Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Ҡалдыр мине яңғыҙ»
исполнителя Фанис Султангулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Ҡалдыр мине яңғыҙ, туғанҡайым минең,
Мин һинең мөхәббәтеңдән арыным.
Әйткән һүҙҙәреңә бер ҙә ышанмайым,
Бәлки мин үҙем һине яратмайым.
Көтмә көнөн шылтыратыуҙы минең
Мин бит һинең урамыңды оноттом.
Эҙләмә осрашыуҙы минең менән,
Таныш һуҡмаҡтарҙы бөтөнләй юғалттым.

Припев:
Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй.
Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй.

Һөйләмә әхирәтеңә үҙ сереңде,
Ул һинең һүҙҙәреңде тыңлап ҡайғырмаҫ.
Илама рәнйетеп нескә күңелеңде,
Ул бит минең һөйөклөм, һине ул тыңламаҫ.

Припев:
Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй.
Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. (3 раза)

Другие песни исполнителя:

  • Төнө буйы сәсрәп яуҙы йондоҙ. Сыңлап торған тауыш арбаны. Ғәфү үтенәмен һинән, йәрем, Осрашыуға бөгөн барманым. Бөгөн тағын ураҡлаған был ай, Уф, йөрәгем меңгә турала. Ниңә килмәүемдең сәбәптәре - Ҡарыша бит миңә был йөрәк ( х2 ) Сыңлап торған сынйырҙарға сормап Ебәрмәне мине Етегән. Яңы ғына тыуған нурлы айға Ғашиҡ булырымды кем белгән. Хыянатым өсөн кисер, йәрем, Ләкин хистәр минән көслөрәк. Ниңә килмәүемдең сәбәптәре - Ҡарыша бит миңә был йөрәк ( х2 )
  • Күҙ алмай торған булам тәҙрә уттарына ҡарап, Һине күреп тынһыҙ ҡалам, булды бит йөрәгем харап. Бына һүнде тәҙрә уты, яңғыҙ ҡалдым ҡараңғыла. Ләкин яна йөрәк уты, һүнмәй бара өмөт ҡала. Припев: Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза) Нимә кәрәк эре ҡыҙҙан һинең кеүек ашҡан йөҙҙән? Дуҫтарым мине аңламай, аңлай тик төнгө тулы ай. Мине күреп тәҙрә төбөндә шым ғына илай ямғыр. Күрмәҫһең мине бөгөн дә, иртән күрерһең барыбер. Припев: Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза) Эх, һине ҡосағыма алып йылынырға ине. Сәстәреңдән һыйпап, йылмайыуыңа, Матурлығыңа һоҡланып, бергә булырға ине. Ләкин ниңәлер, бәғрем, һин мине аңламайһың. Припев Ниңә, аңламайым, ҡасаһың? Әллә миңә ышанмайһың? Хаттарыма яуап яҙмайһың? Әллә инде мине оноттоң? (2 раза)