Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йылмайыу»
исполнителя ЕТЕГЭН.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Текст песни не найден. Добавить?
Мы платим за добавление текста. Вам нужно авторизоваться, чтобы мы смогли вам заплатить
Отмена

Другие песни исполнителя:

  • Оло юл буйлап бик сибәр, һомғол кәүҙәле, торғаны бер фәрештәләй ҡыҙ килә. Көтмәгәндә ул үҙенең артынан бер егеттең күҙәтеп килеүен күрә. Һәм ул артына борола ла: – Әйтегеҙсе, ни өсөн һеҙ минең артымдан киләһегеҙ? – ти. Егет былай тип яуап бирә: – О, минең йөрәгемде әсир итеүсе, күҙҙәреңдән, матурлығыңдан, буй-һыныңдан һис тә күҙҙәрҙе алып булмай, бына шулар миңә һинең артыңдан барырға бойора. Минең хаҡта, думбырала яҡшы уйнай, шиғриәттең нескә серҙәрен белә, ҡатын-ҡыҙҙың йөрәгенә ут һалыусы, тиҙәр. Ә минең һиңә мөхәббәттә аңлашҡым килә, сөнки йөрәгемде ысын мәғәнәһендә тотҡонлоҡҡа алдың. ҡыҙ бер аҙ шым ғына тора ла: – Һин нисек миңә ғашиҡ була алдың? Кесе һеңлем миңә ҡарағанда бик күпкә сибәрерәк һәм мөләйемерәк. Ул артымдан килә, уға ҡара әле, – ти. Егет ҡапыл туҡтай һәм артына боролоп ҡарай, тик насар кейемдәге ҡарсыҡтан башҡа берәүҙе лә күрмәй. Шунан ул, аҙымдарын шәбәйтеп, ҡыҙҙы ҡыуып етә лә, күҙҙәрен аҫҡа төбәп, буйһондорғос тауыш менән: – Әйтсе миңә, нисек һинең телеңдән шундай ҙа алдатҡыс һүҙҙәр сыҡты? – ти. Ә ҡыҙ йылмая ла: – Һин дә миңә мөхәббәттә ант иткәндә дөрөҫөн әйтмәнең бит. Шуны аңлат әле: нисек миңә шундай һүҙҙәр әйтеп, йөрәгемде һинең матурлығың әсир итте, тигәндән һуң, икенсе ҡатын-ҡыҙға ҡарар өсөн артыңа боролдоң? – ти.