Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Балан»
исполнителя Лилия Ишемьярова.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Был һөйөүҙе һуңлап татыныҡ беҙ:
Бал тәмендә әсе күҙ йәше.
Әйтерһең дә, матур төҫтәр менән
Албырғатҡан балан тәлгәше.

Ҡушымта:

Нисек кенә ҡыҙармаһын балан,
Әсе көйө ҡала емеше.
Һөйөүемдән нурҙар сәсһәм дә мин,
Яңаҡтарҙан аға күҙ йәше...

Татлы, баллы кеүек һинең хистәр,
Бәхетлемен һинең яныңда.
Аҡылыма ҡайтһам күҙ йәштәре,
Һәм янамын ғазап утында.

Другие песни исполнителя:

  • Бәхеттә йәшәгеҙ. Зифа Ҡадырова һүҙҙәре һәм музыкаһы. 1) Саба, ғүмер саба, тиҙлеге елдәй. Яҙҙарҙан йәйҙәргә, йәйҙәрҙән көҙгә. Йылдар ҡәҙер, көҙҙәр ҡәҙер. Матур йәшәйек, тиеп өҙөлә бәғер. Ҡушымта: Ун туғыҙҙарымда, егермеләремдә Һаман йәшәй кеүек минең йөрәгем. Һаҡлап ярһыу дәртте, һаҡлап, һин йөрәкте, Бәхеттәрҙә йәшәү минең теләгем. Һаулыҡтарҙа йәшәп, шатлыҡтарҙа йәшәп, Йөҙҙәргә етегеҙ - һеҙгә теләгем. 2)Булһа булһын, әйҙә, һырҙар маңлайҙа. Улар ҙа бик матур беҙ йылмайғанда. Борсомаһын йәшең һандары, Йыймайыҡ донъя малын, етә барҙары. Ҡушымта: Ун туғыҙҙарымда, егермеләремдә Һаман йәшәй кеүек минең йөрәгем. Һаҡлап ярһыу дәртте, һаҡлап, һин йөрәкте, Бәхеттәрҙә йәшәү минең теләгем. Һаулыҡтарҙа йәшәп, шатлыҡтарҙа йәшәп, Йөҙҙәргә етегеҙ - һеҙгә теләгем. Бәхеттә йәшәгеҙ, шатлыҡта йәшәгеҙ, Йөҙҙәргә етегеҙ-һеҙгә теләгем!