндарымдан. 3. Китмә һин, һөйөклөм, кил яндарыма, Саф мөхәббәт һин генә. Ирәндектең иң матур сәскәһенән Ҡалфаҡ үрәм мин һиңә. 4. Китәһең, минән алыҫ ҡалаға, Бормалы юлдар менән. Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта, Атмаған таңдар менән.
  • 1. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан, Йән - йәрем, торормон һүҙемдә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙеңдә. Ҡушымта: Тик һиңә табынам, йән - йәрем, Ҡулымдан төшөрмәм көҙҙәрҙә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙҙәрҙә. 2. Хистәрҙе һаҡлармын ғүмергә, Өшөтмәм ел - ямғыр, буранда. Хыялда күктәрҙә йөҙәмен, Янымда бары һин булғанда. 3. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан, Йән - йәрем, торормон һүҙемдә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙеңдә.
  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • 1.Ишетмәйhең әйткән hүҙҙәремде, Бүлтәйтеп үтәhең иренеңде. Аңларhың, бәлки hин мине, йәнем, Йырҙарға hалhам мин хистәремде. Ишетмәй үтә ул hүҙҙәрең дә, Бүлтәйткән бит хатта иренен дә. Аңламаhа, әгәр күңелең дә, Табырhың, ул kыҙҙан шәптәрен дә. Ҡушымта: Һей-йо, hей-йо, hирпелеп kараhаң, hей-йо, Һей-йо, hей-йо, йәнгә ут hалаhың, hей-йо. Һей-йо, hей-йо, бер генә kараhаң, hей-йо, Һей-йо, hей-йо, йәнгә ут hалаhың, hей-йо. 2.Яныңдан мин тыныс үтә алмайым, Һөйөүемде бикләп тота алмайым. Һиңә тип вәғәҙәләр бирҙем, әммә Ир[е]неңдән туйғансы үбә алманым. Янынан hин тыныс үтә алмаhаң, Һөйөүеңде бикләп тота алмаhaң, Вәғәҙәләрең бушkа булыр, егет, Әйткән hүҙең, әгәр тота алмаhaң. 3. Айҙың үҙе булғанында - беҙгә аҙ, Байҙың kыҙы булғанында - етмәй наҙ. Һылыуkай, hин hауаланып йөрөмә, Егеттәрҙе йөрәкhеҙҙәр тиеп күрмә. Һей-йо, бәлки hин мине, йәнем, Һей-йо, hалhам мин хистәремде. Һей-йо, мин тыныс үтә алмайым, Һей-йо, бикләп тота алмайым.
  • Ауыл менән ҡала, урамда, урманда, Һине эҙләйем мин, һин ҡайҙа? Ауыл менән ҡала, галактикаламы? Теләгән эҙләмәй табыламы? Һин юҡһың, юҡһың, таба [а]лманым һине, Һин юҡһың, юҡһың, эҙләмәйһең мине. Һин юҡһың, юҡһың. Бар булһаң, ҡайҙаһың? Һин кемһең, йөрөйһөң ҡайҙа? Өфөлә лә юҡ-юҡ, Стәрлелә лә юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Сибайҙа ла юҡ-юҡ, Баймаҡта ла юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Башҡорт микән үҙе, ғәжәп микән һүҙе? Төшөр миңә ҡасан уның күҙе? Сәс[е] ҡыҫҡа булһа ла, аҡсаһыҙ булһа ла. Ҡыҙҙар тыйнаҡлыҡта һынала. Унда барам, юҡ-юҡ, бында барам, юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Һин юҡһың, юҡһың. Бар булһаң, ҡайҙаһың? Һин кемһең, йөрөйһөң ҡайҙа? Өфөлә лә юҡ-юҡ, Стәрлелә лә юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем. Баймаҡта ла юҡ-юҡ, Сибайҙа ла юҡ-юҡ. Һине эҙләйем, өмөттө өҙмәйем.