1. Рәхмәтлемен һиңә,
Мине бәхетле иткәнеңә,
Күңелемдең асып ишеген,
Яҡты керткәнеңә, рәхмәтлем!
Һыуынған йөрәгем
Йылынғаны өсөн, һөйгәнем,
Мендергәнең өсөн күктәргә,
Рәхмәтлемен һиңә, тик һиңә!
Ҡушымта:
Беҙ осорбоҙ, ҡоштар кеүек,
Бәхет юлы буйлап һауаларға,
Әйләнербеҙ, ҡағып ҡанаттарҙы,
Һөйөнөп шатлыҡ нурҙарында.
Беҙҙең мөхәббәт мәңгелек -
Мин бәхетлеләрҙән бәхетле!
Һәм ошо сихри хистәр өсөн
Тик һиңә генә рәхмәтлем!
2. Рәхмәтлемен һиңә,
Мине бәхетле иткәнеңә,
Хыял ғына булған мөхәббәт
Бүләк иткәнеңә - мең рәхмәт!
Һәр көндөң ҡәҙерен
Белдергәнең өсөн, бәғерем,
Беҙҙе ҡанатлы иткәнеңә,
Рәхмәтлемен һиңә, тик һиңә!
Ҡушымта: шул уҡ