Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

ЕТЕГЭН.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители
  • Мөхәббәт 1.Икебеҙ ике ярҙа Һөйөү гөлөн эҙләнек Үҙебеҙ булған һөйөүҙе Һулыр тиеп белмәнек Хәҙер беҙ бергә түгел Мөхәббәт кена үтмәй Йөрәктә һаман яна Ниңә ул һаман һүнмәй Мөхәббәт йөрәгемдә Һин генә юҡ яндарымда Мөхәббәт күңелемдә Һин генә бит уйҙарымда 2.Күпме йыл бергә булһаҡ та Беҙ бит һөйә белмәнек Мөхәббәт килгәс йөрәккә Беҙ бит аны күрмәнек Юҡ беҙ аңләманыҡ Мөхәббәтте аҡламаныҡ Йөрәккә һөйөү килгәс Беҙ бит аны һаҡламаныҡ Һин бит миңә килһәң дә Һин бит мине һөймәнең Йөрәгемдә булған утты Һин бит ниңә күрмәнең Мин бит һиңә килһәм дә Мөхәббәт тип уйламаным Һөйөүһеҙ йәшәп булмағанын Шул ваҡыт аңламаным
  • Тәү тапҡыр 1.Тәү тапҡыр булып мине Оҙатып ҡалған инең Тәүге сәскәләремде лә Һинән алған инем Бүләк иттең һөйөү Мөхәббәт йөрәгемә Киттең миңә һалып Яңғыҙлыҡ күңелемә Юлдарымда мөхәббәткә ышандым Ғашиҡ булып хыялымда аҙаштым Ләкин йөрәк һүнмәй,тибеүҙән туҡтамай Өмөт менән һаман, киләсәккә ҡарай 2.Тәү тапҡыр булып мине Ҡосаҡлап үпкән инең Мәңге бергә булырбыҙ тип Вәғәҙәләр бирҙең Бүләк иттең һөйөү Мөхәббәт йөрәгемә Киттең миңә һалып Яңғыҙлыҡ күңелемә
  • Ҡыҙ көтә егетен, егет бармай Күңелендә уйын онота алмай Көтә йөрәк, көтә күңел Йөрәктә бит һөйөү бер көнлөк түгел Һин бит һөймәһәң дә Ҡыҙыҡайға килдең Ҡыҙҙың:-Һөйәңме?-тип һорауына Һөйәм тигән булдың Хәҙер киттең уны ташлап Кемгә ҡалдырып Йөрәгенә осҡон һалып, Үҙен яңғыҙ ҡалдырып Яҙҙар кеүек сөскә атып Ғүмереңдең наҙлы сағы Килер әле килер әле Мөхәббәтең һиңә тағы Көтмә егетеңде, ул һиңә килмәҫ Һөйөү сәскәләрен бүләк итмәҫ Көндәр етер, мөхәббәтең үтер Йөрәгеңә һинең тағын һөйөү килер Илама, түкмә Күҙ йәштәрең бушҡа Баребер ул һиңә килмәҫ Мөхәббәте итмәҫ Яҙҙар кеүек сәскә атып Күңелдәрең йыуатып Килер әле һиңә тағы Һөйөүеңдең наҙлы сағы
  • Оло юл буйлап бик сибәр, һомғол кәүҙәле, торғаны бер фәрештәләй ҡыҙ килә. Көтмәгәндә ул үҙенең артынан бер егеттең күҙәтеп килеүен күрә. Һәм ул артына борола ла: – Әйтегеҙсе, ни өсөн һеҙ минең артымдан киләһегеҙ? – ти. Егет былай тип яуап бирә: – О, минең йөрәгемде әсир итеүсе, күҙҙәреңдән, матурлығыңдан, буй-һыныңдан һис тә күҙҙәрҙе алып булмай, бына шулар миңә һинең артыңдан барырға бойора. Минең хаҡта, думбырала яҡшы уйнай, шиғриәттең нескә серҙәрен белә, ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә ут һалыусы, тиҙәр. Ә минең һиңә мөхәббәттә аңлашҡым килә, сөнки йөрәгемде ысын мәғәнәһендә тотҡонлоҡҡа алдың. ҡыҙ бер аҙ шым ғына тора ла: – Һин нисек миңә ғашиҡ була алдың? Кесе һеңлем миңә ҡарағанда бик күпкә сибәрерәк һәм мөләйемерәк. Ул артымдан килә, уға ҡара әле, – ти. Егет ҡапыл туҡтай һәм артына боролоп ҡарай, тик насар кейемдәге ҡарсыҡтан башҡа берәүҙе лә күрмәй. Шунан ул, аҙымдарын шәбәйтеп, ҡыҙҙы ҡыуып етә лә, күҙҙәрен аҫҡа төбәп, буйһондорғос тауыш менән: – Әйтсе миңә, нисек һинең телеңдән шундай ҙа алдатҡыс һүҙҙәр сыҡты? – ти. Ә ҡыҙ йылмая ла: – Һин дә миңә мөхәббәттә ант иткәндә дөрөҫөн әйтмәнең бит. Шуны аңлат әле: нисек миңә шундай һүҙҙәр әйтеп, йөрәгемде һинең матурлығың әсир итте, тигәндән һуң, икенсе ҡатын-ҡыҙға ҡарар өсөн артыңа боролдоң? – ти.
  • Алыҫтарҙан ҡояш ҡалкып килә, Ләкин һин һаман юҡ та юҡ. Алыҫтарға ҡарап ҡояшҡа мин Иҫкә алам, һөйгәнем һине. Һөйәм, яратам һине - аңла, Күпме инде әйтергә була. Мин һине яратам, яратам, яратам. Һәр көн һайын һине өҙөлөп көтәм, Ләкин һин һаман килмәйһең. Йылмайыуың ҡояш кеүек балҡый, Көлөүҙәрең шишмә кеүек шылтырай.