Башкирский переводчик Татарские песни Казахские песни

Лилия Ишемьярова.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Лилия Ишемьярова

00:00/00:00
  • Майҙандарҙың була аҙағы, Бата әйтеү йола талабы, Изге тәләк һүҙҙең ағаһы. Бата теләк һүҙҙең бабаһы. Ай, илгенәм, ғәзиз илгенәм, Иҫән генә бул һин, илгенәм, Тере генә булһын телкәйем, Талғын ғына иҫһен елкәйем. Балаларың күпләп тыуһындар, Игендәрең ишелеп уңһындар, Илдең яңынан тыуған мәлдәре, Ҡурайсылар көйгә һалһындар! Аҡһаҡалдың һүҙе хаҡ булһын, Сәсәндәрҙең һүҙе бер булһын! Барыр юлың, илем, уң булһын, Батырҙарың, илем, күп булһын! Сәләм әйтә һиңә Уралтау, Сәләм әйтә Иҙел һәм Алтай. Бар донъянан килгән халыҡтар Йәшә, тиҙәр мәңге, башҡортттар. Ай, илгенәм, ғәзиз илгенәм, Иҫән генә бул һин, илгенәм, Тере генә булһын телкәйем, Талғын ғына иҫһен елкәйем.
  • Был һөйөүҙе һуңлап татыныҡ беҙ: Бал тәмендә – әсе күҙ йәше. Әйтерһең дә, матур төҫтәр менән Албырғатҡан балан тәлгәше. Ҡушымта: Нисек кенә ҡыҙармаһын балан, Әсе көйө ҡала емеше. Һөйөүемдән нурҙар сәсһәм дә мин, Яңаҡтарҙан аға күҙ йәше... Татлы, баллы кеүек һинең хистәр, Бәхетлемен һинең яныңда. Аҡылыма ҡайтһам – күҙ йәштәре, Һәм янамын ғазап утында.
  • Эй, буҙ турғай - бахырҡай!.. Ҡанаттарын ялпылдатып, тояҡтарын ялтыратып, Күҙкәйҙәрен ялтыратып менеп бара һауаға! Зекер әйтеп, фекер әйтеп, моңон әйтеп, Һүҙен әйтеп һауаға... Дәртлекәйҙәр, моңлоҡайҙар ҡурайҙарын ҡуңғырлатып, Думбыраһын думбырлатып, ҡумыҙҙарын зыңғырлатып Йыр йырлайҙар майҙанда...
  • Иртәләрем, иртәләрем Кистәрҙән матурыраҡ. Тымыҡ шәфәҡ кеүек түгел Ялҡынлы һәм яҡтыраҡ. Иртәләрем, иртәләрем... Иртәләрем, иртәләрем Иң наҙлы иртәләрем. Кистән булған үпкәләрен Онотам иртәләрен. Иртәләрем, иртәләрем...