Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Тау-тау һөйөү»
исполнителя Ян Лира.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Миңә тип тәңре биргән тиңемһең,
Тик һиндә күрәм бәхетем төҫөн.
Бер ни ҙә йәлләмәм һинең өсөн,
Ҡыуанысым минең!
Йөҙҙәреңдең матурлығы ал таңдан,
Һәр бер һүҙең күңелемдә һаҡлана,
Һиңә булған мөхәббәтем сағыла,
Күҙҙәремдә минең!

Припев:
Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан,
Кил, кил, һөйгән йәрем килсе,
Кил, кил, мөхәббәттең миңә,
Йылылығын бирсе.
Тау-тау-тау тауҙар аша үтәм,
Тау-тауҙан ашып һиңә етәм,
Тау-тау-тау тау елдәре булып,
Яндарыңа киләм.

2. Һинең менән ҡайғыларҙы оноттом,
Йөрәгемде һөйөү менән йылыттың,
Һандуғастан бер ғәжәйеп йыр оттом -
Һиңә арнайым!
Һөйгәнем, беҙ бәхетте табайыҡ,
Мөхәббәттең ялҡынында янайыҡ,
Хыялдарға етәкләшеп барайыҡ,
Икәүбеҙ бергә!

Припев:
Йәнем ,тау-тау-тау тауҙар аша үтәм,
Тау-тауҙан ашып һиңә етәм,
Тау-тау-тау тау елдәре булып,
Яндарыңа киләм.
Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан,
Кил, кил, һөйгән йәрем килсе,
Кил, кил, мөхәббәттең миңә,
Йылылығын бирсе.

Припев:
Йәнем минең, кил, һүҙҙәремә ышан,
Кил, кил, һөйгән йәрем килсе,
Кил, кил, мөхәббәттең миңә,
Йылылығын бирсе.
Йәнем ,тау-тау-тау тауҙар аша үтәм,
Тау-тауҙан ашып һиңә етәм,
Тау-тау-тау тау елдәре булып,
Яндарыңа киләм.

Другие песни исполнителя:

  • 1. Нурҙар сәскән йондоҙҙарым, Селтәр булып күкте ялмаған. Эҙләйем һине, яҙғы сәскәм, Аҡ томандар һине ҡаплаған. Күҙҙәреңдә яҡты йондоҙ, Йөҙҙәреңдә һөйөү хистәре. Йөрәгемдең шишмәһе һин, Сәскәләрҙең һиндә еҫтәре. 2. Йондоҙҙарын һанай-һанай, Ай ҙа йөҙә зәңгәр күгендә. Барлыҡ эштәремде ташлап, Киләм әле һиңә бөгөн дә. Кәрәк булһа, әгәр, сәскәм, Бирермен йөрәгемде. Йәлләмәйем һинең өсөн Иң ҡәҙерле булған йәнемде. 3. Күрһәң,әгәр, һинең өсөн Йөрәгемдә янған күмерҙе. Әл дә Хоҙай һине биргән, Йәшәр өсөн ҡалған ғүмерҙе. Яҙғы ташҡын таныштырҙы, Берҙәм булғас беҙҙең теләктәр. Бер-беребеҙгә терәк булып, Мәңге бергә типһен йөрәктәр.
  • 1. Ҡашың ҡара, буйың зифа, Керпегең бөгөләлер. Һинең өсөн, йәнкиҫәгем, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Үҙәгем өҙөләлер. 2. Ҡаш ҡараһы күҙеңдә лә, Буй зифаһы үҙеңдә. Ай тулғанда тыуҙыңмы әллә, Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Ай нуры бар йөҙөңдә. 3. Ҡашың ҡара, күҙең кеү[е]к тә, Һиңә һөйләр һүҙем күп. Һөйләр инем серҙәремде Фирҙәүескәй, ҡара күҙкәй, Көн дә күрһәм үҙеңде.
  • 1. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан, Йән - йәрем, торормон һүҙемдә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙеңдә. Ҡушымта: Тик һиңә табынам, йән - йәрем, Ҡулымдан төшөрмәм көҙҙәрҙә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙҙәрҙә. 2. Хистәрҙе һаҡлармын ғүмергә, Өшөтмәм ел - ямғыр, буранда. Хыялда күктәрҙә йөҙәмен, Янымда бары һин булғанда. 3. Ҡулымдан төшөрмәм бер ҡасан, Йән - йәрем, торормон һүҙемдә. Ай нуры яҡтыртһын юлыңды, Таң нуры балҡыһын күҙеңдә.
  • 1. Сәсегеҙ сәскә бәйләнде - Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ! Бергә булһын, яҡты булһын, Уртаҡ булһын уйығыҙ! Тик бәхеттән генә торһон Һеҙҙең барыр юлығыҙ! Ҡайғы - хәсрәт, көйөнөстө Ситкә алып ҡуйығыҙ! Ҡушымта: Яныңда йәрең - ҡулдарҙа ҡулдар! Атай-әсәй, дуҫ-туғандар Табынға йыйылғандар! Теләйбеҙ һеҙгә иң изге теләк: Бирһен Хоҙай күрешергә Беҙгә алтын туйҙарҙа! 2. Берегеҙ ай, берегеҙ ҡояш, Һомғол, зифа буйығыҙ! Аҡҡоштарҙай пар килгәнһеҙ, Тик бәхетле булығыҙ! Татыулыҡта,именлектә Үтһен һәр бер көнөгөҙ! Пар ҡанатлы мөхәббәттең Ҡәҙерҙәрен белегеҙ! 3. Табышып ҡауышҡанһығыҙ, Һүрелмәһен тойғоғоҙ! Тормош юлын етәләшеп, Йәнәш кенә уҙығыҙ! Ел-буранда, ҡараңғыла Бер-үк, һеҙ аҙашмағыҙ! Ярты юлда өҙөлмәһен Мөхәббәтле йырығыҙ!
  • La Mano Arriba Cintura Sola Da Media Vuelta Danza Kuduro No Te Canses Ahora Que Esto Solo Empieza Mueve La Cabeza Danza Kuduro Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Йәй килде, йәй! Ҡояш ҡыҙҙыра. Ҡомда аунап, диңгеҙ шауын тыңлап, Таңдарҙы беҙ бергә аттырырбыҙ Хыялдарға сумып, айға ҡарап. Ожмах бүләк итәм! Йөрәгемде бирәм! Һин минеке, ә мин һинеке! Һин ышан, һин бел, Һин ярат, һин ишет! Мин әҙер ҡайтырға … Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Quero ver mexe cu duro Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… vem para quebrar kuduro, vamos dancar kuduro Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… seja morena ou loira, vem balancar kuduro Oi, oi, oi… Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Quero ver mexe cu duro Balancar que e uma loucura Morena vem o meu lado Ninguem vai ficar parado Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… vem para quebrar kuduro, vamos dancar kuduro Oi, oi, oi, oi, oi, oi, oi… seja morena ou loira, vem balancar kuduro Oi, oi, oi… Диңгеҙле йәйгә! Ҡояшлы йәйгә! Аяҙ һәм зәңгәр һауалы йәйгә! Диңгеҙ ҙә бейей! Ҡояш та бейей! Зәңгәр күк бейей! Ҡайтабыҙ йәйгә! La Mano Arriba Cintura Sola Da Media Vuelta Danza Kuduro No Te Canses Ahora Que Esto Solo Empieza Mueve La Cabeza Danza Kuduro