Текст песни:
Юлдар уҙҙым, илдәр гиҙҙем,
Юҡҡа ғына гиҙмәнем.
Юлдар уҙып, илдәр гиҙеп,
Мин бит һине эҙләнем.
Припев
Һин икәнһең, һин икәнһең
Ғүмерем буйы эҙләгән.
Был донъяның гүзәллеген
Күрҙем һинең күҙҙәрҙән. (х2)
Юлдар уҙҙым, илдәр гиҙҙем,
Ҡайҙа ғына йөрөмәнем.
Һине эҙләп йондоҙҙарға,
Айға ғына менмәнем.
Припев
Һин икәнһең, һин икәнһең
Ғүмерем буйы эҙләгән.
Был донъяның гүзәллеген
Күрҙем һинең күҙҙәрҙән. (х2)
Юлдар уҙҙым, илдәр гизҙем,
Ниндәй генә илдәр юк!
Үҙ илемдә таптым һине,
Һиңә, бәғрем, тиңдәр юк!
Припев
Һин икәнһең, һин икәнһең
Ғүмерем буйы эҙләгән.
Был донъяның гүзәллеген
Күрҙем һинең күҙҙәрҙән. (х2)