Ҡушымта:
Һорайым, үтенәм, яратам һине иркәм,
Күҙ һал ташлап миңә ҡарашыңды,
Мин осам, мин еләм, янымда һине күрһәм,
Юғалттым мин, мин башымды.
Матур, сибәр, гүзәл, йәмле.
Был һүҙҙәр хисле лә, был һүҙҙәр тәмле,
Был һүҙҙәр һоҡланыу ҙа, был һүҙҙәр көнләшеү,
Был ирешеү ҙә, был һүҙҙәр килешеү.
Ғашиҡ булдым мин әкиәт һылыуына,
Тағы бер эләктем амурҙың уғына.
Йөрәк тибеуе йышая, ни эшләргә белмәйем,
Хистәрем усағында яңғыҙым, янып мин йәшәйем.
Хыялланам һинең турала, йырҙарым йырлайым,
Һинһеҙ был донъяла мин йәшәй алмайым.
Тағы осрашыуҙы өҙөлөп көтәмен
Тиҙҙән буласаҡ был, һиҙәмен, беләмен.
Тик таң менән таң ғына осрашмаясаҡ,
Мөхәббәткә ышанмаған ғына ҡауышмаясаҡ.
Килер был көн күрермен һылыуымды,
Йөрәктән урғылған йырлармын йырҙарымды.
Ҡушымта.
Күрмәйһең, ишетмәйһең, иғтибар итмәйһең,
Берәүҙе лә көттөрмәйһең, берәүҙе лә көтмәйһең,
Сәләмемде алмайһың, сәләм дә бирмәйһең,
Һин тиеп йәшәгәнемде тик һин генә белмәйһең.
Аҡҡошом, һандуғасым, айым һәм ҡояшым
Тәү күреүҙән иҫерҙем мин, юғалттым мин башым
Һинең ҡара күҙҙәрең, һинең ҡара ҡашың
Күрһәм уларҙы мин ташып түгелә хистәрем шашып
Йөрәгемдән, ни эшләргә миңә,
Һылыуҡайым ыҙалатаң мине улай ниңә.
Беләмен хыялыңда, йөрәгеңдә, күңелеңдә
Йәшәй көслө, аҡыллы, матур батыр һинең дә.
Минең йылы ҡосағым һине һаман көтәлер,
Ирендәрем иренеңде һаман һаман көтәлер.
Төшөмдә лә, өнөмдә лә һинең менән генәлер,
Бәхет ҡошо ҡулыма ҡасан ҡасан эләгер.
Донъяға йәм һибеп, урамдарҙан үтәһең,
Аңғармайһың һин мине, һына күпме күрәһең,
Алла осраштырҙы беҙҙе, миңә текләп ҡараның,
Хыялыңдағы батырыңды һин миндә танының.
Ҡушымта.
Диуаналай хыялландым, һинең турала уйландым,
Һине осратып бергә ҡалғас, балалай ҡыуандым,
Мөхәббәтебеҙгә тоғро булып ҡалам,
Һылыуым, сибәркәйем ЯРАТАМ!!!