Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тау шишмәһе»
исполнителя Азат Зиганшин.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һинең ҡулда - минең күңел айым,
Һин, күрәһең, ғашиҡ янымдыр (2 раза)

Тау шишмәһе йөрәк моңоң тыңлай
Ярһып аҡҡан ҡайнар ҡаныңды (2 раза)

Ишетмәгән шишмә бындай моңдо
Янып ҡалған тәрән һулышта (2 раза),

Йә, Хоҙайым, нисә быуат ағып,
Тәү тапҡыр мин тыңдыл һағышта (2 раза)

Һинең йөрәк - минең күңел ҡылы,
Ҡайһын сиртһәң, шуйдай моң сыға (2 раза)

Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым
Әйләндергән икән тамсыға (2 раза),

Моңдо тыңлап,
Моңдо тыңлап, йондоҙҙарым-айым
Әйләндергән икән тамсыға.

Другие песни исполнителя:

  • Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда, Осор ҡанаттарым арманhыҙ талғанда, Тик hин мине күрҙең, хәлкәйемде hиҙҙең, Һин яныма килдең, hин миңә ҡул бирҙең! Таңдарҙың нурҙарын hиндә генә күрәм, Күңелем наҙҙарын hиңә генә бирәм, Һин бит – минең генә ярhып килгән яҙым, Һин бит – минең генә яҙмыш биргән наҙым! Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып. Киләсәк көндәрем hиндә генә күрәм, Киләсәк яҙмышым барын hиңә бирәм. Киләсәк ғүмерем – ярhып килгән яҙым, Һин hуңғы усағым, яҙмыш биргән наҙым. Ҡушымта: Һин – минең ҡояшым, hин – минең нурҙарым, Һин – минең hағышым, hин – йырлар йырҙарым! Яҙмышым томанын тараттың нур булып, Тормошом ялғанын тараттың, йыр булып.
  • Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп, Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?.. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Нишләргә һуң? Ярай. Хуш. Ғәфү ит. Бөгөн тиеп булмай кисәне. Ә шулай ҙа был кәсәне мин бит Һинең өсөн генә эсәмен. Иҫке йылдың һуңғы ҡары яуа, Һуңғы ҡары, һуңғы сафлығы. Өмөттәрем, гүйә, шулай ауа, Килгән генә мәлдә саҡ нығып. Тағы бер йыл шаулап үтеп китте, Аҡ ҡар ғына ҡалды түшәлеп, Мин ниҙелер һинән өмөт иттем, Иҫеңә лә, ахыры, төшмәнем?..
  • Бер кемгә лә һине биргем килмәй. Әммә яттыҡы һин, яттыҡы. Булһаң ине тик минеке генә, Уртаҡ ерҙәр, хыял ялҡытты. Припев Ярат ине, ярат ине, мине Аллаң күреп. Бөтә ергә берҙән-бер итеп Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек. Боҙҙарымды минең иретеп. Шул ваҡытта донъя сағыуланыр. Фәрештәләр ергә төшөрҙәр. Һин һәм улар беҙҙең йөрәктәргә Һалҡын ҡарға юҡһа төшөрҙәр. Припев Ярат ине, ярат ине, мине Аллаң күреп Бөтә ерҙә берҙән-бер итеп. Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек. Боҙҙарымды минең иретеп. Бер кемгә лә һине биргем килмәй Тик китәһең, һин бит яттыҡы Ғүмер буйы уртаҡ йәрҙәр һөйөп, Яңғыҙ ҡалыуҙарым ялҡытты. Припев Ярат ине,ярат ине, мине Аллаң күреп. Бөтә ерҙә мине берҙән-бер итеп. Ярат ине, ярат ине, мин яратҡан кеүек. Боҙҙарымды минең иретеп. (2 раза)