Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ниңә аңламайым»
исполнителя Фанис Султангулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Күҙ алмай торған булам тәҙрә уттарына ҡарап,
Һине күреп тынһыҙ ҡалам, булды бит йөрәгем харап.
Бына һүнде тәҙрә уты, яңғыҙ ҡалдым ҡараңғыла.
Ләкин яна йөрәк уты, һүнмәй бара өмөт ҡала.

Припев:
Ниңә, аңламайым, ҡасаһың?
Әллә миңә ышанмайһың?
Хаттарыма яуап яҙмайһың?
Әллә инде мине оноттоң? (2 раза)

Нимә кәрәк эре ҡыҙҙан һинең кеүек ашҡан йөҙҙән?
Дуҫтарым мине аңламай, аңлай тик төнгө тулы ай.
Мине күреп тәҙрә төбөндә шым ғына илай ямғыр.
Күрмәҫһең мине бөгөн дә, иртән күрерһең барыбер.

Припев:
Ниңә, аңламайым, ҡасаһың?
Әллә миңә ышанмайһың?
Хаттарыма яуап яҙмайһың?
Әллә инде мине оноттоң? (2 раза)

Эх, һине ҡосағыма алып йылынырға ине.
Сәстәреңдән һыйпап, йылмайыуыңа,
Матурлығыңа һоҡланып, бергә булырға ине.
Ләкин ниңәлер, бәғрем, һин мине аңламайһың.

Припев
Ниңә, аңламайым, ҡасаһың?
Әллә миңә ышанмайһың?
Хаттарыма яуап яҙмайһың?
Әллә инде мине оноттоң? (2 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Мине көтһәң төнөн-көнөн, Йоҡолары тартып алһам, Ғәфү итсе мине, ҡабат Яндарыңа ҡайта алмам. Припев Күҙең талһа юлға ҡарап, Керпектәрең хәлһеҙ төшһә. Ғәфү итсе үткәндәрен Булыр бары төштә генә (х2) Иреңдәрең исемемде Ҡабат-ҡабат әйтеп талһа, Ғәфү итсе, боролалмам Тағы килеп һинең янға. Припев Күҙең талһа юлға ҡарап, Керпектәрең хәлһеҙ төшһә Ғәфү итсе, үткәндәрен Булыр бары төштә генә (х3)
  • I. Һиңә әйткән һүҙҙәремде, Кисә күргән төштәремде, Шул тиклем яратҡанымды Тағын иҫләйем. Айлы төндәре йөрөргә, Ҡосаҡлашып һөйләшергә, Ирендәреңдән үбергә Бик ныҡ теләйем! ҡушымта: (2x) Һин минең мөхәббәтем, Минең туған йәрем. Һин минең мөхәббәтем. Был йыр һинең өсөн. II. Нишләптер һин мине эттең, Шулай булырын да белдем. Ләкин һине генә күрҙем, Һуҡыр булғанмын. Яратмағанһыңдыр мине, Яҙмышыбыҙ шулай тине. Табылмаған һөйөүемде Һаман тапманым. ҡушымта: (4x) Һин минең мөхәббәтем, Минең туған йәрем. Һин минең мөхәббәтем. Был йыр һинең өсөн.
  • Һин күрһен тип тау башына усаҡ ҡабыҙҙым. Кил йылыға, йылҡынма, үлеп һағындым. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең. Усағымда һуңғы ҡуҙҙар ҡалһа ла һүнеп, Өмөтләнеп күҙем алмай ҡалам мин көтөп. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең.
  • Ҡалдыр мине яңғыҙ, туғанҡайым минең, Мин һинең мөхәббәтеңдән арыным. Әйткән һүҙҙәреңә бер ҙә ышанмайым, Бәлки мин үҙем һине яратмайым. Көтмә көнөн шылтыратыуҙы минең Мин бит һинең урамыңды оноттом. Эҙләмә осрашыуҙы минең менән, Таныш һуҡмаҡтарҙы бөтөнләй юғалттым. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. Һөйләмә әхирәтеңә үҙ сереңде, Ул һинең һүҙҙәреңде тыңлап ҡайғырмаҫ. Илама рәнйетеп нескә күңелеңде, Ул бит минең һөйөклөм, һине ул тыңламаҫ. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. (3 раза)