Казахский переводчик Русские песни Азербайджанские песни Узбекские песни

Песня «Серәкәй»
исполнителя Фанис Султангулов.
Скачать или слушать онлайн

Текст песни:

Мин атлаһам, ул атлай.
Мин уйлағанды урлай.
Арттан килеп йәбешкән.
Шул кешеләр кем икән?

Ҡуяндыҡы бәләкәй,
Терпенеке сәпсим юҡ,
Аттыҡы кеше ҡулы ҙурлыҡ
Нимә ул?

Ҡойроҡ!
Тегеләй-былай, былай ҙа улай...

Трусиксән сыҡһаң тышҡа
Ҡараңғы һалҡын ҡышта,
Бармаҡ, ҡолаҡ тарҡата
Ҡалтырата!
Айыу күрһәң урманда,
Байрамдан һуң диванда,
Тракторҙа ултырғанда
Ҡалтырата!

Ҡалтырата-та мине
Тегеләй-былай, былай ҙа улай...

Серәкәй – бәләкәй,
Ул бер көн генә йәшәй.
Ул почти һинең бисә,
Ул да һинән ҡан эсә.

Ҡойроҡ!
Тегеләй-былай, былай ҙа улай...
Ҡалтырата-та!
Ҡалтырата-та мине
Ике йөҙ ҙә егерме...

Другие песни исполнителя:

  • 1) Эт менән бесәй беҙҙең ауылда Талаша ла һуғыша. Ҡыҙ менән егет беҙҙең ауылда Танышырға тырыша. Припев: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йәшәйек, Талашмай ҙа һуғышмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йырлайыҡ, Йырлаһаң, ғәйеп булмай. 2) Эт менән бесәй бергә һөт эсә, Ваҡытлыса дуҫлаша. Ҡыҙ менән егет бергә серләшә, Мәңгелеккә ҡауыша. Припев: Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йәшәйек, Талашмай ҙа һуғышмай. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, бергә йырлайыҡ. Йырлаһаң , ғәйеп булмай. (2 раза)
  • Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау. Имтихандар үтте лә китте, Ә беҙ ҙурайҙыҡ, үҙгәрҙек. Хушлашырға ваҡыт етте. Һау бул, мәктәп. Донъяла бөгөнгө көндә Йәйҙең байрамдары үтә. Уҡытыусыларға беҙҙән Ҙур-ҙур рәхмәт. ҡушымта: Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау. Ә күпме йылдар инде беҙ Ошо мәктәптә уҡыйбыҙ. Һуңғы тапҡыр китаптарҙы Тапшырабыҙ. Бөгөнгө йондоҙло төндә Йәштәр таңды ҡаршылайҙар. Тәүге саҡ мөхәббәтемә Әйтер һүҙем бар. ҡушымта: (3x) Һау бул, мәктәбем, күңелле саҡтар, Ғүмерлек белем бирҙеләр уҡытыусылар. "Ҡайҙа уҡырға керергә?" тигән бер һорау, Мәңге онотмаҫлыҡ - һуңғы ҡыңғырау.