Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Туй»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде -
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын,яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы - хәсрәт,көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!

Ҡушымта:
Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар!
Атай - әсәй,дуҫ - туғандар
Табынға йыйылғандар!
Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк:
Бирһен Хоҙай күрешергә
Беҙгә алтын туйҙарҙа!

2. Берегеҙ ай,берегеҙ ҡояш,
Һомғол,зифа буйығыҙ!
Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ,
Тик бәхетле булығыҙ!
Татыулыҡта,именлектә
Үтһен һәр бер көнөгөҙ!
Пар ҡанатлы мөхәббәттең
Ҡәҙерҙәрен белегеҙ!

3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ,
Һүрелмәһен тойғоғоҙ!
Тормош юлын етәләшеп,
Йәнәш кенә уҙығыҙ!
Ел - буранда,ҡараңғыла
Бер - үк,һеҙ аҙашмағыҙ!
Ярты юлда өҙөлмәһен
Мөхәббәтле йырығыҙ!

Другие песни исполнителя:

  • 1. Яҙмыштарҙы бер ни күрмәй, Япраҡ итеп ел уйната. Күк көмбәҙе илай - ямғыр Һинең сәстәрең сылата. Тау артынан ҡояш ҡалҡып, Көмөш айҙы алмаштырҙы. Өйөрөлә бөтә донъя - Ә мин hиңә ғашиҡ бары. Ҡушымта: Йәнем минең, hин йөрәгем. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем. Мин ғашиҡмын, бәғеркәйем, Һиндә генә ике күҙем. 2. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем - Һөйөүебеҙ шундай көслө. Айырылышыу беҙгә янамай, Беҙ бер бөтөн кеүек төслө. Тау артынан ҡояш ҡалҡып, Көмөш айҙы алмаштырҙы. Өйөрөлә бөтә донъя - Ә мин hиңә ғашиҡ бары.
  • 1. Иҫкән елдәр иҫер, иҫһен әйҙә, Дауыл - бурандары булмаһын. Осраштырғас, беҙҙе ҡауыштырһын, Яҙмыш аҙаштырып ҡуймаһын. 2. Ер йөҙөндә һәр бер һөйгәндәрҙең, Ҡабул булһын ине теләге. Ғүмер буйҙарына һаҡлау кәрәк, Һөйөү бит ул яҙмыш бүләге. Ҡушымта: Сәскәләрҙән матур гүзәлем һин, Ай нурҙары балҡый йөҙөңдә. Ғашиҡ иттең мине бер күреүҙә, Һиҙмәй ҡалдым, йәнем, үҙем дә.