Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һиңә генә»
исполнителя Азат Зиганшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:


Бер кемгә лә һине биргем килмәй.
Әммә яттыҡы һин, яттыҡы.
Булһаң ине тик минеке генә,
Уртаҡ ерҙәр, хыял ялҡытты.

Припев
Ярат ине, ярат ине, мине Аллаң күреп.
Бөтә ергә берҙән-бер итеп
Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек.
Боҙҙарымды минең иретеп.

Шул ваҡытта донъя сағыуланыр.
Фәрештәләр ергә төшөрҙәр.
Һин һәм улар беҙҙең йөрәктәргә
Һалҡын ҡарға юҡһа төшөрҙәр.

Припев
Ярат ине, ярат ине, мине Аллаң күреп
Бөтә ерҙә берҙән-бер итеп.
Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек.
Боҙҙарымды минең иретеп.

Бер кемгә лә һине биргем килмәй
Тик китәһең, һин бит яттыҡы
Ғүмер буйы уртаҡ йәрҙәр һөйөп,
Яңғыҙ ҡалыуҙарым ялҡытты.

Припев
Ярат ине,ярат ине, мине Аллаң күреп.
Бөтә ерҙә мине берҙән-бер итеп.
Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек.
Боҙҙарымды минең иретеп. (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Һинең ҡулда - минең күңел айым, Һин, күрәһең, ғашиҡ янымдыр (2 раза) Тау шишмәһе йөрәк моңоң тыңлай Ярһып аҡҡан ҡайнар ҡаныңды (2 раза) Ишетмәгән шишмә бындай моңдо Янып ҡалған тәрән һулышта (2 раза), Йә, Хоҙайым, нисә быуат ағып, Тәү тапҡыр мин тыңдыл һағышта (2 раза) Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы, Ҡайһын сиртһәң, шуйдай моң сыға (2 раза) Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға (2 раза), Моңдо тыңлап, Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым Әйләндергән икән тамсыға.
  • Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ - ике... Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Минеке - был уйҙар, ай-йондоҙҙар, Минеке был моңһоу тоноҡ һыу, Минеке - был таныш яҡты һағыш, Минеке - был ярһыу, болоҡһоу... Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә Үкенмәйем һине осратҡанға, Булмағандан яҡшы - булғаны, Һин минеке булып тыумаһаң да, Һин минеке иттең донъяны! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Бер йән инек, бергә көлгән инек, Хәҙер инде бына беҙ - ике... Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш, Тик үткәндәр, бел һин, минеке! Фәниә! Фәниә! Фәниә! Фәниә
  • Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп, Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?.. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Нишләргә һуң? Ярай. Хуш. Ғәфү ит. Бөгөн тиеп булмай кисәне. Ә шулай ҙа был кәсәне мин бит Һинең өсөн генә эсәмен. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп, Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?..