Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песни под медленный танец на башкирском языке

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Медляк

  • Тәү тапҡыр 1.Тәү тапҡыр булып мине Оҙатып ҡалған инең Тәүге сәскәләремде лә Һинән алған инем Бүләк иттең һөйөү Мөхәббәт йөрәгемә Киттең миңә һалып Яңғыҙлыҡ күңелемә Юлдарымда мөхәббәткә ышандым Ғашиҡ булып хыялымда аҙаштым Ләкин йөрәк һүнмәй,тибеүҙән туҡтамай Өмөт менән һаман, киләсәккә ҡарай 2.Тәү тапҡыр булып мине Ҡосаҡлап үпкән инең Мәңге бергә булырбыҙ тип Вәғәҙәләр бирҙең Бүләк иттең һөйөү Мөхәббәт йөрәгемә Киттең миңә һалып Яңғыҙлыҡ күңелемә
  • Тулған ай бер мәл тәҙрәңдән нур hибер сәстәреңә. Мин дә ай бит шул нурҙарҙан, керермен төштәреңә. Припев Яҙмышымда hин берҙән-бер өмөтөм, мөхәббәтем. Бәғрем, hинһеҙ йәшәй алмам, яныңда ла булалмам. Берҙән-бер мөхәббәтем. Һине күрер өсөн килдем ашҡынып яңдарыңа. Кире ҡайтhын тип күңелем йәшлегем таңдарына. Припев Яҙмышымда hин берҙән-бер өмөтөм, мөхәббәтем. Бәғрем, hинһеҙ йәшәй алмам, яныңда ла булалмам. Берҙән-бер мөхәббәтем. Ай нурҙары тәҙрәмдән иркәләр сәстәреңдән. Мин дә ай бит шул нурҙарҙан керермен төштәреңә.
  • Бер кемгә лә һине биргем килмәй. Әммә яттыҡы һин, яттыҡы. Булһаң ине тик минеке генә, Уртаҡ ерҙәр, хыял ялҡытты. Припев Ярат ине, ярат ине, мине Аллаң күреп. Бөтә ергә берҙән-бер итеп Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек. Боҙҙарымды минең иретеп. Шул ваҡытта донъя сағыуланыр. Фәрештәләр ергә төшөрҙәр. Һин һәм улар беҙҙең йөрәктәргә Һалҡын ҡарға юҡһа төшөрҙәр. Припев Ярат ине, ярат ине, мине Аллаң күреп Бөтә ерҙә берҙән-бер итеп. Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек. Боҙҙарымды минең иретеп. Бер кемгә лә һине биргем килмәй Тик китәһең, һин бит яттыҡы Ғүмер буйы уртаҡ йәрҙәр һөйөп, Яңғыҙ ҡалыуҙарым ялҡытты. Припев Ярат ине,ярат ине, мине Аллаң күреп. Бөтә ерҙә мине берҙән-бер итеп. Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек. Боҙҙарымды минең иретеп. (2 раза)
  • Уйлама,мин онотманым беззен осрашыузар hуззэрен... Yз-уземде алдау булды,тинен монhоу ине ул саk куззэрен. Килдем hине kаршыларга эммэ hалkын ине kарашын... Йорэгендэ минэ урын kалманы мохэббэттен шулдыр югалганы... kушымта: Ярай,булhын шулай... тик йорэгемдэ kалыр ул яра! Ерзэ мэнге мохэббэт булмай, Язмыштарзан узыр юk сара... Бэхет эзлэп урау юлдар утмэм, hойоу эзлэп мин яттарга китмэм... Сабырлыkтын сиге-алтын,белэм, туземлегем йыйып hине котэм! Йондоз булып атылырhын, хыялында минэ елерhен... Кайзарзалыр алыста hин, ышанам,эйлэнеп килерhен! kушымта: Ярай,булhын шулай... тик йорэгемдэ kалыр ул яра! Ерзэ мэнге мохэббэт булмай, Язмыштарзан узыр юk сара...юk сара... Ярай,булhын шулай... тик йорэгемдэ kалыр ул яра! Ерзэ мэнге мохэббэт булмай, Язмыштарзан узыр юk сара...юk сара...