Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Фанис Султангулов.
 Слушать песни исполнителя и скачать онлайн

Исполнители

Добавить
Все башкирские исполнители

Фанис Султангулов

  • Мин атлаһам, ул атлай. Мин уйлағанды урлай. Арттан килеп йәбешкән. Шул кешеләр кем икән? Ҡуяндыҡы бәләкәй, Терпенеке сәпсим юҡ, Аттыҡы кеше ҡулы ҙурлыҡ Нимә ул? Ҡойроҡ! Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Трусиксән сыҡһаң тышҡа Ҡараңғы һалҡын ҡышта, Бармаҡ, ҡолаҡ тарҡата Ҡалтырата! Айыу күрһәң урманда, Байрамдан һуң диванда, Тракторҙа ултырғанда Ҡалтырата! Ҡалтырата-та мине Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Серәкәй – бәләкәй, Ул бер көн генә йәшәй. Ул почти һинең бисә, Ул да һинән ҡан эсә. Ҡойроҡ! Тегеләй-былай, былай ҙа улай... Ҡалтырата-та! Ҡалтырата-та мине Ике йөҙ ҙә егерме...
  • Ҡалдыр мине яңғыҙ, туғанҡайым минең, Мин һинең мөхәббәтеңдән арыным. Әйткән һүҙҙәреңә бер ҙә ышанмайым, Бәлки мин үҙем һине яратмайым. Көтмә көнөн шылтыратыуҙы минең Мин бит һинең урамыңды оноттом. Эҙләмә осрашыуҙы минең менән, Таныш һуҡмаҡтарҙы бөтөнләй юғалттым. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. Һөйләмә әхирәтеңә үҙ сереңде, Ул һинең һүҙҙәреңде тыңлап ҡайғырмаҫ. Илама рәнйетеп нескә күңелеңде, Ул бит минең һөйөклөм, һине ул тыңламаҫ. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. (3 раза)
  • I. Кистәрен һиңә барам, Өйөңә килеп етәм, Һыҙғырам, ҡысҡырам, В общем, һине саҡырам. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә ҡырын ҡараның, Әрләнең... В общем, мине ҡыуҙың. ҡушымта/(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай". II. Кистәрен тағы барҙым, Гөл-сәскә тотоп килдем, Ҡыҙылдан, матурҙан, Әҙрәк һиңә оҡшаған. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә ҡырын ҡараның, Әрләнең... В общем, тағы ҡыуҙың. ҡушымта(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай". III. Сит илгә сығып киттем, Һәм шунда эшкә төштөм, Тырыштым, эшләнем, Ҡуп аҡса алып ҡайттым. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә матур ҡараның, Һа - Артымдан һин йүгерҙең! ҡушымта/(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай".
  • 1. Төн етте, тағы төштәремдә Һине күреүемде юраным. Аҡ бoлoттар булды йoмшаҡ меңдәр, Йoндoҙҙарҙа һан булды юрғаным. Сәстәремдән үптең наҙлы айын, Төн ҡапланы һәм ҡара ҡoрғанын. Бөгөн тағы һине төштәремдә Күреүемде әле юраным. Припев: Оҙон сәсле ҡыҙыҡай күңелем менән уйнай. Минең төшөмә керә, бөтмәҫ шаяра, көлә. 2. Төштә күрҙем һине, тик үкенес, Таң нурҙары асты юрғаным. Һиңә тағы ҡал тип әйтә алманым, Хәйерлегә төшһөн юраным. Төн етте, тағы төштәремдә Һине күреүемде юраным. Аҡ бoлoттар булды йoмшаҡ меңдәр, Йoндoҙҙарҙа һан булды юрғаным. Припев: Оҙон сәсле ҡыҙыҡай күңелем менән уйнай. Минең төшөмә керә, бөтмәҫ шаяра, көлә.
  • Илама, сеү, тағы бер төн арабыҙҙа ҡалды әллә, Тағы бер ҡалҡ, мин әйтермен: һин минеке генә әллә. Илама, сеү, шулай булды инде: Һуңға ҡалып осрашыуҙы яҙмыш үҙе әҙерләгән Шулай илап хушлашыуҙы Ҡайҙа булдың быға тиклем? Һине һуңлап ҡына тапҡас Мөхәббәтең артынан мин ишегемде ныҡлап япҡас. Күҙҙәребеҙ күҙгә ҡарар, Тағы бер ҡат һуңғы тапҡыр, Йәш тәғәрәр, ә иртәгә юлдарыбыҙ айырылыр (2 раза) Илама, сеү, тағы бер төн арабыҙҙа ҡалды әллә, Тағы бер ҡалҡ, мин әйтермен: һин минеке генә әллә. Күҙҙәребеҙ күҙгә ҡарар, Тағы бер ҡат һуңғы тапҡыр, Йәш тәғәрәр, ә иртәгә юлдарыбыҙ айырылыр (2 раза)
  • Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау. Имтихандар үтте лә китте, Ә беҙ ҙурайҙыҡ, үҙгәрҙек. Хушлашырға ваҡыт етте. Һау бул, мәктәп. Донъяла бөгөнгө көндә Йәйҙең байрамдары үтә. Уҡытыусыларға беҙҙән Ҙур-ҙур рәхмәт. ҡушымта: Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау. Ә күпме йылдар инде беҙ Ошо мәктәптә уҡыйбыҙ. Һуңғы тапҡыр китаптарҙы Тапшырабыҙ. Бөгөнгө йондоҙло төндә Йәштәр таңды ҡаршылайҙар. Тәүге саҡ мөхәббәтемә Әйтер һүҙем бар. ҡушымта: (3x) Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау.
  • I. Һиңә әйткән һүҙҙәремде, Кисә күргән төштәремде, Шул тиклем яратҡанымды Тағын иҫләйем. Айлы төндәре йөрөргә, Ҡосаҡлашып һөйләшергә, Ирендәреңдән үбергә Бик ныҡ теләйем! ҡушымта: (2x) Һин минең мөхәббәтем, Минең туған йәрем. Һин минең мөхәббәтем. Был йыр һинең өсөн. II. Нишләптер һин мине эттең, Шулай булырын да белдем. Ләкин һине генә күрҙем, Һуҡыр булғанмын. Яратмағанһыңдыр мине, Яҙмышыбыҙ шулай тине. Табылмаған һөйөүемде Һаман тапманым. ҡушымта: (4x) Һин минең мөхәббәтем, Минең туған йәрем. Һин минең мөхәббәтем. Был йыр һинең өсөн.
  • Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. Әхирәттәрең ҙурайҙы, яҡын дуҫтарың һөйләшмәй. Һине атай менән әсәй кистәрен өйҙән ебәрмәй. Классташтарың һиндән көлә, һине бала тип һанайҙар. Атай-әсәй һине әрләй, һинең хәлде аңламайҙар. Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. Әхирәттәрең ҙурайҙы, яҡын дуҫтарың һөйләшмәй. Һине атай менән әсәй кистәрен өйҙән ебәрмәй. Ә мин тышта һине көтәм, сыҡманың яныма тағын, Һинән башҡа ғашиҡ булмам, кәрәкмәй бүтән ҡыҙ-ҡырҡын. Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. (2 раза)
  • Мине көтһәң төнөн-көнөн, Йоҡолары тартып алһам, Ғәфү итсе мине, ҡабат Яндарыңа ҡайта алмам. Припев Күҙең талһа юлға ҡарап, Керпектәрең хәлһеҙ төшһә. Ғәфү итсе үткәндәрен Булыр бары төштә генә (х2) Иреңдәрең исемемде Ҡабат-ҡабат әйтеп талһа, Ғәфү итсе, боролалмам Тағы килеп һинең янға. Припев Күҙең талһа юлға ҡарап, Керпектәрең хәлһеҙ төшһә Ғәфү итсе, үткәндәрен Булыр бары төштә генә (х3)
  • Уйнап алайыҡ әле /лә/, Йырлап алайыҡ әле, Уйнайыҡ та, йырлайыҡ та, Бейеп алайыҡ әле. Косилка, молотилка, Сортировка, веялка. Уйнайбыҙ бергә-бергә /лә/, Бейейбеҙ бергә-бергә. Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп, Эшләйбеҙ бергә-бергә. Косилка, молотилка, Сортировка, веялка. Улай итербеҙ әле, Былай итербеҙ әле. Улай итербеҙ әле /лә/, Былай итербеҙ әле. Косилка, молотилка, Сортировка, веялка. Уйнайбыҙ бергә-бергә /лә/, Бейейбеҙ бергә-бергә. Уйнап-көлөп, шау-гөр килеп, Йәшәйбеҙ бергә-бергә. Косилка, молотилка, Сортировка, веялка.
  • 1) Эт менән бесәй беҙҙең ауылда Талаша ла һуғыша. Ҡыҙ менән егет беҙҙең ауылда Танышырға тырыша. Припев: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йәшәйек, Талашмай ҙа һуғышмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йырлайыҡ, Йырлаһаң, ғәйеп булмай. 2) Эт менән бесәй бергә һөт эсә, Ваҡытлыса дуҫлаша. Ҡыҙ менән егет бергә серләшә, Мәңгелеккә ҡауыша. Припев: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йәшәйек, Талашмай ҙа һуғышмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йырлайыҡ. Йырлаһаң , ғәйеп булмай. (2 раза)
  • Күҙ алмай торған булам тәҙрә уттарына ҡарап, Һине күреп тынһыҙ ҡалам, булды бит йөрәгем харап. Бына һүнде тәҙрә уты, яңғыҙ ҡалдым ҡараңғыла. Ләкин яна йөрәк уты, һүнмәй бара өмөт ҡала. Припев: Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза) Нимә кәрәк эре ҡыҙҙан һинең кеүек ашҡан йөҙҙән? Дуҫтарым мине аңламай, аңлай тик төнгө тулы ай. Мине күреп тәҙрә төбөндә шым ғына илай ямғыр. Күрмәҫһең мине бөгөн дә, иртән күрерһең барыбер. Припев: Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза) Эх, һине ҡосағыма алып йылынырға ине. Сәстәреңдән һыйпап, йылмайыуыңа, Матурлығыңа һоҡланып, бергә булырға ине. Ләкин ниңәлер, бәғрем, һин мине аңламайһың. Припев Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза)