Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Йондоҙ»
исполнителя Фанис Султангулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Төнө буйы сәсрәп яуҙы йондоҙ.
Сыңлап торған тауыш арбаны.
Ғәфү үтенәмен һинән, йәрем,
Осрашыуға бөгөн барманым.
Бөгөн тағын ураҡлаған был ай,
Уф, йөрәгем меңгә турала.

Ниңә килмәүемдең сәбәптәре -
Ҡарыша бит миңә был йөрәк ( х2 )

Сыңлап торған сынйырҙарға сормап
Ебәрмәне мине Етегән.
Яңы ғына тыуған нурлы айға
Ғашиҡ булырымды кем белгән.
Хыянатым өсөн кисер, йәрем,
Ләкин хистәр минән көслөрәк.

Ниңә килмәүемдең сәбәптәре -
Ҡарыша бит миңә был йөрәк ( х2 )

Другие песни исполнителя:

  • I. Кистәрен һиңә барам, Өйөңә килеп етәм, Һыҙғырам, ҡысҡырам, В общем, һине саҡырам. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә ҡырын ҡараның, Әрләнең... В общем, мине ҡыуҙың. ҡушымта/(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай". II. Кистәрен тағы барҙым, Гөл-сәскә тотоп килдем, Ҡыҙылдан, матурҙан, Әҙрәк һиңә оҡшаған. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә ҡырын ҡараның, Әрләнең... В общем, тағы ҡыуҙың. ҡушымта(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай". III. Сит илгә сығып киттем, Һәм шунда эшкә төштөм, Тырыштым, эшләнем, Ҡуп аҡса алып ҡайттым. Һин ипләп кенә сыҡтың, Миңә матур ҡараның, Һа - Артымдан һин йүгерҙең! ҡушымта/(chorus): "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Йөрәк һине яратмай, Ҡайтып кит, давай-давай". "Юҡ, - һин миңә тинең, - Ҡайт", - һин миңә тинең. "Күңелем һиңә ятмай, Ҡайтып кит, давай-давай".
  • Тышҡа йылы яҙ килгән, күңелдәремә төшкән. Һине генә мин уйлайым. Һинең саф йылмайыуың гел күҙемдең алдында, Нимә булған аңламайым. Припев: Тауҙың башына менеп,тәбиғәттәң моң алып, Йырҙарымды йырлайым күңелемә тултырып. Бер ҡасан да онотма, йәрем, йәрем, бәхетем, Һиңә әйтер һүҙем бар - һин минең мөхәббәтем. Тышҡа йылы яҙ килгән, күңелдәремә төшкән. Онотабыҙ, юғалабыҙ... Һин дә мин мөхәббәткә һәм әйткән һүҙебеҙгә Гел тоғро булып ҡалабыҙ. Припев: Тауҙың башына менеп, тәбиғәттәң моң алып, Йырҙарымды йырлайым күңелемә тултырып. Бер ҡасан да онотма, йәрем, йәрем, бәхетем, Һиңә әйтер һүҙем бар - һин минең мөхәббәтем.
  • Һин күрһен тип тау башына усаҡ ҡабыҙҙым. Кил йылыға, йылҡынма, үлеп һағындым. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең. Усағымда һуңғы ҡуҙҙар ҡалһа ла һүнеп, Өмөтләнеп күҙем алмай ҡалам мин көтөп. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең.
  • Ҡалдыр мине яңғыҙ, туғанҡайым минең, Мин һинең мөхәббәтеңдән арыным. Әйткән һүҙҙәреңә бер ҙә ышанмайым, Бәлки мин үҙем һине яратмайым. Көтмә көнөн шылтыратыуҙы минең Мин бит һинең урамыңды оноттом. Эҙләмә осрашыуҙы минең менән, Таныш һуҡмаҡтарҙы бөтөнләй юғалттым. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. Һөйләмә әхирәтеңә үҙ сереңде, Ул һинең һүҙҙәреңде тыңлап ҡайғырмаҫ. Илама рәнйетеп нескә күңелеңде, Ул бит минең һөйөклөм, һине ул тыңламаҫ. Припев: Ҡаршыма сыҡма, миңә һөйөүең кәрәкмәй. Ҡушма һүҙеңде, барыбер ҡарашым үҙгәрмәй. (3 раза)