Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡарабай»
исполнителя Зилия Бахтиева.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Әллиләү генәйем,
Бәллиләү генәйем.

Әсмәбикә тыпыр-тыпыр
Баҫып килә генәйем.

Иртә лә кил, кис тә кил,
Тәҙерәңде сиртеп кил.

Сиретеүеңде танырмын да,
Ҡаршы сығып алырмын.

Әллиләү генәйем,
Бәллиләү генәйем.

Әсмәбикә тыпырлатып
Баҫып килә генәйем.

Иртә лә кил, кис тә кил,
Тәҙерәңде сиртеп кил.

Сиретеүеңде танырмын да,
Ҡаршы сығып алырмын.

Другие песни исполнителя:

  • Һин ураған юлды мин урайым, Эҙҙәреңә түгәм күҙ нурын. Һин һулаған яҙҙы мин һулайым, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Һин һөйәлгән талға мин һөйәләм, Бөрөләргә ҡоям күҙ нурын. Һин һөйөлгән елгә мин һөйөләм, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым? Кемдәр генә аңлар хистәремде, Тоноҡланһа яҡты күҙ нурым? Елдәр генә һөйә сәстәремде, Ҡайҙа, ҡайҙа ғына үҙең, Ҡайҙа ғына үҙең, күҙ нурым?
  • Һандуғастар һайрар минең дуҫтар улар Иртә таңдан йырлайым йырҙарын Яҙҙарын да яңгыҙ көҙҙәрен дә яңгыҙ Һанап утәм оҙон төндәрен Мәңгелеккә минең миңә генә бул һин Йөрәгеңдә булһын гүзәллек Һине генә көтәм һиңә генә әйтәм Һағыныуға нисек түҙәрмен? Яратыуым иркәм беләм дөрөҫ икән Керһеҙ һөйөүемә ышанам Күҙҙәреңде күрмәй мөхәббәтем тимәй Сәләмемде ҡоштарға әйтәм Мәңгелеккә минең миңэ генә бул һин Йөрәгеңдә булһын гүзәллек Һине генә көтәм һиңә генә әйтәм Һағыныуға нисек түҙәрмен?
  • Һуңлап килдең урау юлдарҙан, Һин аҙашҡан аҡҡош шикелле. Һинһеҙ ҡалғас яҙмыш кителде, Һағыш йотоп йылдар үтелде. Ҡушымта; Күңелемде һаман йылдар буйы Һин биләнең шиңмәҫ гөлдәрҙәй. Һағыштарҙы хәҙер иҫләмәйек, Ҡалһындар ағыр уҙған көндәрҙәй. 2.Беҙ йәшәйбеҙ әле бергә беҙ, Бергә аҡҡан ике йылғалай. Ә шулай ҙа әрнеү юйылмай Осрашманыҡ ниңә һуңламай? Ҡушымта; Һуңлап килдең, һуңлап ник шулай, Һуңлап тыуҙы ниңә тулған ай? Берен-бере һөйгән йөрәктәр Ҡауышһындар ине һуңламай.