Татарский переводчик Казахский переводчик Русские песни

Башкирские народные песни

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Народные

  • Селтәрле лә батмуста сын-сынаяҡ, Әсмәбикәй, Тотма ситтәренән дә, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр, Тотма ситтәренән, Маһисәрүәр, әй, ыуалыр. Бәхетһеҙ ҙә булғанда ир-егеткәй, Әсмәбикәй, Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр, Сит илдәргә китептәй, Маһисәрүәр, әй, юғалыр. Туп-туп ҡына баҫҡандай туратымдың, Әсмәбикә, Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге; Туҡ буйҡайҙарында, Маһисәрүәр, әй, төйәге. Уттарҙа ла янмаҫтай, һыуҙа батмаҫ, Әсмәбикә, Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге; Батыр егеткәйҙең дә, Маһисәрүәр, әй, һөйәге.
  • Ҡурайсылар ҡурай уйнамаҫ, Башҡорт ҡурайҙары булмаһа; Егет тә генә кеше йыр йырламаҫ, Йөрәгендә дәрттәр булмаһа. Әрәмәгә керһәм, үлән һирәк, Сәхрәләргә сыҡһам, ер еләк; Эсемдә генә минең уттар яна, Ник елкенә икән был йөрәк. Арыҫлан да кейек һис ҡайғырмаҫ, Ҡаршыһында бейек тау булһа; Егет тә генә кеше һис ҡайғырмаҫ, Ғәзиз башы уның һау булһа.
  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • Урмандарға керһәң, ағас киҫһәң, Кәкереһен киҫмә, төҙөн кис. Кәкереһен киҫмә, төҙөн кис. Гелән генә бергә булып булмаҫ, Ултырайыҡ әле бөгөн кис. Ултырайыҡ әле бөгөн кис. Урмандарға кереп аптыраным Йәш имәндең бөгөлгәненә. Йәш имәндең бөгөлгәненә. Барса ғына халыҡ хайран ҡалһын Һеҙҙең өсөн өҙөлгәнемә. Һеҙҙең өсөн өҙөлгәнемә. Урмандарға керһәң — һыҙғырып кер, Шауламаған ағас ҡалмаһын. Шауламаған ағас ҡалмаһын. Сит ерҙәрҙә йөрөһәң — яҡшы йөрө, Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын! Һоҡланмаған кеше ҡалмаһын!
  • Атым бар, йүгәнем юҡ, Дәртем бар, һөйгәнем юҡ, Атым да бар, дәртем дә бар, Әммә һөйгән йәрем юҡ. Һаҡмар буйы йәмле була, Япраҡ ярһа тал-тирәк. Йәр һөйөп тә алалмаһаң, Ярһый икән йәш йөрәк. Урал, һинең тауыңа Ҡыйғыр ҡоштар ҡуналмай. Минең шатлыҡ хистәрем Күкрәгемә һыялмай. (Башҡорт халыҡ йыры)
  • Йөрәгҽмдҽң түрҽндә Халҡымдың рухи мираҫы Уралымдың ҡырҙары Башҡорт халҡының йырҙары Яратам мин халҡымды Һоҡланам мин халҡымдан Мәзәҡәтлҽ һылыуҙарҙан Бар ҽрҙә лә һынытмаҫ Көслө рухлы батырҙарҙан Яратам мин халҡымды Бәхҽтлҽмҽн тыуғанға Ғәзиз Башҡортостанымда Бар йөрәктән һоҡланам Тырыш һәм көслө халҡымдан Яратам мин халҡымды
  • Баҡсаларҙа сәскә ата Һин ултыртҡан бөрлөгән. Ул да һине көтә һымаҡ, Ник килмәйһең, бер генәм? Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза) Бөгөн төндә төштәремдә Һине күрҙем, бер генәм. Мин тал, имеш, ә һин, йәнем, Гүйә ҡара бөрлөгән. Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Тиҙерәк кил, бер генәм! (2раза) Бөрлөгәндәй күҙҙәреңде Көн дә килә күрәһем. "Һөйәм" тигән һүҙҙәреңде Ҡабатлайым йыр менән. Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һағындырҙың, бер генәм! (2 раза) Баҡсаларҙа сәскә ата Һин ултыртҡан бөрлөгән. Ул да һине көтә һымаҡ, Ник килмәйһең, бер генәм? Бөрлөгәнем, бөрлөгән, Һин бит минең бер генәм! (2раза)
  • Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем, Тышҡынайын ниҙән тышлайым? Йәйгелеген бында, ай, йәйләнем, Ҡышҡынайын ҡайҙа ҡышлайым? Елә лә генә елә берәү килә Арҡаларҙан йоморо юл менән. Күрмәнеләр мине, ай, күҙ менән, Тик һөйләйҙәр шелтәле һүҙ менән. Күк ат ҡына ектем, ай, тәртәгә, Ҡалғандары ҡалды кәртәлә, Уңлы ғына һуллы ҡашым тарта, Ниҙәр булыр икән иртәгә? Ирәндеккәй буйы, ай, күк таштыр, Кемгә төйәк түгел ул таштар. Ҡурҡыуҙы ла белмәй ҡыйыу йөрөнөк, Ни күрһә лә күрер был баштар.
  • Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам, Әйһәйлүк, Бер ҡыҙ килә һыйыр ҙа, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Бер аҙ ғына тороп һөйләшкәнсә, Әйһәйлүк, Ҡарт инәһе йөрөй шул, ай һәүкәләп, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Ҡыҙҙар һорай сәсмәүҙә, әй, суғына, һәпем, һәпәүләкәйем. Һыҙылып ҡына сыҡҡан, мыйығымды, Әйһәйлүк, Вәғәҙә иттем һөйгән дә ҡыҙыма, һәпем, һәпәүләкәйем.
  • Уралым, Уралым! Күгәреп ятҡан Уралым Нурға сумған түбәһе Күккә ашҡан Уралым Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡҡанда Һайрап ҡаршылай ҡоштарың Тонйорап ҡояш батҡанда Һайрап оҙата ҡоштарың Һине маҡтай йырҙарым Һине данлай йырҙарым Һин бит минең төйәгем Һине һөйә йөрәгем Уралым, Уралым аааааа... аааааа... лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә-лә-ль, лә-лә, лә-лә лә-лә, лә-лә, лә-лә-ль, лә-лә лә, лә-лә, лә, лә-лә, лә-лә.
  • Оло юлдың туҙанын шул Үҙем күрҙем туҙғанын. Һиҙмәй ҡалдым, күрмәй (белмәй) ҡалдым Йәш ғүмерҙең уҙғанын. Оло юлдың туҙанында Ҡалды минең эҙҙәрем; Ҡайҙа икән йәшлегем, тип, Шул юлдарҙан эҙләнем. Олы юлдан аттар саба, Беҙгә ҡала туҙаны. Алда ғүмер барҙыр барын, Һағындыра уҙғаны.
  • Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә, Шәүрә килен киләм дә тигәнгә. Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян Шәүрә килен дә кейгән еләнгә. Шәүрә килен дә кейгән еләндең Итәк осҡайҙары ла мунсаҡлы. Айға ла ғына, көнгә тиңләмәйем, Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы. Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош, Ыласын ғына тиһәм дә, биле ала. Эскенәйем тулып, ай, ут яна, Һунһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?
  • Эй, буҙ турғай - бахырҡай!.. Ҡанаттарын ялпылдатып, тояҡтарын ялтыратып, Күҙкәйҙәрен ялтыратып менеп бара һауаға! Зекер әйтеп, фекер әйтеп, моңон әйтеп, Һүҙен әйтеп һауаға... Дәртлекәйҙәр, моңлоҡайҙар ҡурайҙарын ҡуңғырлатып, Думбыраһын думбырлатып, ҡумыҙҙарын зыңғырлатып Йыр йырлайҙар майҙанда...
  • Майҙандарҙың була аҙағы, Бата әйтеү йола талабы, Изге тәләк һүҙҙең ағаһы. Бата теләк һүҙҙең бабаһы. Ай, илгенәм, ғәзиз илгенәм, Иҫән генә бул һин, илгенәм, Тере генә булһын телкәйем, Талғын ғына иҫһен елкәйем. Балаларың күпләп тыуһындар, Игендәрең ишелеп уңһындар, Илдең яңынан тыуған мәлдәре, Ҡурайсылар көйгә һалһындар! Аҡһаҡалдың һүҙе хаҡ булһын, Сәсәндәрҙең һүҙе бер булһын! Барыр юлың, илем, уң булһын, Батырҙарың, илем, күп булһын! Сәләм әйтә һиңә Уралтау, Сәләм әйтә Иҙел һәм Алтай. Бар донъянан килгән халыҡтар Йәшә, тиҙәр мәңге, башҡортттар. Ай, илгенәм, ғәзиз илгенәм, Иҫән генә бул һин, илгенәм, Тере генә булһын телкәйем, Талғын ғына иҫһен елкәйем.
  • 1. Һай, йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам! 2. Башыңдағы йүгәнеңде, Көмөшләрбеҙ, юрғам. Ҡара ҡырпыу үңлегеңде, Нағышларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге һылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам! Тайт, Ҡара юрғам! 3. Йомро матур тояғыңды, Дағаларбыҙ, юрғам. Ҡырас матур ялдарыңды, Уҡаларбыҙ, юрғам. Өҫтөңдәге hылыуыңды Төшөрсәле, юрғам! Һайт, Ҡара юрғам, Тайт, ҡара юрғам!
  • 1.Ауыл кисе. Таҫмаларҙан Әй ағыла ят моңдар. Ниндәй моңһоу, әллә инде Телһеҙ ҡалған гармундар. Ҡушымта: Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң, Моң кайҙа һуң, әйт урам? Аулаҡ өйлө һәм гармунлы Йәшлегемде һағынам. 2.Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу? Күңелем буш ник шулай?! Өй түрендә тальян гармун Моң һағынып зар илай 3.Йөрәктәргә осҡон һалып, Гармунымда уйнайым. Ауылымда моңдар биреп, Урамҙарҙы буйлайым. 4.Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр, Гармун моңға һыуһаған. Һөйөү булып моңдар ҡайтһын Ауылыма яңынан.
  • Ел- бауырлап осҡан ҡоштар Аксарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙермен, Йөрәгем түҙәр микән?.. Аҡсарлактар уйнар күлдә Табып алдым пар ҡанат. Һөйөүҽмдең билгеһе тип Түшемә ҡуйҙым ҡаҙап. Каурый ғына тороп ҡалды Канатлы һөйөүемдән. Кайтауаздар ғына ҡалды “Яратам”, — тиеүҽңдән... Ел бауырлап осҡан коштар Аҡсарлаҡ түгел микән? Һин киткәнгә мин түҙәрмен, Йөрәгем түҙәр микән?..
  • 1. Ҡашың ҡара, буйың зифа, Керпегең бөгөләлер. Һинең өсөн, йәнкиҫәгем, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Үҙәгем өҙөләлер. 2. Ҡаш ҡараһы күҙеңдә лә, Буй зифаһы үҙеңдә. Ай тулғанда тыуҙыңмы әллә, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Ай нуры бар йөҙөңдә. 3. Ҡашың ҡара, күҙең кеү[е]к тә, Һиңә һөйләр һүҙем күп. Һөйләр инем серҙәремде Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Көн дә күрһәм үҙеңде.
  • 1. Таң әтәстәре ҡысҡыра, Әллә таң ата микән? Тәҙерәнән ҡарап ҡалды, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Әллә ярата микән? 2. Тәҙерәнән ҡарайһың да, Ҡарап кемде таныйһың? Ҡарап күҙең талдырғансы, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Ник саҡырып алмайһың? 3. Тәҙерә төбөм ҡаты бал, Ашайһың килһә ватып ал. Һөйөүҙәрең ысындан булһа, Ғәлиәбаныу, һылыуым, иркәм, Тәҙерәнән тартып ал.