Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Һин бит шул тиклем матур»
исполнителя Фанис Султангулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Һин үҙеңдең матурлығың менән хайран ҡалдыраһың егеттәрҙе
Йәшлек ваҡытың, осоп барһын иң матур сағың.
Һин берүҙең, ләкин һиҙәм, ваҡыт етте,барып әйтәм,
Нимә уйлайһың, нисек ҡарайһың? Йылы һүҙ ҡушмайһың.

Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур,
Булаһыңмы минеке, әллә бармы егетең?
Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән,
Бар донъяға һүҙ бирәм: һине бәхетле итәм!

Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур...
Булаһыңмы минең менән?
Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән...
Һорауыма яуап көтәм.

Йондоҙ булып сәсрәй һағышым, еңеләйтмәй серле ҡарашың.
Матур шул тиклем минең бәхетем, саф мөхәббәтем.
Бар булмышым ҡара төндәр кеүек, һинһеҙ етешмәй һинең яҡтылыҡ.
Әйҙә, йәнем, сыҡ.

Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур,
Булаһыңмы минеке, әллә бармы егетең?
Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән,
Бар донъяға һүҙ бирәм: һине бәхетле итәм!

Һин бит шул тиклем матур, һиңә өмөттәрем ҙур...
Булаһыңмы минең менән?
Һин бит шундай бер генә, гел булһаң минен менән...
Һорауыма яуап көтәм.

Другие песни исполнителя:

  • Илама, сеү, тағы бер төн арабыҙҙа ҡалды әллә, Тағы бер ҡалҡ, мин әйтермен: һин минеке генә әллә. Илама, сеү, шулай булды инде: Һуңға ҡалып осрашыуҙы яҙмыш үҙе әҙерләгән Шулай илап хушлашыуҙы Ҡайҙа булдың быға тиклем? Һине һуңлап ҡына тапҡас Мөхәббәтең артынан мин ишегемде ныҡлап япҡас. Күҙҙәребеҙ күҙгә ҡарар, Тағы бер ҡат һуңғы тапҡыр, Йәш тәғәрәр, ә иртәгә юлдарыбыҙ айырылыр (2 раза) Илама, сеү, тағы бер төн арабыҙҙа ҡалды әллә, Тағы бер ҡалҡ, мин әйтермен: һин минеке генә әллә. Күҙҙәребеҙ күҙгә ҡарар, Тағы бер ҡат һуңғы тапҡыр, Йәш тәғәрәр, ә иртәгә юлдарыбыҙ айырылыр (2 раза)
  • Ҡалдыр мине яңғыҙ, туғанҡайым минең, Мин һинең мөхәббәтеңдән арыным. Әйткән һүҙҙәреңә бер ҙә ышанмайым, Бәлки мин үҙем һине яратмайым. Көтмә көнөн шылтыратыуҙы минең Мин бит һинең урамыңды оноттом. Эҙләмә осрашыуҙы минең менән, Таныш һуҡмаҡтарҙы бөтөнләй юғалттым. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. Һөйләмә әхирәтеңә үҙ сереңде, Ул һинең һүҙҙәреңде тыңлап ҡайғырмаҫ. Илама рәнйетеп нескә күңелеңде, Ул бит минең һөйөклөм, һине ул тыңламаҫ. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. (3 раза)
  • 1. Төн етте, тағы төштәремдә Һине күреүемде юраным. Аҡ бoлoттар булды йoмшаҡ меңдәр, Йoндoҙҙарҙа һан булды юрғаным. Сәстәремдән үптең наҙлы айын, Төн ҡапланы һәм ҡара ҡoрғанын. Бөгөн тағы һине төштәремдә Күреүемде әле юраным. Припев: Оҙон сәсле ҡыҙыҡай күңелем менән уйнай. Минең төшөмә керә, бөтмәҫ шаяра, көлә. 2. Төштә күрҙем һине, тик үкенес, Таң нурҙары асты юрғаным. Һиңә тағы ҡал тип әйтә алманым, Хәйерлегә төшһөн юраным. Төн етте, тағы төштәремдә Һине күреүемде юраным. Аҡ бoлoттар булды йoмшаҡ меңдәр, Йoндoҙҙарҙа һан булды юрғаным. Припев: Оҙон сәсле ҡыҙыҡай күңелем менән уйнай. Минең төшөмә керә, бөтмәҫ шаяра, көлә.
  • Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. Әхирәттәрең ҙурайҙы, яҡын дуҫтарың һөйләшмәй. Һине атай менән әсәй кистәрен өйҙән ебәрмәй. Классташтарың һиндән көлә, һине бала тип һанайҙар. Атай-әсәй һине әрләй, һинең хәлде аңламайҙар. Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. Әхирәттәрең ҙурайҙы, яҡын дуҫтарың һөйләшмәй. Һине атай менән әсәй кистәрен өйҙән ебәрмәй. Ә мин тышта һине көтәм, сыҡманың яныма тағын, Һинән башҡа ғашиҡ булмам, кәрәкмәй бүтән ҡыҙ-ҡырҡын. Припев: Һиңә тулды 16 йәш, һинең йөҙҙәрең нур-ҡояш, Күңелеңдә һөйөү хисе, бәғерем. Ә мин тышта һине көтәм, сығалмағаныңды беләм, Иртән килермен мин тағын, илама, мөхәббәтем. (2 раза)