Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Оҙон сәсле ҡыҙыҡай»
исполнителя Фанис Султангулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

1. Төн етте, тағы төштәремдә
Һине күреүемде юраным.
Аҡ бoлoттар булды йoмшаҡ меңдәр,
Йoндoҙҙарҙа һан булды юрғаным.

Сәстәремдән үптең наҙлы айын,
Төн ҡапланы һәм ҡара ҡoрғанын.
Бөгөн тағы һине төштәремдә
Күреүемде әле юраным.

Припев:
Оҙон сәсле ҡыҙыҡай күңелем менән уйнай.
Минең төшөмә керә, бөтмәҫ шаяра, көлә.

2. Төштә күрҙем һине, тик үкенес,
Таң нурҙары асты юрғаным.
Һиңә тағы ҡал тип әйтә алманым,
Хәйерлегә төшһөн юраным.

Төн етте, тағы төштәремдә
Һине күреүемде юраным.
Аҡ бoлoттар булды йoмшаҡ меңдәр,
Йoндoҙҙарҙа һан булды юрғаным.

Припев:
Оҙон сәсле ҡыҙыҡай күңелем менән уйнай.
Минең төшөмә керә, бөтмәҫ шаяра, көлә.

Другие песни исполнителя:

  • Төнө буйы сәсрәп яуҙы йондоҙ. Сыңлап торған тауыш арбаны. Ғәфү үтенәмен һинән, йәрем, Осрашыуға бөгөн барманым. Бөгөн тағын ураҡлаған был ай, Уф, йөрәгем меңгә турала. Ниңә килмәүемдең сәбәптәре - Ҡарыша бит миңә был йөрәк ( х2 ) Сыңлап торған сынйырҙарға сормап Ебәрмәне мине Етегән. Яңы ғына тыуған нурлы айға Ғашиҡ булырымды кем белгән. Хыянатым өсөн кисер, йәрем, Ләкин хистәр минән көслөрәк. Ниңә килмәүемдең сәбәптәре - Ҡарыша бит миңә был йөрәк ( х2 )
  • Һин күрһен тип тау башына усаҡ ҡабыҙҙым. Кил йылыға, йылҡынма, үлеп һағындым. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең. Усағымда һуңғы ҡуҙҙар ҡалһа ла һүнеп, Өмөтләнеп күҙем алмай ҡалам мин көтөп. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең. Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Бөгөн тағын усағымды әллә күрмәнең, Усаҡ һүнеү менән минең һөйөү һүнмәне, Тағын килмәнең.