Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡайтып кит давай-давай»
исполнителя Фанис Султангулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

I.
Кистәрен һиңә барам,
Өйөңә килеп етәм,
Һыҙғырам, ҡысҡырам,
В общем, һине саҡырам.

Һин ипләп кенә сыҡтың,
Миңә ҡырын ҡараның,
Әрләнең...
В общем, мине ҡыуҙың.

ҡушымта/(chorus):
"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Йөрәк һине яратмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Күңелем һиңә ятмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

II.
Кистәрен тағы барҙым,
Гөл-сәскә тотоп килдем,
Ҡыҙылдан, матурҙан,
Әҙрәк һиңә оҡшаған.

Һин ипләп кенә сыҡтың,
Миңә ҡырын ҡараның,
Әрләнең...
В общем, тағы ҡыуҙың.

ҡушымта(chorus):
"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Йөрәк һине яратмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Күңелем һиңә ятмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

III.
Сит илгә сығып киттем,
Һәм шунда эшкә төштөм,
Тырыштым, эшләнем,
Ҡуп аҡса алып ҡайттым.

Һин ипләп кенә сыҡтың,
Миңә матур ҡараның,
Һа -
Артымдан һин йүгерҙең!

ҡушымта/(chorus):
"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Йөрәк һине яратмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

"Юҡ, - һин миңә тинең, -
Ҡайт", - һин миңә тинең.
"Күңелем һиңә ятмай,
Ҡайтып кит, давай-давай".

Другие песни исполнителя:

  • Ҡалдыр мине яңғыҙ, туғанҡайым минең, Мин һинең мөхәббәтеңдән арыным. Әйткән һүҙҙәреңә бер ҙә ышанмайым, Бәлки мин үҙем һине яратмайым. Көтмә көнөн шылтыратыуҙы минең Мин бит һинең урамыңды оноттом. Эҙләмә осрашыуҙы минең менән, Таныш һуҡмаҡтарҙы бөтөнләй юғалттым. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. Һөйләмә әхирәтеңә үҙ сереңде, Ул һинең һүҙҙәреңде тыңлап ҡайғырмаҫ. Илама рәнйетеп нескә күңелеңде, Ул бит минең һөйөклөм, һине ул тыңламаҫ. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. (3 раза)
  • Мине көтһәң төнөн-көнөн, Йоҡолары тартып алһам, Ғәфү итсе мине, ҡабат Яндарыңа ҡайта алмам. Припев Күҙең талһа юлға ҡарап, Керпектәрең хәлһеҙ төшһә. Ғәфү итсе үткәндәрен Булыр бары төштә генә (х2) Иреңдәрең исемемде Ҡабат-ҡабат әйтеп талһа, Ғәфү итсе, боролалмам Тағы килеп һинең янға. Припев Күҙең талһа юлға ҡарап, Керпектәрең хәлһеҙ төшһә Ғәфү итсе, үткәндәрен Булыр бары төштә генә (х3)
  • Һин үҙеңдең матурлығың менән хайран ҡалдыраһың егеттәрҙе Йәшлек ваҡытың, осоп барһын иң матур сағың. Һин берүҙең, ләкин һиҙәм, ваҡыт етте,барып әйтәм, Нимә уйлайһың, нисек ҡарайһың? Йылы һүҙ ҡушмайһың. Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур, Булаһыңмы минеке, әллә бармы егетең? Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән, Бар донъяға һүҙ бирәм: һине бәхетле итәм! Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур... Булаһыңмы минең менән? Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән... Һорауыма яуап көтәм. Йондоҙ булып сәсрәй һағышым, еңеләйтмәй серле ҡарашың. Матур шул тиклем минең бәхетем, саф мөхәббәтем. Бар булмышым ҡара төндәр кеүек, һинһеҙ етешмәй һинең яҡтылыҡ. Әйҙә, йәнем, сыҡ. Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур, Булаһыңмы минеке, әллә бармы егетең? Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән, Бар донъяға һүҙ бирәм: һине бәхетле итәм! Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур... Булаһыңмы минең менән? Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән... Һорауыма яуап көтәм.